Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитов 1951 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында Фәүзиә һәм Шәкирйән Мәүлитовтар ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа. Башта тыуған ауылында уҡый, артабан — Темәс урта мәктәбендә. Совет Армияһына хеҙмәткә алынғанға тиклем «Ирәндек» совхозында токарь булып эшләй. 1969—1972 йылдарҙа Балтика флотында хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Ишeмбай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1980 йылда тыуған яҡтарына ҡайта, райондың төрлө мәктәптәрендә эшләй. Һуңғы йылдарҙа Билал ауылында төпләнеп, урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, бер үк ваҡытта Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә — фольклор түңәрәге етәксеһе.
Оҫта баянсы булараҡ, хеҙмәт иткән саҡта ла, студент йылдарында ла, ҡайҙа эшләһә лә — баяндан, ҡурайҙан, ғөмүмән, йыр-моңдан айырылмай. 1993 йылда үҙенең беренсе йырын яҙа — М. Юлмөхәмәтов һүҙҙәренә «Сәскә менән Күбәләк». Ошо йырҙы башҡарып, уның өлкән ҡыҙы Айгөл Баймаҡта үткән «Уйна, гармун» район конкурсында тамаша һөйөүе призына лайыҡ була, ә 1994 йылда — 1-се урынды ала.
Вилүр Мәүлитов — 100-ҙән ашыу йыр авторы, улар район һәм республика сәхнәләренән, радио һәм телевизорҙан йыш яңғырай. Йыр уҡытыусыһы һәм фольклор түңәрәге етәксеһе булараҡ, ул балалар өсөн дә йырҙар ижад итә.
«Сулпылар» телетапшырыуында В. Мәүлитовтың йырҙары йыш ҡына башҡарыла. Шулай уҡ балалар баҡсаһында композиторҙың ижад емештәре менән бәләкәстәрҙе таныштыралар. Билдәле йырсылар Р. Харрасов, Ф.Сербаев, А.Салауатов, Ю.Һағынбаев, Б. Азаматова, М.Ҡотоев, И.Абдуллин, Ф.Йосопов, Рәмил һәм Радмир Туйсиндар, Фәнүр һәм Фәттәх Аралбаевтар В.Мәүлитовтың йырҙарын үҙ репертуарҙарына алған.
2001 йылда уның тәүге йырҙар йыйынтығы нәшер ителә.