АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
28 Февраль 2025, 06:05

Яуҙа ла, тылда ла үҙ һөнәренә тоғро

—Һаулығым борсомай, балаларымды үҫтерҙем, ата-олатайҙар кеүек илебеҙҙе дошмандан һаҡларға теләк белдереп, военкоматҡа барҙым. Тәүҙә риза булманылар, оло йәштәһең тинеләр. Ғаилә ҡорор саҡтарында йәш егеттәр МХО-ға барып һәләк була, уларҙың балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтөр саҡтары тигәс кенә контракт төҙөргә ризалыҡ бирҙеләр. Былтыр июнь башында Өфө ҡалаһындағы военкоматта махсус хәрби операцияға барырға доброволец булып килешеү төҙөнөм,—ти әңгәмәсем.

Яуҙа ла, тылда ла үҙ һөнәренә тоғроЯуҙа ла, тылда ла үҙ һөнәренә тоғро
Яуҙа ла, тылда ла үҙ һөнәренә тоғро

Тыныс тормошта ла, утлы һуғыш яланында ла үҙ һөнәрҙәренә тоғро ҡалыусылар күп түгелдер. Ә бына Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Йәүҙәт Вәлиевҡа махсус хәрби операция биләмәһендә лә, көндәлек тормошта ла руль артына ултырырға тура килә. Хәрби хеҙмәттән һуң водитель булып эшкә урынлаша һәм бөгөнгәсә «Тиҙ ярҙам» машинаһының алыштырғыһыҙ водителдәренең береһе ул.

Йәүҙәт Абдрахман улы ишле ғаиләлә тыуып үҫә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле туғандарынан бер үҙе генә ҡалған. Аҡъяр урта мәктәбен тамамлаған егет артабан белемен Аҡъяр техник-һөнәрселек училищеһында дауам итә. Ҡулына водитель танытмаһы алғас та хәрби бурысын үтәргә әрме сафына юллана. 1981-1983 йылдарҙа илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә хеҙмәт итә, ҡайтҡас тыуған яғында эш башлай, ғаилә ҡора һәм ғүмерлеккә водитель һөнәренә тоғро ҡала.
Ҡатыны Көнһылыу Мәхмәүтйән ҡыҙы менән өс балаға ғүмер биреп, уларҙы оло тормош юлына оҙатып, әле ике ейәнгә бәхетле өләсәй һәм олатай ҙа.
Илдә махсус хәрби операция башланғас, Ватан саҡыра икән—яуға барырға кәрәк, тигән принципҡа тоғро ҡалып, 62 йәшлек Йәүҙәт Вәлиев та ил һаҡларға барырға теләк белдерә.
—Һаулығым борсомай, балаларымды үҫтерҙем, ата-олатайҙар кеүек илебеҙҙе дошмандан һаҡларға теләк белдереп, военкоматҡа барҙым. Тәүҙә риза булманылар, оло йәштәһең тинеләр. Ғаилә ҡорор саҡтарында йәш егеттәр МХО-ға барып һәләк була, уларҙың балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтөр саҡтары тигәс кенә контракт төҙөргә ризалыҡ бирҙеләр. Былтыр июнь башында Өфө ҡалаһындағы военкоматта махсус хәрби операцияға барырға доброволец булып килешеү төҙөнөм,—ти әңгәмәсем.
Йәүҙәт Абдрахман улы Һамар ҡалаһында өс ай буйына хәрби әҙерлек үтә: физик яҡтан ныҡлы ир-азамат йәштәрҙән һис тә ҡалышмай. Ни тиһәң дә водитель булыу өсөн сослоҡ, иғтибарлыҡ һәм тәүәккәллек кеүек сифаттарға эйә булыу талап ителә. Бигерәк тә «Тиҙ ярҙам»да эшләгән кешегә ҡайһы осраҡта сирлеләрҙе күтәреп алып сығырға тура килә, фельдшерға ярҙам иткән ваҡыттары ла аҙ булмай. Ниндәйҙер кимәлдә тәүге ярҙам күрһәтә белеүе лә артабан яу яланында әллә күпме яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа үҙ ролен уйнамай ҡалмай. Август айында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 2-се батальонда Кременная ҡалаһы янындағы яуға ебәрелә. Үҙенең районы хөрмәтенә «Хәйбулла» позывнойын ала. «Беҙҙең батальонда яугирҙәрҙең ба-рыһы ла Башҡортостандан ине. Шуға күрә бер ғаилә кеүек булдыҡ, һәр беребеҙ өсөн ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һуғышҡа килгәнебеҙҙе яҡшы белһәк тә, егеттәрҙе юғалтыуҙы кисереү бик ауыр булды. Күңел әрнене. Әммә бындай ваҡытта һалҡын ҡанлылыҡ ҡына яраланған яугирҙәрҙең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә, ошоно аңлау һине ысынбарлыҡҡа алып ҡайта. Водитель булараҡ, алғы һыҙыҡҡа барған яугирҙәр-ҙе ла тейешле урынға илтеү, яраланғандарын алып сығырға, утлы ҡур-ғаштар аҫтында ялан гос-
питалдәренә алып барырға тура килде. Машина руле артында бараһың, баш осоңда «ҡошсоҡтар» оса.
Иң мөһиме—бындай ваҡытта юғалып ҡалмаҫҡа, командаларҙы теүәл үтәргә, үҙең өсөн генә түгел, ә хеҙмәттәштәрең өсөн дә
яуаплы булыуыңды онотмаҫҡа кәрәк. Ҡарауылда тораһың икән, блиндажда йоҡлап йәиһә ял иткән егеттәр өсөн яуап-лы икәнеңде аңларға тейешһең»,—ти «Хәйбулла» позывнойлы яугир.
Йәүҙәт Вәлиевттың төҙөгән контракты тулып, уны артабан оҙайтырға теләһә лә уның оло йәштә булыуы быға ҡамасаулыҡ итә. Ярты йыл буйы яу биләмәһендә йөрөгән яугир тыуған яҡ-тарына ҡайтып, үҙенең эшләгән урынына—район үҙәк дауаханаһының «Тиҙ ярҙам» бүлегенә килә. Хәрби хәрәкәттәр ветераны тиҙҙән һуғыштың тамамланыуына ышана һәм барлыҡ яугир-ҙәрҙең дә ғаиләләре янына иҫән-һау ҡайтыуын теләй.

 


Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас