Академик Мазһар Насип улын фәнгә тоғро, үҙ эшенә мөкиббән киткән ғалим, оло йөрәкле, кешелекле, ярҙамсыл, илһөйәр, шул уҡ ваҡытта ябай һәм ихлас тип беләләр.
Ул һәләтле педагог һәм ғилми остаз да булды. Мазһар Насип улы 500-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 80-дән ашыу китап һәм монография авторы, улар Рәсәй һәм сит ил ғалимдары тарафынан танылыу алған.
Мазһар Насип улы хәстәрлекле тормош иптәше, атай һәм ҡартатай булды. Ҡатыны Фәүзилә Лотфрахман ҡыҙы менән иңгә-иң терәшеп, 63 йылдан ашыу йәшәнеләр. Уның фатихаһы менән күп яҡташтары тормошҡа юллама алды. Мазһар Иҫәнбаевтың бай ғилми мираҫы, бик күп уҡыусылары, рәхмәтле зат-ырыуы ҡалды.
Илшат ТАЖЕТДИНОВ,Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары:
—Академик Мазһар Иҫәнбаев беҙҙең республикала ла, унан ситтә лә арҙаҡлы ғалим-иҡтисадсы ине. Төбәк иҡтисады теорияһын һәм методологияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре Башҡортостан Республикаһының бик күп стратегик документтарын әҙерләү өсөн нигеҙ булды. Уның алымдары һәм тәҡдимдәре кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға, инфраструктураны үҫтереүгә һәм төбәктең иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән дәүләт ҡарарҙарында сағылыш тапты.
Мазһар Насип улы студенттарҙы, аспиранттарҙы һәм докторанттарҙы яңы фәнни асыштарға ынтылырға дәртләндереп, йәштәргә үҙенең белеме менән ихлас уртаҡлашты. Уның уҡыусылары бөгөн фән һәм мәғариф үҫешенә тос өлөш индерә, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫеше хаҡына уңышлы хеҙмәт итә.
Академик Иҫәнбаев һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған изге күңеллелеге һәм ярҙамсыллығы менән айырылып торҙо. Ул үҙенең тыуған төйәге—Икенсе Этҡол ауылына бик күп йүнәлештәр буйынса ярҙам итте. Тыуған ауылына килгәнендә ул һәр саҡ мәктәп уҡыусылары менән осрашырға тырышты, уларға уҡыуҙағы уңыштары өсөн үҙ исемендәге премияһын тапшыра ине. Һис шикһеҙ, ауылдаштарым һәм бөтә яҡташтарым уның менән һәр саҡ ғорурланасаҡ һәм уларҙың күңелендә ул мәңге иҫтә ҡаласаҡ.
Барыбыҙ ҙа Мазһар Насип улын ғүмерен Баш-ҡортостанға, уның халҡына һәм фәненә хеҙмәт итеүгә арнаған кеше булараҡ хәтерләйәсәкбеҙ. Беҙҙең бурыс—академик Иҫәнбаев тураһында хәтерҙе һаҡлау, уның ғилми хеҙмәттәрен популярлаштырыу һәм уның тикшеренеүҙәрен дауам итеү. Республиканың Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге һәм Баймаҡ районы хакимиәте менән берлектә уның хәтерен мәңгеләштереү өсөн саралар күрергә тейешбеҙ.
Вилүр ӘХМӘТОВ,
иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр Институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре:
Бар ғүмерен төбәк иҡтисадын өйрәнеүгә бағышлаған атҡаҙанған фән эшмәкәре Мазһар Иҫәнбаевтың вафат булыуы менән иҡтисад фәнендә тотош бер дәүер тамамланды... Мазһар Насип улының биографияһы һәм юғары ҡаҙаныштары тураһында бик оҙаҡ һөйләргә була. Ул дауамлы йылдар Рәсәй Фәндәр академияһында, Башҡорт дәүләт университетында, Башҡортостандың беренсе Президенты М.Ғ. Рәхимов ҡарамағындағы власть органдары системаһында эшләне.
Ғилми етәксемдең, Уҡытыусымдың (эйе, тап ҙур хәрефтән) шәхси сифаттарын билдәләргә теләйем. «Иҫәнбаев мәктәбе» барыбыҙҙың да йөрәгендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ул беҙҙе яуаплылыҡҡа һәм тырышлыҡҡа өйрәтте. Үҙенә һәм уҡыусыларына юғары талаптар ҡуйҙы, тормошта өҫтөнлөклө мәсьәләләрҙе дөрөҫ билдәләргә өйрәтте, был мөһим бурыстарға бар көстө йүнәлтергә ярҙам итә. Төп иғтибар һанға түгел, ә сифатҡа бирелде. Шуға ла уның етәкселегендә яҡланған кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары күп булманы (йәмғеһе—22 кандидатлыҡ, 1 докторлыҡ диссертацияһы), әммә башҡарылған эштәр юғары кимәле менән айырылып тора.
Мазһар Насип улының эш өҫтәлендә һәр саҡ тулы тәртип, бер хатаһыҙ ҡулъяҙмалары бөхтә, бар уйҙары аныҡ яҙылған. Уның менән эшләүе еңел, мәртәбәле һәм күңелле булды. Күп мәҡәләләрҙә һәм ғилми монографияларҙа авторҙаш булыу бәхете тейҙе. Мәҫәлән, 2003 йылда баҫылған "Экономическая оценка формирования и развития региональных комплексов перерабатывающих производств" китабында күп кенә шәхси мәҡәләләрен, бер нисә монографияһын йыйыуҙа ярҙам иттем, Уның "Годы. Жизнь. Путь в науке" автобиографик китабының рецензенты булдым.
Әҙәпле, тәрән аҡыллы, пунктуаль булды. Барыһына ла хөрмәтләп "һеҙ" тип өндәшер ине. Һөйкөмлөлөгө, һирәкләп кенә матур йылмайыуы, бөхтә тышҡы ҡиәфәте (һәр саҡ тиерлек аҡ күлдәк, галстук, костюмда ине), тыныс телмәре күҙ алдынан китмәй. Туған телен хөрмәт итте, кескәй Ватанын—Баймаҡ районын бик яратты. Мазһар Насип улы бер нисә телдә, шул иҫәптән эшлекле башҡорт телендә оҫта аралашты. Ил өсөн ҡатмарлы осорҙарҙа киң мәғлүмәт саралары аша йыш сығыш яһаны. Һәр ваҡыт намыҫлы һәм тура һүҙле булды, ялғанды, хәйләне, ике йөҙлөлөктө бөтөнләй ҡабул итмәне. Мохтаждарҙы ишетә белде, бик күптәргә ярҙам итте.
Мазһар Насип улы Башҡортостан Фәндәр Академияһының Сибай филиалын булдырыуҙа мөһим роль уйнаны. Ул ваҡыттағы БДУ-ның Сибай институтында менеджмент һәм бухгалтер иҫәбе буйынса тәүге белгестәр әҙерләгәндә дәүләт аттестация комиссияһында рәйеслек булды. Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашты. Бынан тыш, ул Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр Институтында уҡыуға һәм эшкә аспиранттар, соискателдар ҡабул итте. Кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡлаған уҡыусылары араһында В.Я.Әхмәтов, А.У.Байгилдина, Н.Х.Фәтхуллина һәм башҡалар булды.
Республикаһының ғилми берләшмәһе ауыр юғалтыу кисерҙе... Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр Институтында академик Мазһар Иҫәнбаев хөрмәтенә халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәреү һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйыу мәсьәләһе ҡарала.
Зөлфиә ИШМЫРҘИНА,
1995-2013 йылдарҙа Баймаҡ районының Икенсе Этҡол мәктәбе директоры:
—Мазһар Насип улын башҡорт меценанты тип әйтергә була. Ул алға ҡараған, киләсәкте ҡайғыртҡан шәхес ине. 2001 йылда ул мәктәбеҙҙә үҙ премияһын булдырҙы. Уҡыу һәм йәмәғәт эштәрендә уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларға ҙур суммала аҡса ҡушып, шәхси премияһын тапшырҙы. Ниндәй генә мәшәҡәттәре булмаһын, йыл һайын тап сығарылыш кисәһе көнөнә килеп етә ине. Был маҡтаулы исемгә ҡырҡтан ашыу уҡыусыбыҙ лайыҡ булды. Тырыш балаларға ул шулай ҡанат ҡуя белде, оло тормошҡа фатихаһын бирҙе. Артабан да уларҙың яҙмышын күҙәтеп барҙы. Мазһар Иҫәнбаев исемендәге премия лауреаттары барыһы ла тиерлек юғары белем алды, әлеге мәлдә яҡшы урындарҙа эшләп йөрөй.
Ябайлыҡта—бөйөклөк, тигән һүҙҙәр тап Мазһар Насип улы кеүектәргә төбәп әйтәләр. Ул бер ҡасан да үҙенә айырым мөнәсәбәт, хөрмәт талап итмәне. Күп тә һөйләмәне, математик тел менән, аныҡ ҡына фекерен, кәңәшен еткерер ине. Китапханаға үҙенең һәм уҡыусыларының китаптарын бүләк итте. Улар балаларға фәнни-тикшеренеү эштәре өсөн яҡшы ҡулланма.
Яңы мәктәпте төҙөүҙә роле ҙур булды. Буласаҡ белем усағының кәрәклеген Хөкүмәт алдында иҡтисади яҡтан нигеҙләп, рөхсәт юлланы. Икенсе Этҡол халҡы ауылдашыбыҙҙың изге эштәрен бер ҡасан да онотмаясаҡ.
Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.