АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
4 Март 2025, 10:50

Бергәләп Еңеүгә!

«Изгелек—телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул»,—тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам иткән ирекмәндәр яҡшы аңлайҙыр. Сөнки илдә махсус хәрби операция башланғандан алып һәр кем яугирҙәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Кемдер аҡсалата бирә, икенселәре маскировка селтәре үрә, өсөнсөләре йылы кейемдәр тегә, бәғзеләре гуманитар ылау туплауҙа ярҙам итә, кемеһелер уны алып бара. Ниндәй генә башланғыс булмаһын, уның әйҙәүсеһе булғанда ғына, эш һөҙөмтәле була, бәләкәй ярҙам да ҙурға әүерелә.

Бергәләп  Еңеүгә!Бергәләп  Еңеүгә!
Бергәләп Еңеүгә!

«Изгелек—телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул»,—тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам иткән ирекмәндәр яҡшы аңлайҙыр. Сөнки илдә махсус хәрби операция башланғандан алып һәр кем яугирҙәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Кемдер аҡсалата бирә, икенселәре маскировка селтәре үрә, өсөнсөләре йылы кейемдәр тегә, бәғзеләре гуманитар ылау туплауҙа ярҙам итә, кемеһелер уны алып бара. Ниндәй генә башланғыс булмаһын, уның әйҙәүсеһе булғанда ғына, эш һөҙөмтәле була, бәләкәй ярҙам да ҙурға әүерелә. Сөнки бындай эштәр күңел ҡушыуы буйынса башҡарыла, бер кем дә уларҙы мәжбүр итә алмай, уның өсөн хаҡ түләнмәй, ваҡыт бүленмәй. Шундай әүҙем ирекмәндәрҙең береһе—Баймаҡ районында «Беҙ бергә!» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе, «Һаҡмар» гәзите хәбәрсеһе Лилиә Таҡаева. Район ауылдары буйлап командировкаларға йөрөү, төрлө сараларҙа ҡатнашыу һәм уларҙы ваҡытында яҡтыртып барыу менән бер рәттән Лилиә Разгил ҡыҙы яугирҙәргә ярҙам итеү бурысын да үҙ иңенә алған. Ҡәләм тотҡан ҡулдары теген машинкаһын да әйләндерә, руль артына ултырып ауылдарҙан килтерелгән посылкаларҙы яугирҙең адрестары буйлап оҙатырға ла өлгөрә, йәмәғәт эштәрен дә берҙәй алып бара. Ирекмәнлек төркөмө ойоштороу, яугирҙәргә ярҙам итеү теләге ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Төркөмдөң эше, яугирҙәргә ниндәй ярҙам күрһәтелә, ниндәй кейемдәр тегелә, гуманитар ылау туплауҙа төркөмдөң ярҙамы хаҡында Лилиә Таҡаева менән әңгәмәләштек.
—Лилиә Разгил ҡыҙы, ҡай-ҙан килде һеҙгә ирекмәндәр төркөмө булдырыу теләге?
—Баймаҡ районының «Һаҡ-
мар» гәзите хәбәрсеһе һәм
урындағы ағинәйҙәр ойош-маһы президиумы ағзаһы булараҡ, махсус хәрби опе-
рация башланғандан алып,
ағинәйҙәр һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙар менән тәүге көндәрҙән үк яугирҙәргә сәк-сәк, сөсө икмәк бешереп оҙата башланыҡ. Яугирҙәргә ярҙам итеүҙе мин үҙемдең бурысым тип һананым. Сөнки мин үҙем һуғыш ветерандары ейәнсәре. Ике ҡартатайым да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, әммә яуҙан ҡайтып, оҙаҡ та йәшәмәй вафат булғандар. Ә инде зәзәйем, йәғни, минең ҡартәсәйем, Рәхилә Әхмәтша ҡыҙы Маликова 13 йәшенән тылда хеҙмәт итә башлаған. Уның тылдағы хеҙмәт юлын бәләкәйҙән ишетеп үҫтек. Бөрйән, Белорет райондарында ағас ҡырҡып, һал ағыҙыуҙа ҡатнашҡан. Ижевск ҡалаһында тимер юлы һалышҡан. Ялға ҡайтҡан ва-ҡытында, ул осорҙа Ишбирҙе ауылы ҡараған «Салауат» колхозында баҫыу ҙа эшләгән. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә кис ултырып, ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләгән. Бәл-
ки, шуғалыр ҙа махсус хәрби операция башланыу менән, яугирҙәргә ярҙам итеү—минең дә изге бурысым, тип ҡабул иткәнмендер. Зәзәйемдең 80 йыл элек башҡарған эшен бөгөн мин дауам итәм. Өҫтәүенә, минең бер туған ҡустым да тәүге көндән үк мобилизацияланды. Уға ярҙам итеү маҡсатында ең һыҙғандым. Уға ярҙам итәм, тип башҡа яугирҙәргә лә ярҙам иткәнемде аңланым. Бөгөн иһә бөтөнләй таныш булмаған яугирҙәр ҙә туғаным кеүек булып китте. Улар менән даими рәүештә аралашам, хәбәрләшәм. Хәрби заданиеға инһәләр белгән доғаларымды уҡып оҙатам. Имен-һау килеп сыҡһалар, шундай ҡыуанам.
—Белеүебеҙсә, районда яугирҙәргә ярҙам итеү бу-йынса ирекмәндәр төркөмө эшләй. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыямы?
—Бөгөн бер ярҙам да яугирҙәребеҙ өсөн артыҡ түгел. Эйе, районда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн гуманитар ылау туплау, ярҙам итеү бу-йынса штаб, ирекмәндәр төркөмө бар. Беҙҙең һәр беребеҙҙе бер уй, бер маҡсат берләштерә. Ул да булһа тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтыу, яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итеү. Мин булдырған «Беҙ бергә!» ирекмәндәр төркөмөндә райондың төрлө ауылдарынан, хатта ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа тупланған. Көн һайын махсус иҫәпкә кем күпме күсерә ала, шул ҡәҙәр аҡса килә. Көн һайын махсус рәүештә көнөнә күпме аҡса йыйылған һәм нимәләр алынған, отчет биреп барам. Һәр ауылдың иң әүҙем ирекмәне төркөмдөң админдары булып тора, улар ҙа үҙҙәре башҡарған эштәре, ярҙамдары тура-
һында отчет бирә. Күпселек яу биләмәһендәге яҡташ-тарыбыҙҙың һорауҙары бу-йынса кәрәкле нәмәләр алабыҙ. Мәҫәлән, «Беҙ бергә!» ирекмәндәр төркөмө көсө менән бер нисә тапҡыр дрондарҙы асыҡлаусы детектор «Булат», рациялар, генераторҙар, автономлы мейестәр, дронға ҡаршы юрғандар, плащтар, прицелдар, тепловизорҙар, машиналарға резиналар һәм башҡа бик күп техника ҡоролмалары ебәрҙек. Әлбиттә, тыуған яҡтың тәмле күстәнәстәрен дә даими оҙатып торабыҙ. Беҙҙең именлек хаҡына нацистарға ҡаршы сыҡҡан яугирҙәргә өй, күңел йылыһын еткерергә тырышабыҙ.
Билдәле, һанап киткән эштәрҙе мин бер үҙем башҡармайым. Минең шундай көслө командам бар. Баймаҡ районының «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе Рәмис Әмиров менән берлектә райондың «Беҙ бергә» ирекмәндәр төркөмөн булдырҙыҡ. Ысынлап та, бергә тупланып, ҙур эштәр атҡарабыҙ. Бөгөн һәр ауыл менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Улар менән алдыбыҙға ҡуйылған маҡсаттарҙы бергә үтәйбеҙ. Бөгөн Темәс, Таһир, Үрге Яйыҡбай, Ниғәмәт, Икенсе Этҡол, Ишмырҙа, Семеновск, Мерәҫ, Түбә, Иҫке Сибай, Өмөтбай, Ишбирҙе, Татлыбай, Кәрешкә, Йәнйегет, Кәрешкә, Таһир, Ишей, Юлыҡ, Сосновка, Йомаш ауылының «Һаҡмар» һәм башҡа ауылдарҙағы ирекмәндәр менән бергә алға ҡуйылған маҡсатҡа ынтылып эшләйбеҙ.
—Белеүебеҙсә, һеҙ яугирҙәр өсөн бик йылы һәм уңайлы кейемдәр ҙә тегәһегеҙ?
—2024 йылдың декабрен-дә Өфө ҡалаһындағы «Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ» республика ирек-мәндәр үҙәгенең филиалын асыуға өлгәштек. Минең тәҡдимемде Баймаҡтың уңған ҡатын-ҡыҙҙары шунда уҡ дәррәү күтәреп алды. Бөгөн Мерәҫ, Түбә, Темәс, Иҫке Сибай, Байыш ауылдарында, Баймаҡ ҡалаһының «Иголочка» теген ательеһы (хужаһы Гөлназ Мусина) оҫтабикәләре менән яугирҙәргә толстовкалар, шапкалар тегә башланыҡ. Быларҙың барыһы ла яугирҙәргә бушлай бирелә. Бөгөнгә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан 44 яугиргә тапшырҙыҡ. Улар: «Флис материалынан тегелгән бындай толстовкалар булғанда фуфайка ла кәрәкмәй, тап шундай йылы кейемдәр беҙгә кәрәк тә инде»,—тип ҡыуанып ҡабул итә. Шулай уҡ каска аҫтынан кейергә шапкалар, балаклава, дауалаусы билбауҙар, эксплуатациялау өсөн носилкалар оҙатабыҙ.
—Яугирҙәргә кейемдәр те-геүҙе үҙ өҫтөгөҙгә алғанһығыҙ тиһәк тә була. Икеләнеүҙәр булманымы?
—Булды, әлбиттә. Өфө ҡалаһындағы «Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләй-беҙ» республика ирекмәндәр үҙәгенең етәксеһе менән танышып, яугирҙәр өсөн кейемдәр тегеү теләген әйткәс, улар идеямды күтәреп алдылар һәм шунда уҡ бер нисә дана йылы кейемдәр тегеү өсөн флис материалдары биреп ҡайтарҙы. Юлда ҡайтып киләм, үҙем уйлайым: «Нисек кенә был кейемдәрҙе тегербеҙ икән? Береһе менән дә кәңәшләшмәнем»,—тием. Үҙемдә теген машинкаһы бар, уны сығарып ултырттым. Ҡасандыр Сибай педагогия колледжында технология уҡытыусыһына уҡығанлығым да хәтергә төштө. Тәүге әйберҙе тегергә ултырҙым да аптырап ҡалдым. Шул саҡта иремдең мине дәртләндереп, ярҙам итеүе, «ҡайғырма, һис юғында икәүләп тегербеҙ» тигән һүҙе ҡанатландырып ебәрҙе. Төн эсендә бер пар йылы кейемде тегеп, төркөмгә һалдым һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан ярҙам итеүҙәрен һораным. Төркөм бер нисә минут эсендә «гөж» итеп ҡалды: һәр ауыл-дан тегеүселәр табылды. Бигерәк тә ҡасандыр Түбә теген фабрикаһында эшләгән тегенсе апайҙарҙың ризалыҡ белдереүҙәре был тәңгәлдә яңылышмауымды аңлатты. Әле был эште дауам итәбеҙ, рәхмәт барыһына ла.
Баймаҡ район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовҡа райондың «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе Рәмис Әмиров менән берлектә яугирҙәр өсөн үҙебеҙҙең теккән кейемдәрҙе күрһәткән инек, район башлығы башҡарған эштәребеҙгә һоҡланыуын белдереп, хатта аптырап ҡалды. Ябай ирекмәндәрҙең Енеү өсөн үҙҙәренең ваҡыты менән иҫәпләшмәй, ни тик-лем ҙур эш башҡарғандарын хупланы һәм артабан ярҙам итәсәктәрен белдерҙе.
Шулай ауылдар буйлап яугирҙәргә йылы кейемдәр, башлыҡ һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Мерәҫ, Таулыҡай ауылдарында булдыҡ, әле булһа күп ауылдың ағинәйҙәре килеп, өйрәтеп, күрһәтеп китеүҙе көтә.
Бөгөн кемделер исемләп ярҙам иткәнен яҙыу ҙа дөрөҫ булмау кеүек, сөнки һәр кем махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ҙур теләк, оло йөрәк менән ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүен дауам итә. Көн һайын эштән ҡайтҡанда машинамды тултырып ауылдарҙан килтерелгән посылкаларҙы алып ҡайтам, кискеһен ирекмәндәр менән таксила эшләгән егеттәр аша адреслы ярҙам оҙатабыҙ. Уларға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, сөнки төп миссияны барыбер ҙа улар башҡара, көн тимәй, төн тимәй, үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып МХО биләмәһендә булған яҡташ-тарға посылкаларҙы ташый, илтә, уларҙын сәләмдәр алып ҡайта.
Күмәкләгән—яу ҡайтарған, тип юҡҡа әйтмәгән халыҡ. Беҙ бергә булғанда ғына бар ауырлыҡтарҙы еңеп, тиҙерәк Еңеүҙе яҡынайтасаҡбыҙ.
—Лилиә Разгил ҡыҙы, һеҙгә шундай оло эштәр атҡарғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да уңыштар юлдаш булһын, тиҙерәк илебеҙгә Еңеү килһен!

 

 


Кәримә Усманова әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас