«Рифон» позывнойлы яугир Баймаҡ ҡалаһындағы 105-се һөнәрселек училищеһын тамам-лағас, хеҙмәт юлын Семеновск байыҡтырыу фабрикаһының гео-логия-разведка идаралығында башлай, артабан Сибай ҡалаһындағы «Башҡортостан шахта юлы үтеү идаралығы»нда дауам итә.
Мәмбәт ауылы ҡыҙы Лилиә Вәғиз ҡыҙы менән өйләнешкәс, йәштәр үҙ көстәре менән Баймаҡта ҙур һәм күркәм йорт һалып сыға. Тормоштарын йәмләп балалары донъяға килә. Айгиз бөгөн 5-се класта, ҡыҙҙары Рания 3-сөлә уҡый. Улар икеһе лә ҡаланың 2-се мәктәбендә белем ала, уҡыу алдынғылары.
Ғаилә башлығы вахта ысулы менән алыҫ Яҡутияла эшләгән саҡта уның бер туған ҡустыһы Рәиф махсус хәрби операцияға юллана.
—Ялға ҡайтып, әсәйемдең хәлен белә барғанда, ҡустымдың контракт төҙөп МХО-ға юлланыуын белдем. Ауылдан бергә уйнап үҫкән егеттәрҙең күбеһе ил һаҡларға китеүен ишеткәс, минең дә күңелдә Тыуған илде һаҡлау, дуҫтарым менән бергә булыу теләге тыуҙы. Әлбиттә, әсәйем минең ҡарарға риза булманы, уйларға ҡушты. Ныҡлы ҡарарға килгәс, был хаҡта ҡатыныма әйттем. Тәүҙә риза булмаһа ла, аҙаҡ фекеремдең ныҡлы икәнлеген аңлағас, ризалашты. Ир-егеттең бурысы элек-электән Тыуған илде һаҡлау булған, шуға күрә мин үҙ бурысымды үтәйем,—ти «Рифон».
«Рифон» былтыр йәй көнө Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальондың мотоуҡсылар ротаһы менән контракт төҙөй һәм яу яланына юллана. Контрактниктар ике ай тирәһе Һамар ҡалаһы янында хәрби «учебка»ла була: ҡоралды дөрөҫ тоторға, дрондар менән эш итергә, һаҡланырға, тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтәләр, физик күнекмәләр үткәрелә. Ялдан барғас, яугир Таһир Күсимов исемендәге батальонда хеҙмәт юлын дауам итәсәк.
Тәүге яу яланының ысынбарлыҡта нисек булыуын контракт төҙөүселәрҙең береһе лә күҙ алдына килтерә алмағандыр. Бында ысын һуғыш бара: дуҫтарыңды юғалтыу, үлем менән йәшәү араһы, яралыларҙың ыңғырашып ярҙам һорап ҡысҡырған тауыштары, баш өҫтөнән туҡтамай осҡан «ҡошсоҡтар»ҙан нисек тә һаҡланыу өсөн уяу һәм сос булыу кәрәклеген һәр яугир үҙ күҙҙәре менән күреп, күңеле менән тойоп, һуғыштың ни тиклем аяуһыҙ булыуын аңлай. Тәүге мәлдәрҙә «Рифон» да бер аҙ юғалып ҡалғандай була: ҡасандыр киноларҙан ғына күргән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы картиналар йәшен тиҙлегендәй мейеһен ярып үтә, әммә был күренештең ысынбарлығын тойоу, иленең яҙмышы, киләсәге өсөн барған яу икәнлегенә төшөнә.
—Йәшермәйем, еңел түгел. Хәйер, бер һуғыш та еңел булмаған, юғалтыуҙар күп, бигерәк тә дуҫтарыңды юғалтыу әйтеп бөтә аңлата алмаҫлыҡ ауыр. Бында һинең физик яҡтан әҙерлегең дә, үҙеңдең психологик яҡтан тотороҡлоғоң да, рухи ныҡлығың һөм ҡоростай ныҡ сабырлығың ярҙамға килә. Баш өҫтөңдән бер туҡтауһың осҡан «ҡошсоҡтар»ға эләкмәү өсөн аҡыл һәм баш менән уйлап эш итеү талап ителә, яуҙа күңел кисерештәренә урын бирергә ярамай, һин һәр саҡ бөтә нәмәгә әҙер булырға тейешһең. Яныңда тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн кәрәкле медицина әйберҙәрең, ашар ризығың, эсәр һыуың, һине һаҡлар ҡоралың булыуы мотлаҡ. Хатта 20-30 килограмлыҡ экипировканың ауырлығы ла һиҙелмәй,—ти яугир.
Әңгәмәсем әле икенсе тапҡыр ваҡытлыса ялға ҡайтҡан. Беҙ барғанда ла ҡәйнәләренә аят ашына киткән ине. Күберәк ғаиләһе янында, балалары, туғандары менән булырға тырыша ул. Киләсәккә ҡарата пландары тураһында һорағанда ла тик бер һүҙ менән генә «Еңеү!» тип яуапланы. Эйе, яугирҙәр алдағы көндәргә ҙур маҡсаттар ҡуйырға яратмай, улар бөгөнгө көндөң ни тик-
лем ҡәҙерле һәм мөһим икәнлеген яҡшы аңлай һәм бары тик тиҙерәк һуғыш тамамланып, тыуған йорттарына иҫән-һау ҡайтып, тап яу яланында хыял иткән теләктәрен тормошҡа ашырасаҡтарын яҡшы белә.
“Рифон” яраланып хәрби гос-питалдә ятып сыға, уның аяғы йәрәхәтләнгән. Ялға ҡайтҡанда дауахана юлдарын тапарға ла тура килгән, әле һыҙланыуҙарым бер аҙ баҫылды, ти ул.
Яугирҙең тылы ныҡлы булыуы ла һөйөндөрҙө: ҡатыны Лилиә Вәғиз ҡыҙы балалары менән ғаилә башлығының тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. «Ҡулдан телефон төшмәй, сөнки иремдең ҡасан шылтыратыуын белеп булмай. Һәр саҡ борсолоп, уның яғымлы тауыш менән «Ҡәҙерлем!» тигән тауышын ишетеүгә зар-интизар булып йәшәйбеҙ әлегә. Бының ваҡытлыса икәнлегенә ышанам. Яугирҙәргә алғы һыҙаҡта ни тиклем ауыр икәнлеген аңлайым, шуға һөйләшкән саҡта бер ниндәй проблемалар хаҡында әйтергә тырышмайым, уның борсолоуын теләмәйем»,—ти ул.
Әйткәндәй, яугир балалары мәктәптә бушлай ашатыла, ғаилә үткән йылда район етәкселеге ярҙамы менән утын менән тәьмин ителгән.
Кәримә Усманова.