АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
14 Март 2025, 11:45

Йәш командир ялға ҡайтты

25 йәшлек кенә командир Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылынан. «Буран» позывнойлы егет ҡыҫҡа ялға ҡайтты.

Йәш командир ялға ҡайттыЙәш командир ялға ҡайтты
Йәш командир ялға ҡайтты

Егет мәктәпте тамамлағас, Аҡъяр тау колледжында уҡый. Һаулығы яҡшынан булмау сәбәпле, әрме хеҙмәтенә бармай. Сибай ит комбинатында, унан «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә эшләй. Аҙаҡ вахта ысулы менән Себергә бара. 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итеп, контракт төҙөй.

--Екатеринбург аша Ростовҡа остоҡ, унда йөк машинаһы менән үҙ часыбыҙға барып еттек. Фронтҡа килгәс, рядовой булып хеҙмәт иттем: снайперҙарҙы, саперҙарҙы ҡаршы алдым һәм оҙаттым. Саперҙарға ҡайҙа миналар һалырға кәрәклеген күрһәттем, постар бәйләнешкә сыҡмаһа,  уларҙы тикшерҙем, шулай уҡ емерелгән блиндаждарҙы фотоға төшөрҙөм һәм командирҙарға ебәрҙем. Минең эшемде «аяҡ» тип атайҙар, сөнки унда һәр ваҡыт йөкләмәләр менән йүгерергә кәрәк ине. Һуңынан «Аҡмалай» позывнойлы рота командиры мине Мәскәүгә ебәрҙе, унда мин командир вазифаһына ике ай уҡыным һәм 2024 йылдың декабренән мин взвод командиры,—ти «Буран».

Контракт буйынса хеҙмәт итер өсөн ҡыйыу, сыҙамлы булырға кәрәк ти яҡташыбыҙ. Әле уның күкрәген «Батырлыҡ өсөн» миҙалы биҙәй.

 

Иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ!

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас