АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
25 Апрель 2025, 06:35

Еңеүҙең 80 йыллығына - 80 ҡарағай

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан, тирә-яҡ мөхитте йәшелләндереү маҡсатында улар "Урал аръяғы" шифаханаһы биләмәһенә 80 төп ҡарағай ултыртты. Быны улар үҙ теләктәре менән башҡарҙы.

Еңеүҙең 80 йыллығына - 80 ҡарағайЕңеүҙең 80 йыллығына - 80 ҡарағай
Еңеүҙең 80 йыллығына - 80 ҡарағай

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтар йыл һайын тиерлек Сибайҙа урынлашҡан "Урал аръяғы" шифаханаһында ял итә. Уҙған көҙ һаулыҡтарын нығытҡан мәлдә улар шифахана директоры Ратмир Айҙар улына учреждение биләмәһенә ағас ултыртырға вәғәҙә бирә.

Усмановтар -  Сыңғыҙҙа тау битен кәртәләп, меңдән ашыу ағас ултыртҡан замандаштарыбыҙ. Улар йыл һайын үҙ теләктәре менән Һаҡмар йылғаһы буйын таҙалауҙары менән дә маҡтаулы.

Вәғәҙәләренә тоғро ҡалып, бөгөн улар ҡыҙҙары Рәмилә, кейәүҙәре Фәрит, ҡоҙағыйҙары Миңнур Моратовтар менән берлектә "Урал аръяғы" шифаханаһы биләмәһенә 80 төп ҡарағай ултыртты.

- Улыбыҙ һәм Әбйәлил районындағы ҡоҙабыҙ Әнисәр Килдейәров үҫентеләр табып бирҙе. Вәғәҙә - иман тип, бөгөн вәғәҙәмде үтәп ҡуйҙым. Мине берәү ҙә көсләп эшләтмәй, ҡушмай ҙа, түләмәй ҙә. Намыҫ ҡушыуы буйынса йөрөйөм. Бер аҙ булһа ла тәбиғәтте һаҡлауға, тирә-яҡты йәшелләндереүгә, матурыраҡ итеүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем. Барса кеше ағас ултыртһа, тирә-яҡты таҙалауға, сүпләмәүгә ыңғай ҡараһа һәм үҙ өлгөһөндә йәштәргә үрнәк күрһәтһә, донъябыҙ күпкә күркәм булыр ине. Кемдәндер көтөп ятырға кәрәкмәй, был ерҙә үҙебеҙ йәшәйбеҙ, балаларыбыҙ йәшәй. Был ер үҙебеҙгә кәрәк, - ти 76-сы йәш менән барыусы Фәйзрахман Егетбай улы.

Улар ағас ултыртып ҡына ҡалмай, элек шифахана хеҙмәткәрҙәре ултыртҡан ағастарҙы тәрбиәләп, ҡороғандарын бысып, урынына яңы йәш үҫентеләр ултыртып киткәндәр.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас