«Беренсе тирмә» республика проекты хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр.
Ул Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко башланғысы менән барлыҡҡа килде. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрҙең береһендә ул республика Башлығына Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары госпиталдәрендә яралы яугирҙәрҙе ҡарау өсөн күсмә төркөмдәр ойоштороу тураһында ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтенесен еткерә. Радий Фәрит улы был башланғысты хупланы һәм ирекмәндәр төркөм-төркөм госпиталдәргә ярҙамға ашыҡты.
Күптән түгел ирекмәндәр составында беҙҙең яҡташыбыҙ, Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы ҡыҙы Гүзәлиә Зәки ҡыҙы Ҡотлоғужина-Туйсина Луганскиға барып ҡайтты. Ул ҡасандыр Сибай институтының башҡорт филологияһы факультетын тамамланы, әлеге көндә Балаҡатай районында йәшәй. Гүзәлиә Балаҡатай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, «Юлдаш» балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы етәксеһе һәм ирекмәндәр хәрәкәте координаторы булып тора.
Яҡташыбыҙҙан бөгөнгө эшмәкәрлеге, ике аҙналыҡ командировкала алған тәьҫораттары хаҡында һораштыҡ.
—Ирекмәнлек хәрәкәте менән 2021 йылдан шөғөлләнәм. 2022 йылдың октябрендә районда хаҡлы ялдағылар өсөн көмөш ирекмәндәр хәрәкәтен булдырҙым. Улар «Махсус хәрби операция оҫтаханаһы» проекты буйынса маскировка селтәрҙәре үрә, йылы ойоҡбаштар, талисмандар бәйләй, окоп шәмдәре эшләй, гуманитар ярҙам йыя, хәйриә йәрминкәләре үткәреп, аҡсалата ла ярҙам күрһәтә.
Балаҡатай районында 2023 йылдың 9 майында минең инициатива менән маскировка селтәрҙәре үреү акцияһы старт алды. Көмөш ирекмәндәрем менән ауылдар буйлап йөрөп оҫталыҡ дәрестәре күрһәттек, өйрәттек. Хәҙерге көндә районда күмәк көс менән бөтәһе меңдән ашыу селтәр үрелгән.
Быйыл иһә «Беренсе тирмә» проектына ҡушылырға ҡарар иттем. Госпиталгә барырға бер нисә көн ҡалғас, күңелемде ҡурҡыу биләп алды. Яра, ҡан күргәнем юҡ бит, унда барғас ҡойолоп төшмәҫменме, тигән борсоулы уйҙар булды.
Луганскиға барғас, күңелем өшөп китте... Үҙемде эстән: «Ныҡ бул, бирешмә»,—тип көйләнем.
Рима Рәмил ҡыҙы Ғәлиәхмәтова менән эвакуацион госпиталдең хирургия бүлегенә эләктек. Ауыр йәрәхәтле, көндәлек ярҙамға мохтаж коляскала һәм костылдәрҙә булған ир-егеттәр бик күп. Иртәнге 8-ҙән киске 6-ға тиклем ялһыҙ эшләнек. Ашханала ярҙам иттек, ятҡан ауырыуҙарҙы ашаттыҡ, поликлиникаға табиптарға, томография, УЗИ, рентген үтергә алып йөрөттөк.
Госпиталь эвакуацион булғас, хәрби йөкләмәнән килгән егеттәргә даими рәүештә хәстәрлек күрһәттек: кейендерҙек, шәхси гигиена әйберҙәре тараттыҡ, тырнаҡтарын ҡырҡтым. Әйткәндәй, сәс ала белмәүемә ныҡ үкендем... Процедура кабинетында шәфҡәт туташтары беҙгә яра бәйләргә өйрәткәндән һуң, перевязкалар эшләнем.
Һалдаттар араһында йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә бар. Төрлө милләт вәкилдәре бер-береһенә "БРАТ" тип өндәшеүҙәрен ишетеүе күңелдә ниндәйҙер йылы хис ҡалдырҙы. Чечнянан, Үзбәкстандан, Әрмәнстандан, Ҡаҙағстандан, Силәбе, Ставрополь, Пермь һәм башҡа өлкәләрҙән, хатта Эфиопия һәм Ҡытайҙан егеттәр булды. Хәлдәрен һорашып өлгөрмәйһең, һыҙланыуҙарына ҡарамай, беҙҙең менән ихлас аралаштылар. Йылы һүҙ – йәнгә лә, тәнгә лә дауа тиҙәр бит. Йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәҫкә тырыштыҡ.
Үҙебеҙҙең Башҡортостан егеттәре менән саф башҡортса һөйләшеүҙәр үҙе бер оло кинәнес бирҙе. Яҡын танышып алғас, иртәнән беҙҙең килеүебеҙҙе ихлас көтәләр ине. Апай тип өҙөлөп торҙолар. Силәбе өлкәһенән, Благовар, Әбйәлил, Әлшәй районынан яҡташтарҙы осраттыҡ. Әбйәлилдән "Һунарсы" позывнойлы йәш егет талисман- чебурашканы ихлас ҡабул итеп алды. Ул ҡыуанғанға мин шатландым. Әйткәндәй, үҙем менән бергә, 10 чебурашка, сәк-сәктәр, бал, ҡайнатмалар, 30-лап ҡулдан бәйләнгән мочалка, шәхси гигена әйберҙәре һәм еүеш салфеткалар алып барғайным. «Һә» тигәнсе таратып бөттөм. Мәктәп уҡыусыларынан бик күп хаттар килтергән инек. Уларҙы ихлас уҡынылар. Бер көн яныма бер һалдат килде лә: «Беҙ палаталағы егеттәр менән хаттар уҡып ятабыҙ. Башҡортса яҙылған хат та бар араһында. Тәржемә итмәҫһегеҙме икән?»—тине. Ҡыуанып, риза булдым. Хатты уҡығас, эстәлегенә улар ғына түгел, мин дә хайран ҡалдым. Илеш районынан 12 йәшлек тос фекерле уҡыусы малайҙың хаты ине был.
Чебурашкаларҙы миңә бәйләм оҫтаһы Вилнара Мусина биргәйне. Ҡулымда күреү менән кемдәр өлгөрҙө—шулар алып, тиҙ генә рюкзактарына тағып та алдылар. Ысынлап та, уҡыусылар яҙған хаттар, талисмандар һалдаттарға ныҡ оҡшай, уларҙан күңел йылыһы бөркөлә.
«Һуғыш һулышын тойоп, уның эҙемтәләрен үҙ күҙҙәрең менән күргәс, иланыңмы?»—тип һорағандар бар. Юҡ, унда бер тапҡыр ҙа иламаным, барыбыҙ ҙа рух ныҡлығы күрһәттек һәм яугирҙәребеҙгә лә йәшәү көсө бирергә тырыштыҡ. Ә инде тыуған яҡҡа ҡайтҡас рәхәтләнеп илап алдым... Хәлдән килгәнсә ил именлеген һаҡлаған һалдаттарыбыҙға ярҙам күрһәтәтәсәкмен, тип үҙемә һүҙ бирҙем. Госпиталдән һуң йәшәү мәғәнәһе тураһында күберәк уйлана башланым. Бөгөн яугирҙәр рух ныҡлығын юғалтмаған, өмөт менән йәшәйҙәр. Бына ҡайҙа ул ҡыйыу йөрәктәр! Еңеүгә тиклем ҡулымдан килгәнсе ярҙам итәсәкмен һәм мотлаҡ унда тағы ла барасаҡмын,—ти Гүзәлиә Зәки ҡыҙы.
Оло йөрәкле, ҡыйыу яҡташыбыҙға яугирҙәргә күрһәткән, ойошторған ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Резеда Усманова.
* Редакцияның һәм авторҙың рөхсәтенән тыш, башҡа матбуғат баҫмаларына, мәғлүмәт сайттарына алыу тыйыла.