АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
25 Апрель 2025, 05:00

Күңелен балаларға бирә

Сибай Сибай ҡалаһы10-сы мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Селянкина Венера Фәрит ҡыҙы “Йыл уҡытыусыһы-2025” ҡала конкурсында еңеүсе тип танылып, Өфөлә республика ярышында ла уңышлы сығыш яһаны. Ошондай шәп уҡытыусы 2025-2026 уҡыу йылына 1-се класҡа уҡыусылар йыя. Венера Фәрит ҡыҙы һәләтле ойоштороусы, ижади эҙләнеүсән, тынғыһыҙ педагог. Үҙенә йөкмәтелгән бурысты оло яуаплылыҡ менән башҡара. Иң юғары маҡсаты—уҡыуҙа һәм тәрбиәләүҙә заманса алымдар ҡулланып, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға өйрәтеү, туған телен, илен, тарихын белгән илһөйәр шәхес тәрбиәләү. -Сығарылыш уҡыусыларының киләсәктә күңелдәренә ятҡан һөнәр алып, бар яҡтан килгән шәхес булып тормошта үҙ урынын табыуы мәктәп менән ата-әсәләрҙең ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүенең һөҙөмтәһе булырға тейеш,--тип иҫәпләй алдынғы ҡарашлы педагог.

Күңелен балаларға бирәКүңелен балаларға бирә
Күңелен балаларға бирә

Бөтә эшмәкәрлеген "Мәғариф" милли проектына ярашлы алып барған Венера Фәрит ҡыҙының класы 4-се класты тамамлай. Кластың үҙенә генә хас күркәм йолалары ла бар. Тыуған көндәр, әсәйҙәр, атайҙар байрамы, “Йәгеҙ,әле ҡыҙҙар”, “Йәгеҙ,әле, малайҙар” кеүек саралар ата-әсәләр менән берлектә үтә. Венера Фәрит ҡыҙы өлкәндәрҙе тәрбиә эштәренә күберәк йәлеп итергә тырыша. Шул саҡта ғына баларға белем һәм тәрбиә биреүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлеген аңлай ул. Ата-әсәләрҙе асыҡ дәрестәргә, кластан тыш сараларға даими саҡырыу был класта ғәҙәти күренеш.

Ата-әсәләр, Венера Фәрит ҡыҙы йөрәген баларға биреүсе уҡытыусы, тип билдәләй. Уның хеҙмәтенән ҡәнәғәт булып, оло рәхмәттәр еткерә, артабанғы эшендә уңыштар теләй.

Алмабикә Шахмөхәмәтова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас