АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Апрель 2025, 11:30

Ныҡлы ғаилә—ил терәге

Махсус хәрби операция башланғас, иремде саҡыртҡайнылар. Тиҙ арала әҙерләндек, сығым күп киткәнен үҙ миҫалыбыҙҙа аңланыҡ. Әхәтте күп бала атаһы тип кире ҡайтарҙылар. Шул мәлдән яугирҙәргә ярҙам итеү беҙҙең ғәҙәт булып ҡалды. Бынан тыш, дауаханаларға, балалар баҡсаһына, мохтаждарға, сирлеләргә ярҙам итәбеҙ. Интернет селтәренә яҙып һалабыҙ ҙа, халыҡты изге эшкә әйҙәйбеҙ. Йыйылған аҡса, алынған әйбер, тотонолған сумма буйынса отчет биреп барам,—ти Эльвира Хөрмәт ҡыҙы.

Ныҡлы ғаилә—ил терәгеНыҡлы ғаилә—ил терәге
Ныҡлы ғаилә—ил терәге

«Яҡындар-яратҡандар» ата-әсәләрҙең республика форумында тәб-рикләнеүселәр араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ—Баймаҡ ҡалаһынан Кирамовтар ҙа бар ине. Ғаилә башлығына Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» йәмәғәт ойошмаһының «Ил терәге» билдәһен тапшырҙы.


Әхәт Әсҡәт улы менән Эльвира Хөрмәт ҡыҙы Кирамовтар—шәхси эшҡыуарҙар. Баймаҡ ҡалаһында, Икенсе Этҡол һәм Түбә ауылдарында магазиндары бар. Улар 5 бала тәрбиәләй. Ҡыҙ-улдарына хеҙмәт тәрбиәһе генә биреп ҡалмай, күңелдәренә үҙ өлгөләрендә мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ орлоғо ла һалалар.


—Беҙ Әхәт менән йәш саҡтан бер һуҡмаҡтан йөрөгәнбеҙ. Икебеҙ ҙә Сибайҙа уҡығанбыҙ, уртаҡ та-ныштарыбыҙ күп булған, Сибайҙан ауылға бер автобуста ҡайтып йөрөгәнбеҙ. Хатта дуҫтарыбыҙ беҙҙе осраштырып таныштырырға уйлаған, тик юлдарыбыҙ һәр саҡ аймылышҡан. Әммә яҙмыш барыбер бергә булырға ҡушҡандыр, Сибай институтының биология-химия бүлеген тамамлап, Бетерә мәктәбен эшкә килгәндә Әхәт менән таныштыҡ. Ул черчение, рәсем, хеҙмәт дәресенән уҡыта ине. Тиҙҙән уны райондың мәғариф бүлегенә эшкә алдылар, беҙ район үҙәгенә күстек. Әхәт эске эштәр бүлегендә дознаватель булып та эшләне. Әле үҙ эшебеҙ менән булышабыҙ. Махсус хәрби операция башланғас, иремде саҡыртҡайнылар. Тиҙ арала әҙерләндек, сығым күп киткәнен үҙ миҫалыбыҙҙа аңланыҡ. Әхәтте күп бала атаһы тип кире ҡайтарҙылар. Шул мәлдән яугирҙәргә ярҙам итеү беҙҙең ғәҙәт булып ҡалды. Бынан тыш, дауаханаларға, балалар баҡсаһына, мохтаждарға, сирлеләргә ярҙам итәбеҙ. Интернет селтәренә яҙып һалабыҙ ҙа, халыҡты изге эшкә әйҙәйбеҙ. Йыйылған аҡса, алынған әйбер, тотонолған сумма буйынса отчет биреп барам,—ти Эльвира Хөрмәт ҡыҙы.


Кирамовтар Дәүләт Думаһы депутаты тарафынан күрһәтелгән иғтибар һәм ихтирамға оло рәхмәтле. Киләсәктә лә халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә ниәт итәләр.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас