+1 °С
Болотло
Баймаҡ районы Һаҡмар ауылы халҡы Зәйнетдин олатай һәм Зәйтүнә инәй махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә һаулыҡ һәм ғүмер һорап ҡорбан салған. Улар һарыҡ итен ирекмәндәр ойошмаһына тапшырып, алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған.
Зәйнетдин олатай менән Зәйтүнә инәй икеһе лә оло йәштә—икеһенә лә 85 йәш, әммә яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтәләр. Һаҡмар ауылында улар өлгөлө ғаилә булып иҫәпләнә, әүҙем тормош позицияһы тотоуҙары менән үрнәктәр.
Шахморатовтарға —АФАРИН! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын!