АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
19 Апрель 2025, 15:20

Тәбиғәтте ҡурсалау ҙа - Ватанды һаҡлау ул

М.Шайморатов исемендәге батальон яугире Рөстәм Ишмурзин "Таҙа Талҡаҫ" акцияһына ҡушылды. Яуҙан бер аяғын юғалтып ҡайтыуға ҡарамаҫтан, өмәнән ситтә ҡала алмаған. Ватанды ҡорал менән генә түгел, көрәк менән, изге ғәмәл менән, тыуған ергә булған һөйөү менән һаҡларға була, тигән фекерҙә ул.

Тәбиғәтте ҡурсалау ҙа - Ватанды һаҡлау улТәбиғәтте ҡурсалау ҙа - Ватанды һаҡлау ул
Тәбиғәтте ҡурсалау ҙа - Ватанды һаҡлау ул

Рөстәм - Иҫке Сибай ауылы егете. Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән бара.

Әлеге экологик акцияға ҡатыны Эльмира менән килеп, улар ағас ултыртыуҙа ҡатнашты. Афарин, Ишмурзиндар! Ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас