АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
20 Март 2025, 04:30

Милләт әсәләре тәбрикләнде

Өфөлә "Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте. Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән 200-ҙән ашыу гүзәл зат вәкиле 8 төрлө номинацияла бүләкләнде. Еңеүселәр араһында Баймаҡ районы вәкилдәренең дә булыуы ҡыуаныслы.

Милләт әсәләре тәбрикләндеМилләт әсәләре тәбрикләнде
Милләт әсәләре тәбрикләнде

Өфөлә "Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһау тантанаһы үтте. Башҡортостандан һәм илдең башҡа төбәктәренән 200-ҙән ашыу гүзәл зат вәкиле 8 төрлө номинацияла бүләкләнде. Еңеүселәр араһында Баймаҡ районы вәкилдәренең дә булыуы ҡыуаныслы.

Мырҙағәлина Әсмә Сафа ҡыҙы хаҡында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде. Ул Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында йәшәй, сығышы менән хозур тәбиғәтле Иҫән ауылынан. Биш балаға ғүмер бүләк итә. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт ветераны, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, йырҙар авторы һәм башҡарыусыһы, халыҡ дауалауы менән шөғөлләнә. Ул Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» миҙалына лайыҡ булды.

Биш бала араһында берҙән-бер улы ике һуғыш үтә. Чечен һуғышынан иҫән һау ҡайтып, ғаилә ҡороп гөрләтеп йәшәп ятҡанда мобилизацияға эләгә. Оҫта ҡуллы Әҡсәнде иптәштәре «Золотой» тип кенә йөрөтәләр.

Әсмә Сафа ҡыҙы үҫеп килгән быуынды патриотик тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Ул даими рәүештә төрлө осрашыуҙарҙа, күргәҙмәләрҙә һәм «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә ҡатнаша. Улы вафат булғандан һуң, ул улы уҡып киткән Ниғәмәт мәктәбендә аҡса фонды ойоштора. Фонд уҡыу алдынғыларын һәм һәләтле балаларҙы бүләкләү өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ улы тураһында шиғырҙар яҙа һәм үҙ йырҙарын башҡара. Әсмә Сафа ҡыҙы күңел һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, позитив, әүҙем һәм йәмғиәттә ҙур ихтирам яулаған.

 

Бүләкләнеүселәр араһында Буранбай ауылы ҡыҙы Фәймә Ғибәт ҡыҙы Ишморатова ла бар. Уның ире мичман Фәнис Ишморатов 2000 йылда «Курск» атом һыу аҫты кәмәһендә фажиғәле һәләк булһа, улы Данистың ғүмере МХО-ла өҙөлдө. Оло ҡайғыларҙан һуң, Фәймәнең бөгөлөп төшмәүе, киреһенсә бар көсөн йыйып ирекмән булыуы маҡтауға лайыҡ. Ул маскировка селтәрҙәре үреүҙә лә, ылау ташыуҙа ла ҡатнаша. МХО биләмәһенә 15 тапҡыр барып ҡайтҡан гүзәл зат ул. Яугирҙәр уны «Апай» тип белеп тә бөткән.

Ф.Ғ.Ишморатоваға ла «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» миҙалы тапшырылды.

 

Гөлнара Әҙеһәм ҡыҙы Самарбаева—Муллаҡай ауылынан. Табип-невролог. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 25 йыллыҡ стажы бар. Ире МХО-ла һәләк булған.

Гөлнара Әҙеһәм ҡыҙы «Йылдың иң яҡшы табибы-2020» Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында 3-сө урын яуланы. «Йылдың иң яҡшы табибы -2022 » конкурсы еңеүсеһе. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, Луганск ҡалаһына табип-ирекмән (2024 йылдың ғинуар - майы), Донецк ҡалаһына табип-ирекмән (2025 йылдың ғинуар-феврале) булараҡ бара. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы миҙалы менән бүләкләнә. «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсында «Медицина хеҙмәткәре» номинацияһында еңеүсе.

 

Гөлназ Булат ҡыҙы Хафизованы баймаҡтар яҡшы белә. Ул күп бала әсәһе, ирекмән. «Һаҡлаусы фәрештә» автономлы коммерциялы булмаған ойошма директоры булып тора. Баймаҡ районының, Ханты-Мансы автономлы округының Югра, Сорғот ҡалалары ирекмәндәренең етәксеһе. Сорғотта магазиндар селтәре директоры ла. «Фронтҡа ярҙам иткәне өсөн» миҙалына лайыҡ булған. «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» конкурсында «Ирекмән» номинацияһында еңеү яуланы.

 

Ғафарова Рәүфә Ҡазихан ҡыҙы—1-се Төркмән ауылынан. Сорғотта йәшәй. 2022 йылдан ирекмән булараҡ МХО-ға ярҙам күрһәтә. «Ҡатын-ҡыҙ—милләт әсәһе» конкурсында «Ирекмән» номинацияһында еңеү яуланы.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас