АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
23 Февраля 2025, 11:00

“Шах” тағы эшкә юлланды

  Бөйөк Ватан һуғышы хәсрәте ҡағылмаған бер ғаиләлә лә ҡалмаған тип әсенә-әсенә яҙа инек. Әле барған махсус хәрби операция ла шуға әүерелеп бара. Эш бүлмәмә документтар күсермәһе эшләп биреүҙе үтенеп ирле-ҡатынлы килеп инде. Икеһе лә йәтеш кенәләр, ире һул ҡулынан ҡара бейәләйен сисмәй. Ҡағыҙҙарын сығарып биргәндә улар араһында отпускы билеты тип яҙылғаны иғтибарымды йәлеп итте һәм мин йәш ғаилә башлығының алғы һыҙыҡтан ҡайтҡанын аңланым. -Эйе, икенсе йыл инде махсус хәрби операцияла ҡатнашам,--тине Хәйбулла районының Бүребай ауылынан “Шах” ҡушаматлы яугир.-Бер йыл эсендә өс тапҡыр яраландым. 13 ғинуар 1 айға ауырыу сәбәпле ялға ҡайтҡайным, әле юлға сығып барам.

“Шах” тағы эшкә юлланды“Шах” тағы эшкә юлланды
“Шах” тағы эшкә юлланды

 

Ни өсөн “Шах” ҡушаматы алдың тигән һорауға ул:

-“Грозовые ворота” фильмын яратып ҡараным. Шундағы геройҙың ҡушаматы,--тип яуапланы.

Икенсе Чечен кампанияһында сирҡаныс алған яугир Рәсәйҙең оборона министрлығы менән 2023 йылда контракт төҙөгәнгә ҡәҙәр Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Уға 35 йәш, кәләше менән 2 ул тәрбиәләйҙәр. Хәрби частаре Һамар өлкәһендә урынлашҡан. Былтыр йыл дауамында Донецк халыҡ республикаһында булып, Авдеевка йүнәлешендәге бәрелештәрҙә ҡатнашҡан. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн “За храбрость”, “За родную доблесть”, “За отвагу” миҙалдары менән наградланған.

-Алға ынтылабыҙ, яу яланында юғалтыуҙарһыҙ булмай, шуныһы иң ҡыйыны,--ти “Шах” күҙенә йәштәр алып.-Иртәгә юлға сығам. Алда эш көтә. Нимә булырын бер Аллаһ белә. Яҙған булһа, барыһы ла булыр, һеҙ беҙгә һаулыҡ-именлек теләгеҙ.

“Имен-аман тоһон донъялар! Ил башлыҡтарының аҡылын алма! Тыныслыҡтан яҡшы нимә бар!”—тип бар изге теләктәрҙе теләп ҡалдым.

Барығыҙ ҙа имен-һау, үҙ аяғығыҙҙа әйләнеп ҡайтығыҙ, яҡташтар!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас