БЕРӘҮҘӘН ӨСӘҮ ЯҠШЫ
Башланғыс класта уҡығанда, кем булырға теләйһең, тигән темаға төшөрөлгән һүрәттә үлсәгес артында торған һатыусыны эшләгәнем хәтерҙә. Эшләнем һәм магазин тураһындағы уй-хыял онотолдо. Мәктәпте бөткәс, атай-әсәйем, үҙҙәре ғүмер буйы ауыр эштә эшләгәс, таҙа эш, тип, уҡытыусы һөнәрен һайларға күндерҙеләр һәм Сибай институтына уҡырға индем. Диплом алыу осором йәш белгестәр артыҡ кәрәкмәгән мәлгә тура килде. Шулай ҙа тыуған Әбйәлилемә ҡайтып (мин үҙем Рысҡужа ауылынан), ике йыл Әбдрәш урта мәктәбендә эшләнем. Буласаҡ тормош иптәшем менән студент саҡтарҙан дуҫ инек. Өйләнештек. Уның сығышы—Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы. Ирем дә мәктәпкә эшкә килде. Бер йылдан ул, ғаиләмде мәктәптәге эш хаҡына ҡарай алмайым, тип, сауҙа өлкәһенә эшкә күсте, бер бәләкәй генә павильон алып, мине лә һатыусы булырға өгөтләне. Ул ваҡытта ғаиләбеҙҙә ике ҡыҙыбыҙ бар ине. Балалар бәләкәй булһа ла, яңы эш башларға батырсылыҡ иттек. Сауҙа өлкәһе минең өсөн бөтөнләй ят, етмәһә, биш йыл декретта ултырғандан һуң, таныш булмаған эшкә тотондом. Тауар килә—ҡотом оса, һатып алыусылар инһә, баҙап ҡалам. Шулай башланып китте яңы һөнәрем, баш баҫып эшләп, һатыусы яллағансы, ярты йылдан ашыу яңғыҙым ғына һатыу иттем. Йәйгеһен төрлө һуттар, һыу, туңдырмаларҙы уңышлы ғына һата инек, көҙ етеүгә тауар һатылыуы кәмей төштө. Әле аңлайым: сауҙаның да, тауарҙарҙың да килемле үҙ миҙгелдәре була. Эште йәй осоронда башлау уңайлыраҡ, сөнки төрлө һатыу өлкәһендә лә йәйгеһен сауҙа һәйбәтерәк бара. Көҙгө көрсөккә эләгеп, эш алға китмәгәс, иптәшем тауар эҙләп сығып китте һәм Сибайға күп итеп күркә ите алып ҡайтты, шуны һатып, эште тағы яйға һалдыҡ. Бер йыл эшләгәс, магазинды икәү итергә булдыҡ. Иптәшем күптән башмаркет селтәре үҫтерергә хыяллана ине. Бер көн ул квартал араһында урынлашҡан магазинда эшләүсе бер мәрйә ханымдан юрый ғына, магазинығыҙҙы арендаға бирмәйһегеҙме, тип һораған. Арыуыҡ йәштәге ҡатын сауҙа эшенән шул тиклем арығандыр, күрәһең, беҙ күптән арендаторҙар эҙләйбеҙ, тип, өс көн эсендә ревизия яһап, булған тауарҙарын беҙгә һатырға ҡалдырҙы ла, сумкаһын тотоп сыҡты ла йүгерҙе. Ул ханым менән электән таныш инем, шуға шикләнеп торманы: йән биргәнгә—йүн бирә, тигәндәй, уға ла, беҙгә лә бик уңайлы килеп сыҡты. Кешелә ниндәйҙер көслө ынтылыш булһа, Аллаһы Тәғәлә уның юлдарын аса—икенсе магазиныбыҙ шулай еңел генә асылып китте. Өсөнсөһөн ҡарап йөрөп һайлап алдыҡ, төҙөлөш материалдары һатылған салонды аҙыҡ-түлек магазинына ҡулайлаштырҙыҡ.
КОНКУРЕНЦИЯ
Өс магазин булды. Эш ҡайнай. Әммә, уртаҡ мөлкәт, уртаҡ бизнес булыуға ҡарамаҫтан, эш менән ғаилә тормошон бергә алып бара алмағас, ирем менән айырылыштыҡ. Ғәйеп сыбыҡтың ике осонда ла барҙыр инде. Миңә килгәндә, өс магазин араһындағы бөтә эштәрҙе үҙем алып барҙым, һатыусы ауырып эшкә сыҡмаһа, һатыусы булдым, бухгалтер урынында ла, дворник урынына ла эшләнем. Ал-ялһыҙ, ҡай саҡ төнгә тиклем эшләп, аңлашмаусанлыҡтар килеп сыҡты. Магазиндар минең исемдә ине, шуға милек бүлешкәндә улар миңә ҡалды. Сауҙа эше шул тиклем ваҡ эш, иҫәпләй-һанай торғаны күп, һәр нәмәне контролдә тотмаһаң, үҫеш булмай. Өс магазин тотоу күпкә уңайлы. Мәҫәлән, бер магазин эргәһендә конкурент барлыҡҡа килһә, икенселәре терәк булып тора, әгәр бер магазинға ҡарап ултырһам, ҡыйын булыр ине. Күптәрҙең конкуренциянан ҡото оса. Ҡурҡырға ярамай, эргәмдә төрлө магазиндар асылды, әммә йәшәп киләм. Ике аҙна, бер ай түҙһәң, һатып алыусыларың һинең тауарыңа кире әйләнеп ҡайталар, сөнки улар электән ошо тирәлә йәшәгән кешеләр. Вокзал эргәһендәге магазиндан, мәҫәлән, сит ауылдарҙан килгәндәр ала, сөнки улар ҙа беҙҙең тауарҙы электән белә. “Башмаркет” тигән исем дә йоғонто яһай. Белоруссияла “Белмаркет” тигән магазиндар селтәре бар, беҙҙә “Башмаркет” магазиндары булырға тейеш, тип, уны ваҡытында иптәшем уйлап сығарғайны.
ЗАМАН ТАЛАПТАРЫ
Өс магазинға бирелеп китеп, ғаилә тормошона иғтибарым кәмене, сөнки аҙыҡ-түлек магазинында эш быуа быуырлыҡ—илле килограмлыҡ тоғон да, башҡаһын да ташыйһың, бер урындан икенсеһенә күсерәһең. Шулай эшкә сумып, һаулығым, хәлем бөтөүен дә һиҙмәгәнмен. Һаулыҡ яғынан симптомдар күбәйә башлағас, психологтарға мөрәжәғәт иттем. Квартира, машина алып, матди яҡтан ихтыяждар кәмегәс, киләсәккә маҡсаттарым юғала башлаған һымаҡ тойола, тормошом алға бармаған һымаҡ ине. Психологтар менән эшләй башлағас ҡына нимәләр етмәгәнен, ни эшләргә кәрәклеген аңланым. Баҡтиһәң, институтты бөткәс, ун һигеҙ йыл буйына бер китап та уҡымағанмын, үҙемдең шәхси эшемә ныҡ бирелгәнмен, үҫешем өсөн көс һалмағанмын, көрсөккә килеп төртөлгәнмен икән. Мин бит эшем буйынса ла берәй курстарҙа бер көн булһа ла уҡыманым, өйрәнмәнем, кәрәк тип тапҡанды үҙем уйлап сығарып, интуициям менән эш иттем. Хәҙер килеп, замандан артта ҡалмайым, үҫешәм тиһәң, үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк, тигән һығымтаға килдем. Үҙеңдең аң кимәлең менән генә ҡулланһаң, ресурстарың бөтә, ә заман талаптары үҫә бара.
ЙӨК АТЫ
Яңы юлға баҫҡас, остазым бер йыл буйына көн һайын иртәнге сәғәт биштән ун километр ара йөрөргә ҡушты. Уның һүҙен тыңлап, энергиямды, хәлемде, һаулығымды нығытыр өсөн бер йыл буйына йәйәү йөрөнөм. Шул бер йыл эсендә күңелем таҙарынды, һаулығым нығынды, иртәнсәкке йөрөү яңы тормошома юл асыуын тойҙом. Күңелем таҙара башлағас та, яулыҡ ябындым, биш намаҙымды ҡалдырмай уҡый башланым, баҡтиһәң, рухи үҫеш өсөн рухи аҙыҡ етмәй икән. Ә бит күп кеше тормошта үҙ юлын таба алмай интегә. Ана шул ябай ғына таңғы йөрөү ихтыяр көсөн тәрбиәләй, ялҡаулыҡты еңергә ярҙам итә. Минең дә иртәнге йоҡомдо бүлгем килмәй ине. Ярай әле ике ҡыҙым да мине аңлайҙар, бигерәк тә бәләкәй ҡыҙым миңә маҡсаттар ҡуя. Бизнесыма, яңы шөғөлөмә ҡырын ҡараған туғандарыма, таныштарыма баштан уҡ, һеҙ эшләп ҡайтаһығыҙ ҙа ял итәһегеҙ, һеҙ мин ялһыҙ, тәүлегенә егерме биш сәғәт эшләгәнде беләһегеҙме, аҡса юҡ тип ултырып булмай, бөтә нәмә тырышлыҡтан килә, тип ҡырҡа әйттем. Һаулығым бөтөүенең сәбәбе бөтөн эште яңғыҙ һөйрәүемдән булған икән. Остазым, бөтә уңышлы кешеләрҙең дә ярҙамсылары була, ниңә һин һис юғы бер ярҙамсы алмайһың, буш ваҡытты үҙеңә бүлер инең, тип, ышаныслы ярҙамсы алырға ҡушты. Ярҙамсым булғас, ысынлап та, күҙем асылып, тирә яҡҡа ҡарарға мөмкинлек барлыҡҡа килде, бөтә эште бер елкәгә һалыу ярамай икән.
АЛЫП-ҺАТЫУ ҺӘМ ЕТЕШТЕРЕҮ
Киң таралған үҙенсәлекле магазин селтәрҙәре араһында эшләп киләм, шуға күрә беҙҙең дә уларҙан айырылып торған үҙенсәлек булырға тейеш. Айырмабыҙ – үҙебеҙҙең ерлектә етештергән тауарҙарҙы халыҡҡа еткереү. Беҙ Сибай ҡалаһында ҡомалаҡҡа бешерелгән икмәктәр, ит комбинатында етештерелгән Сибай колбасаларын һатабыҙ. Күберге хәләл йүнәлешкә өҫтөнлөк бирәм. Беҙҙә күп байрамдар, мәжлестәр бишбармаҡһыҙ үтмәй, шуға ҡул һалмаларын ихлас алалар. Башҡорттар кәсеп итә белә, тик сауҙаға артыҡ оҫталыҡтары юҡ, шундайҙар ҡымыҙ, буҙа, ҡорот кеүек ризыҡтары менән беҙҙең магазиндар аша сауҙа итә ала. Милли ашамлыҡтар эҙләгәндәр беҙгә йыш киләләләр. Дөрөҫөн әйткәндә, реклама менән артыҡ булғаным юҡ, ҡала ҙур түгел, сарафан радиоһы аша былай ҙа эҙләп табалар. Әлегә алып-һатыу менән генә шөғөлләнәм, етештереү өлкәһе тураһында төрлө уйҙарым, идеялар бар былай.
ЕТЕШ ТОРМОШ ЕГӘРЛЕЛЕКТӘН
Элек шулай фекереләй инем: мин үҙемә эшләйем, эшкә ҡасан барырға теләйем, шунда барам, ҡасан теләйем, шунда ҡайтам, үҙемә үҙем хужа. Тик ваҡытында ҡайтам тигәнең төнгө ун икегә һуҙыла, һуң ятып, иртә тороуы ла ҡыйын—был һис тә дөрөҫ түгел. Хәҙер аңланым: ҡайҙа эшләһәң дә, иртә тороп, йоҡларға иртәрәк ятыр кәрәк—иртә башлаған эш иртә бөтә. Эшкә ваҡытында барып, ваҡытында ҡайта белергә кәрәк, үҙемә эшләйем тигән хәлдә лә, аныҡ эш графигы булырға тейеш. Ҡай саҡ, эшкә әүрәп, төшкө ашаты ла онотоп кителә торғайны— ныҡ егелдем, ошо юлды һайлағас, лайыҡлы үтер кәрәк бит. Беҙ булмаған ерҙә һәйбәт тиһәләр ҙә, һәр эштең дә ауырлығы, еңеллеге бар. Еңел урын эҙләп, үҙ урынын тапмаған кешеләр былай ҙа артҡандан-арта бара. Минең ул яҡтан ҡара тырышлығым бар, әгәр тәүге ҡыйынлаҡтарҙан ҡурҡып, эшемә ҡул һелтәһәм, күптән ябылған булыр инем. Бер эште башлағас, урынына еткерер кәрәк, шуға әлеге мәлдәге кимәлем менән ҡәнәғәтмен, киләсәктә яңы үрҙәргә өлгәшер кәрәк, тип уйлайым, сөнки балаларыма етеш йәшәгән әсәй кәрәк. Мин уларҙы иркәләтәм, әммә етешлек менән үгел. Ул яҡтан, алай ҙа, балаларым талапсан түгел, әсәй беҙгә артығы кәрәкмәй, тиҙәр. Бәләкәй саҡтарында әле кеше фатирында йәшәгәндә үк, әсәй, беҙгә артыҡ уйынсыҡ алма, ти торғайнылар. Өйлө булғас, машинаға аҡса йый, аҡсаңды беҙгә түкмә, кейемебеҙ бар, артығы кәрәкмәй, тип аптыраттылар. Ул нимәнән киләлер, белмәйем. Тәүге павильонды асҡас, бар, магазинға инегеҙ, нимә теләйһегеҙ, шуны алып ашағыҙ, тинем. Әгәр шул мәлдә, бер нәмәгә лә теймәгеҙ, тигән тыйыу булһа, улар мине аңламаҫтар ине. Бер-ике тапҡыр ашап туйып сыҡтылар ҙа, ҡабат магазинға барып та ураманылар, бала бит тыйған һайын киҫәткән ергә ынтыла.
РӘХМӘТ ӘЙТЕҮ РӘХӘТЛЕККӘ КИЛТЕРӘ
Ни эшләп ауыр юлдан барам, тигән ваҡыттарым булды. Былтырҙан үҙем өҫтөндә эшләй башлап, үҫешем юлына ҡарай башлағас ҡына, Аллаһы Тәғәлә мине шул тиклем ярата, мин ошо юлға сығыр өсөн күп һынауҙар үтергә, донъяға ҡарашым үҙгәрергә тейеш булған, тип, Хоҙайға рәхмәт әйтергә өйрәндем, сөнки юлыма осраған кешеләр һәр береһе дәрес бирә. Баҡтиһәң, төрлө хәл-ваҡиғаны, ситуацияны төрлө яҡтан ҡарарға кәрәк икән. Күңелеңдә негатив хәлдә булһаң, һәр ситуацияны минусҡа ҡарап, үҙеңә ҡыйын була. Әгәр шул мәлдә, был һынау миңә яңы юл асыу өсөн бирелгән, тип ҡараһаң, ул икенсе яҡтан еңел генә хәл ителә икән. Ҡыҙыҡ, әммә шулай.
ЯУЛЫҠ ЯБЫНЫУ
Намаҙға баҫыуым иртәнге йөрөүҙән башланды, сөнки күңелем таҙарынды. Дин юлындағы остазым күңелде артабан таҙартыу өсөн Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһына, башҡа изге урындарға алып йөрөй. Ул баштан уҡ һинең бөтә һорауҙарыңа яуап тәнеңдә тора, тәнең менән эшлә, тине. Тәнемә иғтибарым артҡас, күңелем шул тиклем яулыҡ һорағанын һиҙҙем. Көҙгө алдына баҫтым, шул тиклем яулыҡ ябынғым килә, әле ул ваҡытта намаҙ уйымда ла юҡ ине. Ябындым. Һин ниңә был яулыҡты ябындың, тип, үҙемдән һорайым. Шунан, был яулыҡ тәрбиәне күрһәтә, һинең артыңдан күп кеше эйәрәсәк, тип яуап бирәм. Яулыҡ ябынып йөрөй башлағайным, ҡыҙҙар, һин намаҙ уҡыйыңмы, тип төбәшәләр. Юҡ, әле уҡымайым, тим. Беҙ намаҙ уҡыһаҡ та яулыҡ ябына алмайбыҙ, кешеләр нимә тип әйтер, уйлар, тип ҡурҡабыҙ, тиҙәр. Тимәк, үҙҙәре йәшертен генә уйлайҙар, тик теләктәрен тышҡа сығара алмайҙар икән. Ниңә кеше өсөн уйлайһығыҙ, яулыҡ – ул баш кейеме, тип ҡарағыҙ, тотоноғоҙ ҙа ябынығыҙ, тим. Үҙемә яулыҡ ябынып йөрөү бик тә оҡшап китте. Урта Азияға икенсегә барғанда өшкөрөлөү бик кәрәк икәнлеген аңланым, сөнки күңелдән ниндәйҙер ауыр нәмә сыҡҡан һымаҡ булды. Шунда миңә намаҙға баҫырға кәңәш иттеләр. Юғары дини кешеләр бушҡа әйтмәй, күңелдә, йәшһең әле, ҡайҙа ашығаһың, тигән һымаҡ уйҙар булһа ла, уңышлы кешеләрҙең һүҙен тыңларға кәрәк, тип, намаҙға баҫтым.
ОСТАЗ
Һаулығым ҡаҡшауын аңлағас, бер көн күккә ҡарап ултырып, тырышып-тырышып эшләһәм дә, ниңә бер урында тапанам, ниңә һаулығым бөттө икән, тип, бик ныҡ уйландым. Сибайҙа миңә ярҙам иткәндәй кеше юҡлығын беләм, Магнитогорскийҙа ла юҡ һымаҡ, ярҙам итер кеше ҡайҙалыр алыҫта тойола. Тәүҙә, ҡорбан салдырып, туғандарымды саҡырып, Ҡөрьән аяттары уҡыттым. Шунан күп тә үтмәй бер таныш ҡыҙым, һаулыҡ буйынса ярҙам итәләр, тип, Сибайҙағы бер сараға саҡырҙы. Буласаҡ остазым, һандарға таянып, минең был тормошта кемлегемде, ниндәй юлдан барырға тейешлегемде аңлатып бирҙе. Шунан алдағы йәйҙә ниңәлер бөтә машиналарҙың да номерҙарын ҡыҙыҡһынып ҡарап йөрөй торғайным. Тимәк, шул саҡта уҡ цифрҙар аша яуап табыуыма сигнал булған. Остаз аңлатып һөйләй башлағайны, асҡан ауыҙымды ла яба алмай, бына бит яуап, тип ҡатып ҡалдым, өс көн дауам иткән сарала бөтә булған һорауҙарыма яуап алып ҡайттым. Һинең эш тәжрибәң бар, булған белемдәреңде кешеләргә лә бүлеш, ярҙам ит, шул саҡта юлдарың асылыр, тине яңы уҡытыусым.
АУЫРЫУ ҺӘМ ҒӘҘӘТ
Иртәнге йөрөүҙәр энергияны ныҡ күтәрә, ярҙамға мохтаж кешеләр үҙҙәре һине эҙләп килә. Кем өсөндөр ниндәйҙер өлгө булып, тормошоңда башҡаларҙы яҡшылыҡҡа алып барыу ҙур бәхет, ҡыуаныс тойғоһо бирә. Беҙҙә бит яҡшы юлға әйҙәүгә ҡарағанда, насар юлға әйҙәүселәр күберәк. Оҙон итәкле күлдәк кейеп йөрөй башлағайным, минең кейемемде ситтән күҙәтәләр икән дә баһа, был күлдәкте ҡайҙан алдың, тип һорашалар. Аллаһы Тәғәлә беҙгә туранан-тура мәғлүмәт бирмәй, эргәләге кешеләр аша ебәрә, улар артабан юлын дауам итергә тейеш. Әле телеграмда иртәнге йөрөүҙәр, тормошомдағы үҙгәрештәр тураһында “Мин—ҡатын-ҡыҙ”, тигән канал алып барам. Остазым йыш ҡына, ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҫтерергә кәрәк, уларҙы үҫтерһәң, аң бирһәң, уларҙың ғаиләһе лә ыңғайлаша, тормоштары ла үҙгәрә, тип ҡабатлай, шуға ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеүҙе күңел талабым һымаҡ күрәм, мине әле шул йүнәлеш ныҡ тарта. Еңел түгел, аңлайым, наставнигым да, бөтә кешеләр ҙә эшләй белә, әммә үҙ-үҙең өҫтөндә эшләүе иң ауыры, ти. Бик һирәктәр генә был юлға баҫырға көс таба ала, насар ғәҙәттәрҙән арыныуы был тормошта иң ауыры. Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй, тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер
КҮҢЕЛ МЕНӘН ЙӘШӘҮ
Үҙем өҫтөндә эшләмәгәндә миндә бер Зифа ғына йәшәй ине, үҙен, аҡыллыға һанап, шул Зифа минең менән идара итә торғайны. Үҙем өҫтөндә эшләй башлағас, икенсе Зифа килеп сыҡты ла, икеһе ике яҡтан кәңәш бирә башланылар. Ҡай саҡ, яйлап ултырып, икеһенең дә кәңәшен уйҙан үткәрәм. Икеһе лә дөрөҫ булған һымаҡ ваҡыттар ҙа була. Остазыма, был ике Зифа бер-береһе менән бәхәсләшәләр ҙә китәләр, тиһәм, ҡатын-ҡыҙ аң менән түгел, күңеле менән йәшәргә тейеш, күңелеңдә ҡайһыныһы дөрөҫ, тип уйлайһың, шуны тыңла, ти. Мин былай ҙа үҙемде гел һынап ҡарайым, ысынлап та, күңелгә килгән аҙымды эшләһәм, шул юлдан тағы ла ниндәйҙер яңы юл асыла, күңелде тыңламаһаң, юлдар ябылған һымаҡ була. Шуға күңелгә килгән хис-тойғолар менән йәшәр кәрәк.
Шулай итеп...
Иртәнге биштә тороп, ун саҡрымлыҡ юлға сығырға йыйынманығыҙмы? Йыйынһағыҙ, уныһы һеҙҙең һайлау, бар ихтыяр көсөн туплап, тормошҡа ашырыу—яҙмыш бүләге, яңы юл. Хәйерле юл һеҙгә!
Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.