АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
18 Апрель 2025, 05:35

Батырлыҡ уның ҡанында

Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тиерлек ата-олатайҙар юлында йөрөй. Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Айҙар Әхмәҙулла улы Усманов та шуларҙың береһе. Ҡасандыр кесе командир Хөсәйен Усманов Совет-фин һуғышында батырлыҡтар күрһәтһә, бөгөн уның ейәне Айҙар неофашизмға ҡаршы көрәшә.

Батырлыҡ уның ҡанындаБатырлыҡ уның ҡанында
Батырлыҡ уның ҡанында

Айҙар 1982 йылдың 17 мартында донъяға килә. Тыуған ауылы Икенсе Этҡол мәктәбен тамамлай. 2000-2002 йылдарҙа Мәскәү янында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, «Толпар» йәмғиәтендә комбайнер, унан Р.Байрамғолов шәхси хужалығында механизатор булып эшләй.
2022 йылдың сентябрендә ул мобилизацияға эләгә. Бөгөнгө көндә 482-се полктың 2-се батальонында инженер-сопер ротаһында хеҙмәт итә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» (2023 йыл), генерал Шайморатов (2024 йыл), «Батырлыҡ өсөн» (2024 йыл) миҙалдары менән бүләкләнә.
Айҙар Әхмәҙулла улы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда юғары белем алырға ашыға. Шуға ла ситтән тороп Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтына уҡырға инә.
Айҙарҙы туғандары яҡшы яҡтан ғына ҡылыҡһырлай. «Бик намыҫлы, тыныс кеше. Инициатива күрһәтә белә, тырыш, эшһөйәр. Йорт хайуандарын ныҡ ярата»,—тиҙәр.
«Архитектор» позывнойлы яҡта-шыбыҙҙың ҡартатаһы Хөсәйен Усманов та яугир була, дошмандарҙы тар-мар итеүгә өлөш индергән һалдат.
Хөсәйен Мәхмүт улы Баймаҡ ра-йоны 2-се Этҡол ауылында 1915 йылда тыуған. 1937 йылда Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла. Украинаның Дрогобыч ҡалаһында хеҙмәт итә. Совет-фин һуғышы башланыу менән хәрби часть хәрби хәрәкәттәр зонаһына ебәрелә. 1939-1940 йылдарҙағы Совет-фин һуғышында 7-се уҡсылар дивизияһының 300-сө уҡсылар полкы составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Ул Сумма ауылында Маннергейм һыҙығын өҙөүҙә ҡатнаша. 1940 йылдың мартында «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Награда ҡағыҙында хәрби батырлыҡтың аныҡ тасуирламаһы бирелә: «…Младший командир Усманов Х.М., предан делу партии Ленина-Сталина и социалистической родине, дисциплинированный, требовательный командир к себе и к своим подчиненным. В боях проявил себя как мужественный, решительный. Любое приказание выполнял ответственно. Товарищ Усманов уходя в разведку точно обнаруживал расположения врага и его огневые точки. Очутившись в расположении белофинов 13 февраля отделение Усманова наголову разбил взвод врага, обратив в бегство остальных белофиннов. Заслуживает правительственной награды. Ходатайствую о награждении медалью «За боевые заслуги». Командир 7 стр. дивизии комбриг Верзин. Военный комиссар дивизии, полковой комиссар Карталов. 13 марта 1940 г.».
Кесе командир Усманов 1940 йылда Выборг ҡалаһын алған саҡта ҡаты яралана һәм дауаланғандан һуң хәрби хеҙмәттән бушатыла. Тыуған ауылы 2-се Этҡолға ҡайта. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы әҙерләй. 1942 йылда «Ҡыҙыл байраҡ» колхозын ике йыл дауамында етәкләй. Артабанғы йылдарҙа малсылыҡ фермаһы мөдире була, яғыулыҡ-майлау материалдары хеҙмәтендә эшләй. Алынған яралар Хөсәйен Мәхмүт улының һаулығына йоғонто яһамай ҡалмай. Ул 1970 йылда ул вафат була. Геройҙы ауылдаштары һәм туғандары һәр саҡ хөрмәт менән иҫкә ала.
Күреүегеҙсә, яугир Хөсәйен Усманов һуғыштан ҡайтып маҡтаулы эшләгән, балалар үҫтергән, матур итеп донъя көткән. Ҡартатаһы кеүек яу юлын үтеүсе замандашыбыҙ Айҙарға ла тыуған яҡҡа имен-һау ҡайтырға яҙһын. Уны өйҙә ата-әсәһе, яҡындары һәм улы көтә...

 

 


Резеда Усманова.

 

 

Аторҙың һәм редакцияның рөхсәтенән тыш, башҡа сайттарға, социаль селтәрҙәргә алыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас