АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
26 Февраль 2025, 11:30

Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡ итеп...

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе Көнһылыу һәм Миңлеғәле Усмановтарҙың ғаилә ҡорғанына киләһе йыл йыл 50 йыл тула. Ярты быуат тормош юлынан бергә иңгә-иң терәп, ҡулға-ҡул тотоношоп үтеүсе парҙар никах мәлендә бирелгән анттарына тоғро ҡалған: шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә улар.

Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡ итеп...Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡ итеп...
Шатлыҡты ла, ҡайғыны ла уртаҡ итеп...

 

Ғаилә башлығы Миңлеғәле Ғәббәс улы ғүмер буйы «Алға» колхозында шофер булып эшләй, ә Көнһылыу Сөнәғәт ҡыҙының хеҙмәт юлы балалар баҡсаһына бағышланған. Тырыш, өлгөлө ғаилә өс балаға ғүмер бүләк итә. Ике улға, бер ҡыҙға матур тәрбиә, белем, һөнәр бирәләр.

—Кесе улыбыҙ Халис 19 ғына йәшендә Чечня һуғышында һәләк булды. Был ҡайғынан ҡотолоу юлын беҙ Аллаһы Тәғәләгә һыйыныуҙа таптыҡ. 2010 йылда хажға барып ҡайттым, Баймаҡ мәсетенә өс ҡыш йөрөп һабаҡ алдым, юлдарым асылды. Әле ирем менән икебеҙ ҙә диндә. Көнө-төнө илгә тыныслыҡ һорайбыҙ. Бөгөн өлкән улыбыҙ Ильяс махсус хәрби операцияла. Үҙ теләге менән китте. Бәләкәйҙән, бөтә малайҙар кеүек үк, шуҡ, шаян ине. Атаһына, ҡартатаһына ярҙам итеп, эшкә берегеп үҫте. Әле имен-һау ғына ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Барлыҡ әсәйҙәргә лә ғәзиз кешеләрен һау-сәләмәт килеш ҡаршы алырға яҙһын,—ти Көнһылыу апай.

Иртән бер уй менән тороп, кис шул уй менән ятып, төндәрен ҡырҡ уянып, көндәрен мең һыҙланып ғүмер кисергән ата-әсәләргә лә, үҙ ғүмерен усына тотоп, шартлау һәм атыш аҫтындағы мәхшәр эсендә йөрөүсе егеттәргә лә сабырлыҡтар, иман һәм рух ныҡлығы теләйбеҙ. Донъяларыбыҙ тиҙерәк тынысланып, теүәллектә, именлектә йәшәргә яҙһын!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас