АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
14 Февраль 2025, 11:00

Фәнгә һөйөү әсәһенән килә

Йыл һайын 8 февраль илебеҙҙә Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Был дата 1999 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән булдырыла һәм Рәсәй фәндәр академияһы үҙенең 275 йыллығын билдәләгән көндән байрам ителә башлай.

Фәнгә һөйөү әсәһенән киләФәнгә һөйөү әсәһенән килә
Фәнгә һөйөү әсәһенән килә

Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында фән менән етди шөғөлләнгән ғалимдар бихисап. Шуларҙың береһе—философия фәндәре кандидаты, иҡтисад һәм хоҡуҡ факультетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире Зөлфиә Таҡтаева.
Зөлфиә Рауил ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының аспи-рантураһын тамамлап, кан-дидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, БДУ-ның Сибай институтында хеҙмәт юлын башлай. 2004 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем юғары уҡыу йортонда уҡытыусы булып эшләй, 20 йылдан ашыу ғилми-педагогик эшмәкәрлек стажы бар. Бәләкәйҙән аң-белемгә ынтылған зирәк һәм тырыш ҡыҙ Баймаҡ ҡалаһының 3-сө, фортепиано класы буйынса музыка мәктәбен, Сибай педагогия колледжын тамамлай, Сибай институтын һәм Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһында көндөҙгө бү-лектә белем ала.
—Мәктәп йылдарында рус һәм башҡорт теле, химия буйынса ҡала һәм төбәк олимпиадаларында еңеүсе, рус теле буйынса республика олимпиадаларында призер булһам да киләсәктә фән менән шөғөлләнергә уйламаған да инем. Минең фәнни фекерләү ҡеүәһен формалаштырыуҙа, фән менән шөғөлләнергә булышлыҡ итеүсе әсәйем—СССР–ҙың мәға-риф отличнигы, Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре, оло йөрәкле педагог Бикҡолова Нурия Фазулла ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ. Тап әсәйем фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятты, аспирантураның көндөҙгө бүлегенә инергә күндерҙе,—ти Зөлфиә Таҡтаева.

 


Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас