+30 °С
Болотло
«Фәрештә-һаҡлаусы» («Ангел-Хранитель) ирекмәндәр штабы аҙна һайын халыҡ араһында отош уйыны үткәрә. Лотерея мәлендә бүләк отоусы үҙ бүләген махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ғаиләһенә бирә. Был аҙна еңеүсеһе үҙ бүләген мәрхүм яугирҙең улы Тимерхан Нурғәлинға тапшырҙы.
Малай Баймаҡ районы Таһир ауылында йәшәй, балалар баҡсаһына йөрөй. Тимерханды ҡартатаһы менән ҡартәсәһе тәрбиәләй.
Тимерханға яҡты киләсәк теләйбеҙ! Бәхетле, ғүмерле, һау, иманлы, рухлы бала бул, бәләкәс!