Баймаҡ районы Байыш ауылында билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ташбулат Мостафа улы Дәүләтшинды 70 йәшлек юбилейы айҡанлы тәбрик иттеләр. Кисә бик йылы мөхиттә үтте, ҡотлауҙарға, изге теләктәргә бай булды.
Ташбулат Мостафа улы ҡурайсы, йыраусы ғына түгел, ә үҙ эшенең оҫтаһы ла. Ул оҙаҡ йылдар балаларға ҡурай уйнау серҙәрен өйрәтте, Ғ.Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе филиалында эшләне. Уның ҡурай моңо айырылып тора, уйнағанда өзләп тә ебәрә. «Азамат», «Әрме», «Буранбай» кеүек халыҡ йырҙары көйҙәрен бик оҫта башҡара.
Ул Германия, Японияла үткән халыҡ-ара фестивалдәрҙә, Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә лә ҡатнаша. Братиславала фольклор ижады халыҡ-ара конкурста ҡатнашып, алтын миҙал яулай. Й.Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе, Б.Вәлид исемендәге район премияһы лауреаты.
Талантлы яҡташыбыҙға ҡурай моңондай оҙон ғүмер теләйбеҙ!