Баймаҡ районы талантлы шәхестәре менән данлыҡлы. Республикабыҙға әллә күпме ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, шағир, артистар бүләк иткән бәрәкәтле төйәк ул. Кемеһелер сәнғәт донъяһында балҡып, маҡтаулы исемдәр алып, республика сәхнәләрен шаулатһа, икенселәре йылдар дауамында үҙ район халҡына йыр-моңдарын өләшеп, уҡыусыларға оло сәнғәт донъяһына аяҡ баҫырға ярҙам итеп, бер нисә ансамбль төҙөп, тамашасыларына хыянат итмәй тыуған яғында эшләүҙе хуп күрә.
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә ике тиҫтә йылдан ашыу эшләгән Сөмбөл Юлбахтина башҡарыуында халыҡ йырҙарын тыңлаған һәр кем уның үҙенә генә хас булған моңло һәм аһәңле тауышына, оҙон көйҙәрҙе шул тиклем оҫта итеп башҡарыуына хайран ҡала.
Нәфислеге, тәбиғи һәләте, моңо менән тамашасыларҙы һоҡландырған был йырсы менән,
ниһайәт, беҙгә лә яҡындан танышырға тура килде.
—Сөмбөл Шәрифулла ҡыҙы, оҙон көйҙәргә ҡарата һөйөү ҡайҙан килде? Ғөмүмән, йыр менән мауығыуың ҡасан башланды?
—Бәләкәйҙән. Мин Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында тыуып үҫтем. Әсәйемдең әсәһе Мәстүрә өләсәйем оҙон көйҙәрҙе иҫ киткес матур башҡара ине, атайымдың әсәһе Сәрүәр ҡартәсәйем дә йыр-моңға оҫта булды, шулай уҡ халыҡ йырҙарын йырланы. Атайым гармунда, ҡурайҙа уйнаны, әсәйем дә халыҡ йырҙарына ғашиҡ булды. Бик матур йырлай ине, әммә шул тиклем баҫалҡылығы уны сәхнәгә менергә ҡамасаулағандыр тием. Нәҫелдә йыр-моң яратҡан, халыҡ йырҙарын башҡарған кешеләр булғас, минең дә күңелемә аҡрынлап уларҙан ошо һәләт күскәндер. Беҙ бәләкәй саҡта ауылдарҙа гөрләп һуғым өмәләре, төрлө мәжлестәр күп үтә ине. Өйөбөҙгә ҡунаҡ килһә, атайым ҡулына гармунын ала, ә мине ултырғысҡа баҫтырып йырлата ине. Үҙемде әртист итеп хис итеп, ҡунаҡтарҙан юғарыраҡ тороп, сәхнәлә торғандай концерт ҡуям.
Әсәйем һәр саҡ баҫалҡы ғына тауышы менән: «Ҡуйсәле, Шәрифулла, йырсы ла булдымы, ана, уҡытыусы булыр»,–тип әйтер ине.
Ҡунаҡтарҙың ҡул сабып ебәреүе мине тағы ла ҡанатландыра, ахыр ултырғыстан төшөп, атайымдың бейеү көйөнә тыпырлатып бейеп китер инем. «Ҡыҙың әртист булыр», «йырсы булыр» тип фатихаларын биреп, күңелдәре тулып киткән еңгәй-инәйҙәр урындарынан тороп, минең арҡамдан тупылдатып һөйөп, изге теләктәрен әйтер ине. Бына шулай бәләкәйҙән йырсы булырһың тип үҫтерҙеләр инде.
—Шулай ҙа әсәйегеҙең һүҙен тыңлап, уҡытыусы һөнәрен үҙ иткәнһегеҙ?
—9-сы кластан һуң Сибай педагогия училищеһына документтарымды тапшырҙым. Ысынлап та, әсәйем йырсы булыуыма ни өсөндөр ризалығын бирмәне. «Тәүҙә уҡытыусыға уҡы, аҙаҡ үҙең ҡарарһың»,—тип ҡырт киҫте. Беҙҙең ваҡытта бит уҡытыусы һөнәре абруйлы ине, бәлки, әсәйем ҡыҙын уҡытыусы итеп күрергә теләгәндер. Әммә мин әсәйемдең шул тиклем тырышып, мине Сибай педагогия училищеһында белем алырға ебәреүенә бөгөн ҙур рәхмәтлемен. Тап ошо уҡыу йортонда ғүмерлек һөнәремә һөйөү уятҡан, артабан мине бары тик йырсы итеп күрә алған, сәнғәт юлынан китергә кәңәш биргән уҡытыусым Джон Мусинды осраттым. Джон Әхмәт улы минең һәләтемде асырға булышлыҡ итте, музыка серҙәре-нә төшөндөрҙө. Ҡулыма дип-
лом алғас, әсәйемә алып ҡайтып күрһәттем дә шунда уҡ Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә документтарымды тапшырҙым. Бында ла уҡытыусыларымдан уңдым. Аэлита Чембарисова, Флүрә Ноғоманова кеүек көслө йырсы-уҡытыусылар ҡулында вокал серҙәренә өйрәндем, концертмейстер Римма Садыҡова шул тиклем беҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булды. Уларға ҙур рәхмәтлемен. 2002 йылда йәш белгес булараҡ хеҙмәт юлымды Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә башланым.
—Шул мәлдән райондың мәҙәни тормошон үҫтереүҙә күп көс һалаһығыҙ, бер ниндәй сара ла һеҙҙән башҡа үтмәй тиһәк тә була. Башҡа урындарға ла саҡырыуҙар булғандыр бит. Күңелегеҙҙә үкенестәр юҡмы?
—мин Сибай филар-монияһында ла, Сибай халыҡ драма театрында ла бер аҙ ваҡыт эшләп алдым. Улым Байназар тыуғас, ата-әсәйемә, туғандарыма яҡын булырға тигән уй менән кире Баймаҡҡа килеп төпләндем. Хатта ҡайһылар ваҡытта Таулыҡайҙан йөрөп тә эшләгән саҡтар булды.
Үкенестәргә килгәндә, ундай тойғоһо юҡ. Үкенес эшеңдән, тормошоңдан йәм һәм тәм тапмаған саҡта ғына булалыр тип уйлайым. Минең хатта кемгәлер үпкәләп ултырырға ваҡытым да юҡ шикелле. Тулы ижад тормошонда ҡайнайбыҙ, ҡайҙалыр концерттарға ашығабыҙ, яңы йырҙар өйрәнәбеҙ, конкурстарҙа сығыш яһайбыҙ. Барына шөкөр итеп йәшәргә тырышам, яҙғаны былай ҙа була ул.
—Ике ансамбль менән етәк-селек итәһегеҙ, үҙегеҙҙең репертуар өҫтөндә лә даими эшләргә кәрәк. Шулай уҡ сәнғәт мәктәбендә уҡыусыларға белем бирәһегеҙ. Шул арала ваҡыт табып, тамада булырға ла өлгөрәһегеҙ. Ҡайҙан ваҡыт табаһығыҙ?
—Иң мөһиме: теләк булһын! Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәргә бер ваҡытта ла еңел булғаны юҡ, эш хаҡы ла юғары түгел. Шуға күрә бөгөн һәр кем бер нисә эштә эшләргә мәжбүр тип әйтер инем, был тормош талабы.
Сәхнәлә матур һәм зауыҡлы кейемдә сығып сығыш яһағанда ғына тамашасылар өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәре рәхәт йәшәй, матур кейенә, йырлап-бейеп тик йөрөй тигән уй тыуалыр, бәлки. Ә уның артында күпме көс, хеҙмәт ятыуын күптәр аңлап та бөтмәй.
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә бер аҙ эшләгәс, бер кабинетта апай-инәйҙәрҙең халыҡ йырын башҡарыуын ишетеп ҡалдым. Ипләп кенә ишеген асып, тыңлап торам. Етәкселәре Мәүжидә Айытҡолова күреп ҡалды ла инергә ҡушты. Баҡтиһәң, был районда данлыҡлы «Ҡомартҡы» халыҡ ансамблендә шөғөлләнеүселәр репетицияға йы-йылған икән. Минән дә йыр йырлауымды үтенгәстәр, инәлтмәй генә «Баяс»ты һуҙып ебәрҙем. Мәүжидә апай Айытҡолованың әйләнә биреп һынсыл тыңлап ултырыуы әле лә хәтеремдә. Йылдар үткәс, үҙемә «Ҡомартҡы» халыҡ вокал ансамбле етәксеһе булырға тура килде. Ансамбль менән күп конкурстар еңеүсеһе булып танылдыҡ, районда үткән һәр мәҙәни сараның йөҙө булараҡ сығыш яһайбыҙ.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрында бер аҙ эшләп китеүем дә файҙаға булды. «Талҡаҫ» халыҡ театрын етәкләп, халыҡҡа оҡшаған спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарырға тура килде, республика конкурстарында призлы урындар ҙа яуланыҡ. Әгәр ҙә «Ҡомартҡы» халыҡ вокал ансамблендә олораҡ йәштәгеләр, атап әйткәндә, хаҡлы ялда булыусылар сығыш яһаһа, йәшерәк һәм урта йәштәгеләр өсөн ансамблдең булмауын иҫәпкә алып, 2022 йылда «Мирфәйзә» вокаль-этнографик ансамблен булдырҙым. Улар тәүге сығыштан уҡ тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Ансамбль халыҡ, ретро, заманса йырҙар башҡара, матур костюмдары, килешле хәрәкәттәре менән дә күҙҙең яуын ала. Шулай уҡ Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә «Дуҫтар» вокал һәм фольклор ансамбле эшләп килә. Сәнғәт мәктәбендә 2009 йылдан алып эшләйем, үҙемдең йыр сәнғәте буйынса уҡыуҙарын дауам иткән уҡыусыларым менән дә ғорурлана алам. Улар—Азамат Ғөбәйҙуллин, Алтынай Салихова, Азамат Заманов, Ынйыгөл Ғәббәсова, Игорь Зәйнуллин һәм башҡалар. Был уҡыусыларым мәктәпте тамамлап, артабан Өфөләге сәнғәт училищеларында һәм академияһында белем алыуҙарын дауам итә.
—Улығыҙ Байназар ҙа һеҙҙең юлды һайлаған.
—Эйе, улым Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында вокал буйынса Динар Ласынов класында уҡый, фортепианино, ҡурай кластарын бөттө. Байназарҙы сәнғәт юлынан китер тип һис кенә уйламай инек, 9-сы кластан һуң ҡайҙа барыу мәсьәләһе килеп сыҡҡас, «Йырсы булһам, нисек булыр икән?»—тигән һорауына аптырап ҡалдыҡ. Һәм теләгенә ҡаршы килмәнек. Әле бик тырышып уҡып йөрөй, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә, кәйефе шәп.
—Үҙегеҙ кемдәрҙе яратып тыңлайһығыҙ?
—Рамазан Йәнбәков, Тәнзилә Үҙәнбаева, Азамат Тимеровтың йырҙарын яратып тыңлайым.
—Иң яратып башҡарған халыҡ йырығыҙ бармы?
—«Ғилмияза», «Һаҡмар» халыҡ йырҙары.
—Йыр һеҙҙең өсөн нимә ул?
—Минең булмышымдың бер өлөшө, йәшәү рәүешем. Яратҡан эшем, күңел йыуанысым, шатлығым һәм бәхетем.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Артабан да ижади уңыштар!
Кәримә Усманова
әңгәмәләште.
Автор фотоһы.