+30 °С
Болотло
-Бөгөн илем, телем, милләтем, мәҙәниәтем тип янған, ана шул рухи ҡиммәттәрҙе киләһе быуынға тапшырырға ынтылған, тырышҡан, бар көсөн һалған милләттәштәр менән ҡорҙа, йыйында ҡатнашып күңелем булды. Атап үткән ҡиммәттәрҙе ҡаурый ҡәләмем аша милләттәштәремә еткерәм, бар белгәнем ошо эш кенә. Шул ябай ижади шөғөлөмдө ололап, ҙурлап Бөтөн Донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһы менән билдәләнеләр,-- тип яҙҙы социаль селтәрҙә Хәйҙәр Ниғәмәт улы.
Сибай мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәре Рафаэль Мәхмүтов ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ҡотлайбыҙ!