Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы клубының ойоштороусыһы Рәсимә Әнүәр ҡыҙы Халикова менән бынан бер нисә йыл элек командировка мәлендә танышҡайныҡ. Ҡолсора ауыл биләмәһендә йәшәүселәр менән яҡындан күрешергә теләп, мәҡәлә геройҙары эҙләп барғайныҡ. Шул саҡта Рәсимә Әнүәр ҡыҙы етәкләгән «Зарифа» халыҡ фольклор ансамбле, «Еҙ төймә» халыҡ гармунсылар ансамбле ағзалары менән осраштыҡ. Уларҙың шул тиклем дәртләнеп эшләүенә һоҡландыҡ, уңыштарының күплегенә хайран ҡалдыҡ.
Һәр ергә өлгөр, үҙ эшен яратҡан, бар күңелен биреп эшләгән Рәсимә Әнүәр ҡыҙы етәкселегендә йәнә «Йәшлек» өлгөлө бейеү ансамбле, «Йәншишмә» балалар ансамбле булыуын ишеткәс, һоҡланыуыбыҙ тағы артты. Бөтә ансамблдәрҙе бергә туплап, уларҙы әленән-әле конкурстарға сығарып, еңеүҙәр яулаған етәксенең хеҙмәтен маҡтамай буламы инде? Эйе, улар хаҡында мәҡәлә яҙҙыҡ. Әммә бының менән генә эш бөтмәне, интернет киңлегендә уларҙың уңыштарын күҙәтеп барҙыҡ, Рәсәй кимәлендә Гран-прия яулауҙарын ишетеп ҡыуандыҡ һәм ауылда йәшәп, мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур көс һалыусы етәксенең хеҙмәте юғары баһаланыуын гел теләнек.
Әле күптән түгел Рәсимә Халиҡоваға Бөтә донъя башҡорттарының иң ҙур наградаһы—«Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙылар. Бик лайыҡлы награда! Был һуңғыһы булмаҫ, Рәсимә Әнүәр ҡыҙына маҡтаулы исемдәр ҙә бирелер тигән ышаныстабыҙ.
Афарин, Рәсимә Әнүрә ҡыҙы! Һеҙҙе алда тағы ла бейегерәк үрҙәр, уңыштар көтһөн!