

Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн рядовой Эдуард Таштимеров Рәсәй Президенты указы менән һәләк булғандан Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланған. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы Башлығы указы менән ҡыйыу яҡташыбыҙ генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булған.
-Иремде онотмай, иҫтәлекле урын булдырғандары өсөн коллегаларына ҙур рәхмәт. Эдуардым яҡшы хеҙмәткәр, етәксе генә булманы иң шәп ир, атай, ул, ағай булды.,--ти ҡатыны Рита Таштимерова, таҡтаташ асыуҙы ойошторған һәр кемгә рәхмәт әйтеп.-Башҡалар уның юҡлығына күнһә лә, минең өсөн ул һаман да тере. Ауыр мәлдәрҙә әсәйем, апайҙарым, ҡала үҙәк дауаханаһы коллективы ныҡлы ярҙам күрһәтте, һәр яҡлап терәк булды. Ҡайны-ҡәйнәмә мин, улар миңә бик кәрәк. Иңебеҙгә төшкән ауыр ҡайғыны бергәләп күтәрәбеҙ. Ҡайғылы йыл булһа ла ҡыҙым Элиза Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инергә үҙендә көс тапты. Улыбыҙ Нурислам Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 7-се класта уҡый. Балаларыма атайығыҙ ысын герой булды, Тыуған илен, ерен, халҡын яратты, уның именлеге өсөн ғәзиз башын һалды, бер үк исеменә тап төшөрә күрмәгеҙ, тырышып уҡығыҙ, башҡаларға өлгө булығыҙ тип өйрәтәм. Иң ҙур теләгем—тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә бөтә ир-егеттәребеҙ тыуған яҡҡа имен-һау әйләнеп ҡайтһын!
Эдуард Нуриәхмәт улы ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә (46 йәштә һәләк була) ике һуғышта--Чечен һәм Украинала барған бәрәлештәрҙә ҡатнаша. Яугирҙең ҡартатаһы--Ғатаулла Әбдрәхмән улы Таштимеров та Тыуған илен фашист илбаҫарҙарынан азат итеп, дошманды үҙ ояһына алып барып дөмөктөрә.
Ул 1941 йылдың 12 декабрендә фронтҡа китә. Уны яу һуғышҡа әсәһе, ҡатыны һәм 4 ҡыҙы илап оҙатып ҡала. Өс айлыҡ махсус хәрби курс үткәндән һуң 1942 йылдың февралендә 710-сы артиллерия полкы составында һуғышҡа инә. 760-сы, 1054-се уҡсылар, 669-сы артиллерия полктарында оҙон һәм ауыр һуғыш юлы үтә. Уның ҡыйыулығы «Варшананы азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Германияны еңгән өсөн»миҙалдары һәм 3-сө дәрәжә «Дан» ордены менән баһалана. Тыуған яғына 1945 йылдың ноябрендә ҡайта. Тыныс тормошта Таштимеровтарҙың тағы 3 улы—Зиннур, Нуриәхмәт, Айрат тыуа. Һуғыш яраларынан мандый алмай 50 йәшендә генә донъя ҡуя.
Ата-бабалары рухына тап төшөрмәй, алғы һыҙыҡта неофашизмға ҡаршы аяу белмәй һуғышҡан яугир Эдуард Нуриәхмәт улының яҡты рухы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Тыуған еребеҙ батыр улдарын бер ваҡытта ла онотмаҫ.
Гөлдәр Ҡадаева.