АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
23 Февраль 2025, 12:25

Һалдат тора һаҡта

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан 20 йәшлек Ғәлин Салауат Рәсәй Конституцияһында яҙылған изге бурысты ваҡыт еткәс лайыҡлы үтәп ҡайтыуҙы алғы планға ҡуя. Шуға ла Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалын тамамлау менән былтыр йәй әрмегә китә. Өс балаға ғүмер бүләк иткән Әнисә һәм Шәфҡәт Ғәлиндар кинйәләренең был аҙымын хуплай.

Һалдат тора һаҡтаҺалдат тора һаҡта
Һалдат тора һаҡта

-Салауат Иҫке Сибай мәктәбендә уҡығанда ла, колледжда белем алғанда ла спорт менән ныҡ дуҫ булды. Волейбол, баскетбол уйнарға тиһәң, уны ҡуш. Спорттың был төрҙәрендә еңеүҙәре лә бик күп, бүлмәһе тулы миҙал, Маҡтау грамоталары, төрлө кубоктар,--ти һалдат әсәһе Әнисә Баҡый ҡыҙы, улының уңыштарын барлап.-Физик яҡтан әҙер булғас, әрме сафын үтеп ҡайтһын тинек. Илдә тыныслыҡ булмауы бер аҙ күңелде ҡырҙы, әлбиттә, әммә улыбыҙҙың ауырлыҡтар алдында баш эймәҫен беләбеҙ. Башҡорт егеттәре ныҡ һәм сәмсел бит ул. Етмәһә, исеме Салауат!

Салауат иң башта Уссурийскиҙа учебка үтә. Артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлаған егет бөгөнгө көндә ҡыҙыл нөктә булған Курск тарафтарында сиктәрҙе һаҡлай. Әлбиттә, хәүеф ҙур, неофашизм баш ҡалҡыта, әммә Салауат кеүек ир-егеттәребеҙ ил сигендә һаҡта торғанда, ҡеүәтле хәрби техника булғанда дошман еребеҙгә үтеп инә алмаҫ!

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас