Ошо көндәрҙә халҡыбыҙҙың билдәле, уҡымышлы улы, профессор Сәфәрғәле Искәндәр улы үҙенең 80 йәшлек юбилейын ҡаршы ала тигән хәбәрҙе ишеткәс, бер аҙ баҙап ҡалдым. Ҡарап тороуға күпкә йәш күренгән, әле лә төп-төҙ баҫып, етеҙ аҙымдар менән ғорур атлаған, мөһабәт кәүҙәле яҡташыбыҙ һикһәнен тураҡлар йәшкә еткән тип һис уйламаған да инем. Юбилейы айҡанлы яҡындан танышырға ҡарар иттем. Әлбиттә, мин уны алдан белә инем: матбуғат биттәрендә, интернет киңлектәрендә уның хаҡында мәғлүмәт бик күп. Эш буйынса Сибай институтына барғанда ла осрата инем, ҡалабыҙҙа үткән мәҙәни сараларҙа, осрашыуҙарҙа ла йыш күрҙем. Әйткәндәй, ҡалабыҙҙа үткән концерттарға ҡатыны Вилүрә апайҙы ҡултыҡлап, ыҫпай ғына кейенеп килгәнен ситтән күҙәтеп, шул тиклем матур пар булыуына һоҡлана инем. Ниһайәт, яҡындан күрешергә форсат тейҙе.
Иң беренсе мине Йәнтү-риндарҙың ябайлығы, алсаҡ-лығы, ихласлығы йәлеп итте. Күркәм йорттарының зауыҡ менән эшләнеүе генә түгел, шундай уҡ зауыҡ менән биҙәлеүе оҡшаны. Бында әллә ниндәй ҡиммәтле әйберҙәргә түгел, ә милли хазинаға, ата-әсәнән ҡалған ҡомартҡыларға, тәбиғи матурлыҡҡа, журнал-китаптарға һөйөү йәшәгәне күренә. Йорттоң тәүге ҡатын тип әйтһәм, хата булыр (сөнки йорт бер ҡатлы), уның подвалын махсус йыһазландырып, бында музей эшләгәндәр. Бында нимә генә юҡ! Элекке фотоаппараттар, картиналар, күмер үтеге, текст йыйыу машинкаһы, ата-әсәләренән ҡалған әйберҙәр, балалары бәләкәй саҡта кейгән мәктәп формалары, Вилүрә апай үҙе теккән милли күлдәктәр—барыһы ла тарих һөйләй. Ә өҫтә иһә, өйҙөң үҙендә, һәр нәмә үҙ урынында. Бер бүлмәлә сәйәхәттән алып ҡайтҡан иҫтәлекле әйберҙәре урын алһа, Сәфәрғәле Искәндәр улының бүлмәһе профессорҙарҙыҡына хас, бында китаптар, журналдар, гәзиттәр. Ә аш бүлмәһенән йылылыҡ, хуш еҫ бөркөлә. Әйткәндәй, Йәнтүриндар тик үҙебеҙҙең яҡта үҫкән шифалы үлән сәйенә өҫтөнлөк бирә. Ғалим-ботаник эсемлеге нәҡ шулай булырға тейеш тә инде!
Вилүрә Зиннәт ҡыҙы иренән уңыуын белдерһә, Сәфәрғәле Искәндәр улы саңғы ярышы таныштырған, йәшлегендә ғашиҡ иткән кәләшенә әле лә һөйөү һәм ихтирам менән ҡарай. Хатта килешмәгәнерәк бер һорауыбыҙға ла матур яуап бирҙе ул. «Тиҙ арала ғына өйөгөҙҙән сығырға һәм китергә ҡушһалар, үҙегеҙ менән нимә алыр инегеҙ?»—тинем.
—Уйй, улайтырға ҡушмаһындар инде ул... Ә улай була ҡалһамы, Вилүрәмде етәкләр ҙә сығыр инем,—тине Сәфәрғәле Йәнтүрин.
Аҡыл эйәләре, психологтар белдереүенсә, ҡатынын бәхетле итә алған ир-атҡа һәр яҡлап юл асыла. Сөнки бәхетле ҡатын үҙ ирен күтәрмәләй, хуплай, аңлай. Ә бындай тыл булғанда ир-егет күп уңыштарға өлгәшә. Тимәк, Сәфәрғәле Искәндәр улы уңышҡа юлды һөйгән йәрен бәхетле итеүҙән башлаған һәм яңылышмаған. 200-ләгән фәнни хеҙмәт авторы булараҡ, бөгөн ул абруй ҡаҙанған. Фәнни эшмәкәрлеге этноботаника-ға, фитомелиорация маҡсатында Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт климат зоналары һәм тоҙло тупраҡтар өсөн үлән ҡатнашмаларын булдырыуға, Башҡортостандың Урал аръяғында экосистемаларҙың тау етештереү сәнәғәте ҡалдыҡтары менән техноген бысраныуы, дарыу үҫемлектәрендә ауыр металдарҙың тупланыуы мәсьәләләренә арналған. Төп йүнәлеше Башҡортостанда дарыу үләндәрен һаҡлауға ҡайтып ҡала. Күп йылдар Сибай институтында уҡытып, бөгөн элекке студенттары араһында фән кандидаттары һәм докторҙар булыуына ифрат ҡыуана.
Сәфәрғәле Искәндәр улын күптәр ҡурайсы булараҡ та белә. Ул күп кенә фестивалдәрҙә, байрамдарҙа ҡатнаша. Шуға уны бөгөн Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре тип кенә түгел, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре итеп тә беләләр. Йыр-моңға һөйөү уға ғаиләнән килә. Атаһы оҫта йырлаған, хатта үҙ көйҙәре, таҡмаҡтары булған.
—7 балалы Йәнтүриндар ғаиләһендә 6-сы бала булып донъяға килгәнмен. Атайым күҙен ҡазалаған була, шул сәбәпле һуғыштан тороп ҡала, әммә хеҙмәт фронтына ебәрелә. Хәйҙәр ағайым—бухгалтер, Азат ағайым—агроном, Миңлеғәле ағайым—ветеринар, Гөлсара апайым—химия уҡытыусыһы, Гөлсирә апайым ғүмерен колхоз эшенә арнаны, Фәрзәнә һеңлем иһә башҡорт теле уҡытыусыһы. Бөгөн өсәүебеҙ иҫән. Туғандарым хаҡында тик йылы һүҙҙәр генә әйтә алам. Эш менән үҫтек, татыу булдыҡ. Ағайым мине тәрбиәләне тип тә әйтә алам. Төпсөк менән шаярған мине ғүмерҙә лә ауыҙға тәмәке алмаҫлыҡ итте. Шөкөр, бөгөн дә сәләмәт тормош алып барам. Алама ғәҙәттәрҙән ситтәмен. Көн дә ҡатыным менән һыуыҡ һыу ҡойонабыҙ, йәйәү йә саңғыла йөрөйбөҙ. Аҙнаһына ике тапҡыр спорт залға студенттар һәм уҡытыусыларҙан торған командалар менән воллейбол уйнарға йөрөйбөҙ. Мөмкинлек сыҡҡанда илдәр буйлап сәйәхәт итәбеҙ,—ти Сәфәрғәле Искәндәр улы.
Әйткәндәй, Йәнтүриндарҙың өйөндә донъя картаһы элеүле тора. Улар үҙҙәре ҡайҙа барған— шунда флажок ҡаҙағандар.
Бик күп илдәрҙә булғандар, төрлө милләт халҡы менән танышҡандар.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡайҙа ғына барһа ла Сәфәрғәле Искәндәр улы ҡурайына хыянат итмәгән. Сит илдәрҙә төшкән фотоларының ҡайһыныһына ғына күҙ һалһам да—ғалимдың ҡулында ҡурай!
Был милли рухтың көсө, моңға һөйөүҙең ныҡлығы хаҡында һөйләй.
Сәфәрғәле Искәндәр улын әсәһе прокурор итеп күрергә теләй. Мөһабәт кәүҙәһенә, әлбиттә, погонлы кейем дә бик килешер ине. Тик йәш егеттең күңеле йә тарихсы, йә тел белгесе булырға ынтыла. Әммә бер туған апаһының өгөтләүе менән Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына барып юлыға. Уйламағанда, осраҡлы ғына был йүнәлеште һайлауы хата булғанмы, әллә юҡмы? Бәлки, беҙ көслө тел ғалимын юғалтҡанбыҙҙыр? Был һорауҙарға ғалим үҙе аныҡ яуап ҡайтарҙы: «Үкенмәйем. Тормошом менән ҡәнәғәтмен. Уны яңынан үтергә мөмкинлек бирһәләр, нәҡ ошолай үтер инем». Әйткәндәй, телгә булған һөйөүе ботаника, биология һүҙҙәрен башҡортсаға ауҙарып, һүҙлек төҙөргә лә мөмкинлек бирә.
Йәнтүриндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән, уларға береһенән-береһе матурыраҡ саф башҡорт исемдәрен биргән: Урал, Гөлнәзирә, Айһылыу. Улдары—офтальмолог, Гөлнәзирә—психолог, ә иҡтисадсы Айһылыу Швейцарияла йәшәй һәм сит илдә башҡорттарҙы туплауға, башҡорт телен популярлаштырыуға үҙ көсөн һала. Ейән-ейәнсәрҙәре лә бик матур исемдәр йөрөтә: Йыһанур, Миләүшә, Искәндәр, Тәлғәт, Әйшә. Сәфәрғәле һәм Вилүрә Йәнтүриндар бөгөн башҡорт бейеүенә мөкиббән ғашиҡ Миләүшәләре, Чехияла микробиология менән шөғөлләнеүсе Тәлғәттәре, Өфөлә күн әйберҙәр тегеү менән булышҡан Искәндәрҙәре менән ғорурлана һәм әлегә студент, уҡыусы булған Йыһанур һәм Әйшәгә оло өмөт бағалай.
Хушлашыр алдынан, юбилярға: «Нимә ул бәхет?»—тигән һорауҙы бирҙем.
—Ошо ерҙә йәшәү—үҙе бәхет. Янымда яратҡан кешеләрем, яратҡан эшем, шөғөлөм бар. Донъяла тыныслыҡ ҡына булһын. 1945 йылда, мин тыуғас, Бөйөк Еңеү яуланған. 15 мартта тыуған көнөм, шунан һуң Еңеү килер тип өмөт итәм,—тип уйынлы-ысынлы яуап бирҙе ғалим.
Беҙ иһә ошо бәхеттең оҙаҡҡа һуҙылыуын, өмөттәрҙең аҡланыуын теләнек! Юбилейың менән, ғалим!
Резеда Усманова