АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
6 Февраль 2025, 09:30

Мәстүрә инәйгә—100 йәш!

—Үҙемдең икмәгемде ашамаһам, тамағым туймай. Fүмер буйына ҡомалаҡ икмәген бешерәм. Ә хәҙерге йәштәр икмәк бешерергә йыбана. Беҙҙең әсәй-инәйҙәребеҙ борон-борондан ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк бешергән,—ти үҙенең 100 йәшен ҡаршы алыусы Мәстүрә инәй.

Мәстүрә инәйгә—100 йәш!Мәстүрә инәйгә—100 йәш!
Мәстүрә инәйгә—100 йәш!

Сибай ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә йәшәүсе Мәстүрә Сөләймән ҡыҙы Мусина хаҡында бынан 8 йыл элек күләмле мәҡәлә яҙғайныҡ. Ул саҡта инәйгә 92 йәш ине һәм ул беҙҙе, оло булыуына ҡарамаҫтан, ҡомалаҡ икмәге бешереүе менән хайран иткәйне. Әле килеп инәйгә 100 йәш тулды.  Бөгөн ул элеккесә заказға бешермәй, әммә үҙе өсөн ҡомалаҡ икмәге һала икән.

—Үҙемдең икмәгемде ашамаһам, тамағым туймай. Fүмер буйына ҡомалаҡ икмәген бешерәм. Ә хәҙерге йәштәр икмәк бешерергә йыбана. Беҙҙең әсәй-инәйҙәребеҙ борон-борондан ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк бешергән. Теләгәндәргә икмәк бешереү серҙәрен өйрәтәм,—ти Мәстүрә инәй.

«Көс-хәлем бөтә башланы»,—ти инәй, әммә элеккесә аҡылы теүәл, хәтере шәп. Бынан 70-80-90 йыл элек булған хәлдәрҙе бөгөнгөләй иҫләй.

Мәстүрә Сөләймән ҡыҙы 1925 йылда Хәйбулла районының Әбделнәсир ауылында донъяға килгән. Улар ғаиләлә 5 ҡыҙ һәм 2 малай үҫкән.

— Әхмәтҡужа һәм Шәрифулла ағайҙарым икәүһе лә фронтҡа китеп, яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алманы. Атайым Сөләймән Әбделнәсиров та һуғышта булды. Оло йәштә булғас, ул хеҙмәт отрядына алына. Атайым һуғыштан ҡайтып, совхозда оҙаҡ йылдар чабан булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул дин юлында булды. 80 йәштән уҙған ине. Балалары менән мәж килеп йәшәп, 1975 йылда мәрхүм булып ҡалды.

Әсәйем был донъянан бигерәк йәшләй китеп барҙы шул. Мал ҡараусы булып эшләгән сағында ҡышҡыһын 20 саҡрым алыҫлыҡтан үгеҙ менән бесән ташып, үпкәһенә һыуыҡ тейҙерә. Шул сирләүенән мандый алмай ул,—тип хәтирәләргә бирелде Мәстүрә инәй.

Инәй һөйләүенсә, уларҙың бала сағы гел эш менән үткән. Фермала кәзә көтөп, бәрәстәр ҡараған. Һуғыш ваҡытында һыйыр, үгеҙ егеп, һабан һөргән. «Һыйырҙарҙың күҙҙәренән йәштәре ағып торор ине. Малҡайҙарҙы йәлләй торғайным»,—тип һөйләй ул. Ҡул салғыһы менән бесән сабып, уны фермаға ташып йөрөгән ҡыҙҙың аяҡтары ярылып бөтә. Ул саҡта аяҡ кейеме лә, йүнле өҫ кейемдәре лә булмай. Ҡыҙҙар һөйәлләнеп бөткән ҡул-аяҡтарын солидол майы һөртөп дауалаған. Мәстүрә инәй әйтеүенсә, улар өс йыл буйына Күркәтауҙа урман да ҡырҡҡандар.

1949 йылда ғаилә Баймаҡ районының «Йылайыр» совхозына күсеп бара. Мәстүрә инәй комбайнсылар курсында уҡып ала. Комбайнда һәм тракторҙа ең һыҙғанып эшләй. Үҙенең тормошон Әхмәт Мусин менән бәйләй. Бәхетле ғаиләлә дүрт бала тыуа. Матур ғына йәшәп ятҡанда Мусиндар ғаиләһенә оло ҡайғы килә. Мәстүрә Сөләймән ҡыҙының тормош иптәше йәшләй генә мәрхүм булып ҡала. Ҡәйнәһе һәм 4 балаһы менән тороп ҡалған ҡатын бар ҡайғыһын эш менән баҫырға тырыша. Бәхеткә күрә, заманында гөрләп торған совхозда эше лә, ашы ла була. Мәстүрә инәй оҙаҡ йылдар иген келәтендә һәм тирмәндә эшләй. Йәйҙәрен һарыҡ ҡырҡыуға ла йөрөй. Уңған ҡатын көнөнә 100-әр һарыҡ ҡырҡып, алдынғылыҡты яулай. Мәстүрә Мусинаның намыҫлы хеҙмәте бихисап Почет грамоталары менән билдәләнгән. Хеҙмәт алдынғыһы булараҡ, ул йыл һайын төрлө ял йорттарына һәм шифаханаларға юлламалар менән бүләкләнә.

— Ҡәйнә менән 24 йыл бергә йәшәнек. Мин көнө буйына эштә, ә ҡәйнәм йорт-ихатаға хужа булды, балаларҙы ҡараны. Ирһеҙ булһам да ирле ҡатындарҙан былайыраҡ донъя көттөм мин. Fүмер буйына өс һыйыр һауҙым. Аллаға шөкөр, мул һәм етеш йәшәнек. Күрше-күлән йомош менән беҙгә килер ине,—ти ул.

Йәшерәк сағында Мәстүрә инәйҙе һоратып килеүселәр күп булған. Әммә ул үҙен балаларына бағышлаған. Әлеге көндә уларҙың изгелек-хөрмәтен күреп көн итә. Ҡыҙы Шәмсинур ғаиләһе менән оҙаҡ ваҡыт Ҡаҙағстанда йәшәгән. Балалары төрлө яҡҡа таралышып бөткәс, яңғыҙы ултырып ҡалған әсәһен ул үҙенең яны на күсереп ала. Шулай итеп, Шәмсинур инәйгә 15 йыл буйына ҡыҙы һәм кейәүе менән Ҡаҙағстандың Лесоковка ауылында йәшәргә тура килә. 2000 йылда улар бергәләшеп Сибайға ҡайтып төпләнә.

Өлкән улы мәрхүм булып ҡалған. Ҡыҙы Шәмсинур, икенсе улы Эрнест—Сибайҙа, кесе улы Илгиз ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Мәстүрә инәйҙең 4 ейәне, 2 ейәнсәре һәм ике бүлә-бүләсәһе бар. Дин юлында булған инәй уларҙың барыһына ла доға ҡылып, эш-сәфәрҙәренең уң булыуын теләп ултыра. 2008 йылда ул хажға барып ҡайтҡан. Мәстүрә инәйҙе туғандары йыш ҡына аят бағышлатырға саҡыра. Мәсеттә үткән дини байрамдарға ла йөрөй ул.

 

 

МӘСТҮРӘ ИНӘЙҘӘН ҠОМАЛАҠ ИКМӘГЕ БЕШЕРЕҮ СЕРЕ:

— Тәүҙә һабағы менән киптереп, турап алам. Тик япрағын алырға ярамай. Ә һабағы көслө була. Шунан ҡомалаҡты ҡайнатып, кәбәккә ҡушып киптерәм. Шулай итеп, бер йылға етерлек ҡомалаҡ әсеткеһе әҙерләйем. Ә икмәк бешереүгә килгәндә, был бик оҙайлы эш. Көндөҙ бер ус кипкән әсеткене йылымыс һыуға һалып, бер аш ҡалағы шәкәр болғап ебетергә ҡуям. Шунан ике аш ҡалағы ондо ҡайнаған һыуға бутап, йылымыс булғас әсеткене өҫтәйем. Был ҡатнашма кискә тиклем ултырып, әсей. Киске сәғәт 9-ҙа әҙер әсеткене ҡушып ҡамыр баҫам. Ҡамырға 1-2 аш ҡалағы үҫемлек майы, өс йомортҡа һәм тоҙ һалам. Төнгө сәғәт 3-тә һәм иртәнге 6-ла ҡамырҙы тасҡайым. Ҡабарғас, икмәкте табаларға яһап ултыртам. 1-2 сәғәт ҡалҡҡандан һуң, табаны духовкаға урынлаштырам һәм аҫтына ут ҡабыҙам. Икмәк бешеүгә 1 сәғәттән алып 1 сәғәт тә 20 минут тирәһе ваҡыт китә. Шулай итеп, бер-бер артлы өс таба икмәкте бешереп алам. Күреүегеҙсә, өс таба икмәкте эш итеп алғансы тәүлек тирәһе ваҡыт китә. Шуға күрә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡомалаҡ икмәген ял көндәрендә бешерергә кәңәш итер инем. Икмәкте бала кеүек кенә ҡарап бешермәһәң, уңмай,—ти ул.

Мәстүрә инәй әйтеүенсә, ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк кешене тынысландыра, һәйбәт йоҡлата. Ашҡаҙанға ла ул яҡшы тәьҫир итә. Ҡомалаҡ икмәге тиҙ иҫкермәй, еҫләнеп бармай. Аҙналап ятҡан икмәк үҙенең сифатын да, тәмен дә юғалтмай.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас