+30 °С
Болотло
Яугирҙәребеҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж. Бөгөн барса халыҡ гөр килеп посылкалар йыя. Йыйыу бер, уны урын-еренә еткереү үтә лә яуаплы, хәүефле аҙым.
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Ҡорбанғәлиевтар тотош ғаилә менән изге ғәмәл башҡара. Зифа Ғилман ҡыҙы ярҙам йыйыу менән шөғөлләнә, ә уның ире Ринат Рәмил улы посылкаларҙы тәғәйенләнгән урынына алып барып ҡуя. Был ауыр эш, әммә ул беҙҙең яугирҙар өсөн бик мөһим.
Әйткәндәй, уларҙың тырышлығы юғары баһаланған. 12271-се часть командиры, подполковник Ю.Меликов ғаиләгә «Фронтҡа ярҙам иткән өсөн» миҙалын тапшырған. Был награда Сибай ҡалаһының «Хәрби туғанлыҡ» берекмәһе аша бирелгән.