-Башта ауырыраҡ булды, аҙаҡ өйрәндем. Һәр ир-егет әрме мәктәбен үтергә тейеш тип уйлайым. Атайым, ағайҙарым барыһы ла һалдат булған. Уларға оҡшарға тырыштым. Бында тормоштоң, яҡындарымдың ҡәҙерен белергә өйрәндем. Дуҫлыҡ, яҡташлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү кеүек төшөнсәләрҙе аңланым. Хәрби әҙерлек физик яҡтан да, рухи яҡтан да нығытты. Күп нәмәгә ҡарашым үҙгәрҙе,--ти һалдат.-Әсәйем Разифа Дауыт ҡыҙын, Руфина апайымды, һеңлем Гүзәлиәне һағынам. Ярай әле телефон бар, шылтыратып, һөйләшеп хәл белешеп торабыҙ.
Айратҡа хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтырға аҙ түгел, күп тә түгел 5 ай ҡалған. Календарҙа һәр көндө билдәләп барһа ла һалдат тормошона күптән күнеккән. Ни тиһәң дә, өйҙән тәүге тапҡыр сығып китмәгән. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 9-сы класты тамамлағас та Өфөгә уҡырға бара егет. Студент саҡта бер нисә тапҡыр алыҫ Себер тарафтарында практика үтеп, аҡса эшләп тә ҡайта. Әсәһенең терәге-таянысы, берҙән-бер улы булғас (атаһы Мәхмүт Әхәт улы Үлйәбаев мәрхүм), ҡәҙерлеһенә артыҡ көс төшөрмәҫкә, киреһенсә, ғаиләлә ир-егет тартырға тейеш бурысты үҙ өҫтөнә алырға тырыша.
Шундай ул тәрбиәләй алыуына әсәһе Разифа Үлйәбаева ла ҡыуана, уның менән сикһеҙ ғорурлана һәм ҡәҙерлеһенең уның барлыҡ өмөттәрен аҡларына ышана.
Гөлдәр Ҡадаева.