АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
2 Апрель 2025, 07:40

Һәр яҡлап оҫта

Һөнәре буйынса—электрослесарь, ә күңеле менән рәссам. Оҫта ҡуллы замандашыбыҙ Хәйбулла районы Һамар ауылында йәшәй.

Һәр яҡлап оҫтаҺәр яҡлап оҫта
Һәр яҡлап оҫта

Һөнәре буйынса—электрослесарь, ә күңеле менән рәссам. Оҫта ҡуллы замандашыбыҙ Хәйбулла районы Һамар ауылында йәшәй. Сергей Николаевич Токарчук «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтенең «Юбилей» ер аҫты руднигында ҡоролмаларҙы ремонтлаусы электрослесарь булып эшләй. Ул үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ә ҡул эше оҫтаһы ла, компанияның «йөрәге» һәм ғаиләһенең ғорурлығы.

Сергей «Башҡорт баҡыры»нда 2012 йылдан. Эш башлаған мәлен бөгөнгөләй хәтерләй: карьер, быраулауҙың тәүге метрҙары, портал төҙөү.

—Мин килгәндә эшселәр аҙ ине, сменала ни бары һигеҙ кеше. Барыһын да бергә эшләргә тура килде,—ти ул.—Хәҙер быларҙы нисек төҙөгәнде иҫкә төшөрәм дә ғорурланып ҡуям.

Уның эше—рудниктың ышаныслы йөрәге: электр ҡоролмалары, насостар, двигателдәр, подстанциялар. Рудниктың өҙлөкһөҙ эшләүе Сергейҙың тәжрибәһенә һәм һөнәри оҫталығына бәйле. Шулай уҡ ул йәштәргә һөнәр серҙәрен еткереүсе остаз.

Сергей бер ҡасан да шахтала эшләрмен тип уйламай, хыялланмай ҙа. Силәбелә радиоаппарат төҙөлөшө буйынса уҡығандан һуң, бөтөнләй икенсе йүнәлештә хеҙмәт юлын башламаҡсы була. Тик осраҡлы ғына «ер аҫтына» килеп эләккәс, «шахта—минең эш» тип уйлап ҡуя.

—Эшем оҡшай, коллектив һәйбәт. Йәйен дә, ҡышын да температура ла бер үк тора. Өҫтә күңелһеҙ ине,—ти Сергей көлөп.—Бында стандарт булмаған юлдар эҙләйһең, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ эш.

Өйөндә лә эш етерлек. Ихата алды хужалығы ҙур: сусҡалар, һыйырҙар, һарыҡтар, ҡош-ҡорт, баҡса. Әҙ генә бушаһа, балыҡ ҡармаҡларға йөрөй. Был шөғөлдө ғаиләһе менән яраталар. Шулай ҙа иң яратҡаны—ағас эше.

—Ағас еҫе, эш процессы йәнемә дауа бирә. Ағас киҫәгенән матур, файҙалы нәмә килеп сыҡһа, күңел ҡыуана, – ти Сергей.  

Ул үҙенең оҫтаханаһында һауыт-һабалар эшләй, ағас менән металды ла берләштереп ебәрә, эпоксидлы ыҫмала ҡуллана. Шулай уҡ ҡатыны менән йөндән аяҡ кейемдәре һәм башҡаһын эшләй.

Сергей спортты ла ярата, предприятиеның футбол һәм хоккей командаларының вратаре була. «Бала саҡтан ҡапҡа төбөндә торҙом инде»,—тип көлә ул һәм хәҙер спортҡа аҙ ваҡыт ҡалыуын белдерә.

Уның ике улы атай юлынан киткән, икеһе лә шахтер. Бына шунда өлгөлө атай, үрнәк булырлыҡ шәхес ул Сергей.

 

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәтенең «Бәйләнештә» селтәре

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас