Йылҡысы Нур Күсәрбаев башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында ат спортын популярлаштырыуға тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәтенә лайыҡ булды.
Күсәрбаев Нур Ингел улы 2022 йылдан алып йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Бала саҡтан уҡ аттар менән мауыға, ваҡыт үтеү менән ул мауығыу һөнәренә әүерелә, ғүмерлек эше булып китә. Бөгөнгө көндә уның хужалығында 85 баш ат тотола, шуларҙың 30-ы—бейә.
Махсус белеме булмаһа ла, эште белеп, йылҡыларын тейешле тәрбиәләй. Йәш мал үрсетеү өсөн кәрәкле туҡланыу, аҫрау шарттары булдырылған, был уның яҡшы үҫешен тәьмин итә. Хужалыҡта милли эсемлек— ҡымыҙ етештереү буйынса мини цех бар. Эсемлек етештереүҙә традицион башҡорт милли технологиялары ҡулланыла.
Нур Ингел улы әүҙем тормош позицияһы алып бара, районда үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай. Ауыл биләмәһе советы депутаты булараҡ, урындағы әһәмиәттәге бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн күп көс һала. Ул «Башҡорт аты» республика фестивалендә, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирында, төрлө ат сабыштарында, республикала уҙғарылған ат-спорт уйындарында даими ҡатнаша. 2024 йылда ҡымыҙ эшләүселәрҙең республика фестивале еңеүсеһе, шулай уҡ 2024 йылда ул республиканың ҡымыҙ эшләүселәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип табыла. Н.И.Күсәрбаев ат-спорт уйыны буйынса район командаһының даими капитаны. 2024 йылда Рәсәй йыйылма командаһы составында 2024 йылдың 8 сентябренән 13 сентябренә тиклем Астанала үткән V Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша. Өлгәшкән уңыштары һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Н.И. Күсәрбаев бер нисә тапҡыр дипломдар, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
.