

Күптән түгел Төйәләҫ ауылындағы 11-се мәктәптә бик матур сара үтте. Унда һуғыш осоро балалары, мәғариф ветерандары, Сибайҙан «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры, ҡала советы депутаты Илһам Факил улы Әбделғужин , «Һуғыш балалары» ойошмаһы рәйесе Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова саҡырылғайны.
Сара мәлендә «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры, ҡала советы депутаты Илһам Факил улы Әбделғужин һуғыш осоро балаларын етеп килгән Еңеү байрамы менән ҡотлап, бүләктәр һәм КПРФ-ң Еңеүҙең 80 йыллығына арнап сығарған юбилей миҙалдарын тапшырҙы. Әйткәндәй, ауылда 10 һуғыш осоро балаһы йәшәй. Йылдан-йыл улар һаны һирәгәйә. Ваҡытында уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү—беҙҙең бурыс. Әлеге сараға уларҙың 6-һы ғына килә алды.
Депутатыбыҙҙың һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы булыуы ҡыуандыра. Осрашыу мәлендә мәғариф ветерандары ла уның ҡулынан бүләк һәм ҡотлау открыткалары алып ҡыуанды.
Мәктәп уҡыусылары бик матур концерт номерҙары әҙерләгән ине. Ағинәйҙәрҙең сығышы ла күңелгә хуш килде. Артабан мул әҙерләнгән сәй табыны артында ихлас аралашыу дауам итте. Ошондай күңел байрамы ойошторған ағинәйҙәргә, уҡытыусы Илүзә Әсхәт ҡыҙы Буранғоловаға, китапханасы Лариса Мөбәрәк ҡыҙы Бикҡоловаға, ихлас ҡаршы алған мәктәп директоры Зилә Айҙар ҡыҙы Вәлитоваға, депутатыбыҙ Илһам Факил улы Әбделғужинға ихлас рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Шуны ла әйтеп үтке килә: Төйәләҫ ауылы халҡы үҙ депутатынан уңды. Быға тиклемге депутаттарҙы беҙ күрмәй инек. Ә әлегеһе - Илһам Факил улы Әбделғужин даими рәүештә ауылға килә, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша, халыҡ менән кәңәшләшеп эшләй, пландар ҡора. Киләсәктә лә бергә-бергә эшләргә яҙһын.
Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.