АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
25 Февраль 2025, 04:00

Еңеү хаҡына

Иҫән-һау ҡайт, яугир!

Еңеү хаҡынаЕңеү хаҡына
Еңеү хаҡына

«Башҡорт» позывнойлы яугир күкрәгендә бик күп наградалар, шул иҫәптән Сүриәлә тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнашҡаны өсөн, «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары, Жуков миҙалы. Ошо көндәрҙә уларға тағы ла бер миҙал өҫтәлде: Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уға Шайморатов миҙалы тапшырылды.

Алғы һыҙыҡта ул махсус операцияның беренсе көнөнән—2022 йылдың 24 февраленән. «Башҡорт»ҡа— 35, ә иңдәрендә—ҡаты тормош мәктәбе. Хәйбулла районының Ивановка ауылында тыуып үҫкән егет Ырымбур өлкәһендә әрме хеҙмәте сынығыуы ала, Тоцкое-2 ҡасабаһында була. 2008 йылдан контракт төҙөй. 2014 йылда Луганск Халыҡ Республикаһында бер йыл тиерлек була, 2019 йылда ете ай дауамында Сүриәлә бурыстар үтәй. Бөгөн махсус операцияла. Ул артиллерист, өлкән сержант, отделение командиры.

«Башҡорт» уны өйҙә көткәндерен яҡшы аңлай. Ул рюкзагында ҡыҙы бүләк иткән талисманды—йомшаҡ айыуҙы алып йөрөй. Ҡыҙы уны бүләк иткәндә, уйынсыҡҡа: «Атайымды һаҡла»—тип әйтә. Хәҙер яугир йомшаҡ айыуға ҡараған һайын ҡәҙерле балаһының тауышын ишеткәндәй була. Ҡыҙының тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәүен теләгән атай ауырлыҡтарға түҙеп, еңеү яуларға теләй.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас