АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
2 Апрель 2025, 12:30

Ил терәге үҫтергән

Үткән шәмбе баш ҡалабыҙҙа «Яҡындар-яратҡандар» республика ата-әсәләр форумы үтте. Сарала 800-гә яҡын кеше ҡатнашты. Улар «түңәрәк өҫтәлдәр»ҙә тар белгестәр менән танышты, тәжрибә уртаҡлашты, тыңланы һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Ойоштороусыларҙың белдереүенсә, сара киләһе йылдарҙа ла үткәреләсәк.

Форумдың тантаналы өлөшөн Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров асты һәм күп бала тәрбиәләгән, әүҙем тормош алып барған, өлгөлө ғаиләләргә «Ил терәге» миҙалын һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Тәбрикләнеүселәр араһында беҙҙең яҡташтар ҙа бар ине.
Форумда ҡатнашыусы Рәйсә Сәхи улы Байбаҡтинаны бөтә зал аяғүрә баҫып алҡышланы. Йылайыр районы Япарһаҙ ауылында йәшәүсе Рәйсә апай бындай хөрмәткә лайыҡ. Ул йәшләй генә тол ҡалып, 4 улын яңғыҙы үҫтергән. Уларҙың өсәүһе махсус хәрби операцияға юллана. Үкенескә күрә, ике кесеһе һәләк була. Әлеге көндә Ильвир исемлеһе—ил һағында.
—Рәсәй Оборона министрлығы менән һөйләшеп, Ильвирҙы тыуған яҡҡа яҡыныраҡ ергә хеҙмәт итергә күсерә алдыҡ. Хәҙер яугир ғаиләһе янына йышыраҡ ҡайта аласаҡ,—тип белдерә Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров.
Яугиргә «Ил терәге» наградаһы бирелде. Ә оло йөрәкле Рәйсә Байбаҡтинаға лайыҡлы улдар тәрбиәләгәне өсөн депутат Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ильвир ҡатыны Гөлназ менән ике ул үҫтерә. Улар балалар баҡсаһына йөрөй. Ил-йортобоҙға тиҙерәк тыныслыҡ килеүен, ғаиләләр бергә һәм теүәл булыуын теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас