Вәхитовтар 52 йыл бергә ғүмер итә.
Әҙәмде ризыҡ, эсәр һыу йөрөтә, тиҙәр. Ишембай районының Салих ауылында тыуған Рауил Хабрахман улы Вәхитовтың тәҡдиренә лә Йылайыр тарафтарында йәшәп, ошо ырыҫлы ерҙең ҡеүәтен арттырып, тамыр ебәреп, Һаҡмар һыуын эсеп йәшәү яҙылғандыр. Яҙылғанмы әллә яҙмыштың әсе елдәре уны ике ятып бер төшөнә инмәгән алыҫ яҡтарға ташлағанмы? Әйтеүе ауыр. Тыуған тупрағынан мәңгелеккә ир-егетте ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы айырған. Айырып ҡына ҡалмаған, уны үкһеҙ етем иткән. Һуғыш арҡаһында ул тыуған йылын да, көнөн дә аныҡ ҡына әйтә алмай, хатта атаһының исеме Хабрахман булыуын да белмәй үҫкән. Уның тураһындағы белешмәләрҙе һүҙҙән сығып ҡына тултырып, яҡынса 1940 йылдың 1 майы тыуған тип билдәләйҙәр. Быйыл һуғыш осоро балаһы булған Рауил Хабрахман улына 84 йәш тула.
Рауил Вәхитов Ишембай районындағы Маҡар балалар йортонан һуң күп кенә балалар учреждениеларында тәрбиәләнә. 1952 йылға тиклем Өфөләге балалар йортонда йәшәй. Шунан 12 малайҙы Йылайыр районының Юлдыбай балалар йортона ебәрәләр. 10-11 йәшлек малайҙар Юлдыбайҙа 1955 йылға тиклем тәрбиәләнә.
-Балалыҡ йылдарым, ана шулай бер ерҙән икенсеһенә күсеп йөрөп, ауырлыҡта үтте. Өфөнөң 5-се балалар йортонда Бәхти Ғайсин, Рамаҙан Йәнбәков ише күренекле шәхестәр менән бер табаҡтан ашап-эсеп йәшәнек,--тип хәтерләй бала сағын Рауил Хабрахман улы.
Балалар йортонан сығып киткәс малайҙар Вознесенка ауылына бара. Уларҙы колхоз рәйесе прицепщик итеп эшкә ала. Үҫмерҙәрҙең өҫтөндә йүнле кейемдәре юҡлығын күреп ул: «Колхоз көтөүен көтөгөҙ, һауынсылар һеҙҙе ҡарар, тамағығыҙ ҙа туҡ булыр, кейемлек аҡса ла эшләрһегеҙ»,-- ти. Шулай йәй үтә. Көҙ көнө Вознесенкаға бер рус ҡатынына килеп һыйыналар.
Улай- былай итеп саҡ ҡыш сыҡҡас, 1956 йылдың йәйендә малайҙар тағы йәйләүгә юллана. Вознесенка, Мәҡсүт, Иҫке Яҡуп ауылдары Чкалов исемендәге колхозға берләшеп йәшәгән осор була ул. Иҫке Яҡуп ауылынан бер туған Фәтхиә, Хәмиҙә исемле һауынсылар баҫалҡы ғына, эшкә бөтмөр үҫмергә алдан күҙ һалып йөрөй. Шунан ҡайтып әсәләре Мәғәрифә Солтангәрәеваға Рауилды ҡусты итеп алайыҡ, тип әйтәләр. Һуғыштан һуң ир ҡулы етмәгәс донъялары ла емерелеп тора. Мәғәрифә инәй оҙаҡ уйлап тормай ҡыҙҙары янына үҙенә ул итеп саҡыра. Шулай итеп ҡаҡлығып-һуҡлығып йөрөп үҫеп, 16 йәшкә еткәс кенә саҡ тағы йылы ғаилә ҡосағына барып эләгә Рауил Вәхитов.
Рауил Хабрахман улы Юлдыбайҙағы һөнәрселек училищеһында тракторист һөнәренә уҡып алғас, бөтә ғүмерен ошо техникала эшләп уҙғара. Колхоздың иң алдынғы эшселәренең береһе була. Социалистик ярыштарҙа ал бирмәй. Хәләл ефете Мәнсүрәне лә ул Йылайыр ерендә осрата. Баймаҡ районынан барып эшләп йөрөгән ҡыҙға бер күреүҙән күҙе төшә. Йәштәр өйләнешеп, Яҡуп ауылында матур итеп донъя көтөп алып китә. Бала-сағалы булып, ул-ҡыҙҙары мәктәп йәшенә етә башлағас, Вәхитовтар ҙурараҡ урынға-- Япарһаҙ ауылына күсеп сыға. Мәғәрифә инәй менән уның ҡыҙы Фәтхиәне лә үҙҙәре менән ала улар. Ҡәҙерле кешеләренә әйләнгән оло йәштәге инәй, апайҙы улар һуңғы көндәренә тиклем ҡәҙерләп бағып, һуңғы юлдарына оҙата.
Вәхитовтар 5 балаға—2 ҡыҙға һәм 3 улға ғүмер бүләк итә. Ҡыҙғанысҡа күрә, ике улдары иртә баҡыйлыҡҡа күскән. Иҫәндәре йорт һалып, балалар үҫтереп, тырышып донъя көтә. 12 ейән-ейәнсәргә өлгөлө ҡартатай-өләсәй улар. Хәмиҙә, Фәтхиә апайҙарының балалары менән ҡатышып йәшәйҙәр. Вәхитовтарҙы улар бер туйҙарынан, бер табындарынан ҡалдырмай. Ишембай яҡтарына ла йыш баралар,туғандары үҙҙәре лә Йылайыр тарафтарынан юл һыуытмай.
Бәләкәҙән үҙ-үҙен яҡларға, һаҡларға өйрәнгән Рауил Вәхитов спорт менән дуҫ була. Еңел атлетика, футбол менән шөғөлләнә. Оло йәштә булһа ла барлыҡ спорт ярыштарын күҙәтеп бара. «Салауат Юлаев» хоккей командаһы көйәрмәне.
Вәхитовтар гәзит-журналдар күпләп яҙҙыртып уҡый, икеһенең дә ҡулынан китап төшмәй. Мәнсүрә апай биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 февралдән 31 мартҡа 2025 йылдың икенсе яртыһына элекке хаҡтар менән яҙылырға була. Быны почта аша ла, rbsmi.ru сайтында онлайн рәүештә лә эшләргә мөмкин. Бының өсөн «Подписка» https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә кәрәкле гәзитте йә журналды һайлап, ғәмәлде башҡарып ҡуйырға була. Унда ҡағыҙ вариант та, электрон версия ла бар.
Гөлдәр Ҡадаева.