“Ялан түңгәүерҙәренең арҙаҡлы шәхестәре” китабы өҫтөндә эшләгәндә Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарына мәғлүмәт туплау өсөн күп тапҡырҙар барырға тура килде. Һәр барған ерҙә фекерҙәштәр табып, дуҫлашып киттек, улар менән артабан бергә эшләү мөмкинлектәренә эйә булдыҡ. Һуңғы барған нөктәбеҙ
Йылайыр районының Матрай ауылы ине. Хакимиәт етәкселәре активтарын йыя һалып, маҡсатыбыҙҙы әйтеп, беҙҙең менән осрашыу ойоштороп бәйләнеш булдырҙы. Бына ошонда таныштыҡ та инде Матрай ауылы мәҙәниәте йорто режиссеры Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманова менән. Ул Бүләкбикә Сәмиғулла ҡыҙы Аҡҡусҡарова менән берлектә йәһәтләп Матрай ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙағы түңгәүерҙәрҙең арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәғлүмәттәрҙе йыйып бирҙе.
Мәүлиҙә Заманова 1970 йылда тыуған. Урта мәктәптә белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни ағартыу училищеһының театр бүлеген (1989 йылда), Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссерҙар факультетын (2013) тамамлай. Матрай ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендәге «Илһам» халыҡ театрының етәксеһе, уның бай репертуары һәм башҡа күп төрлө республика күләмендәге сараларының сценарий авторы һәм ойоштороусыһы. Хеҙмәт стажы—34 йыл. Дүрт бала әсәһе, әүҙем йәмәғәтсе.
Хеҙмәт юлын Матрай ауылы мәҙәниәт йортонда драма түңәрәге етәксеһе вазифаһында 1990 йылда башлай. Был дәүерҙә илебеҙ ҙур үҙгәрештәр кисерә. Театрҙың дөрөҫ эшмәкәрлек юлдарын табырға, ваҡыт һәм тамашасы талаптарына яуап биргән ижади коллектив тупларға кәрәк була. Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙының тамашасы хөкөмөнә сығарған беренсе пьесаһы (1993 йыл)—Туфан Миңнуллиндың «Бишек йыры» исемле спектакле. Ул аншлаг менән үтә, тамашасыларҙан һәм коллегаларынан юғары баһа ала.
Унан һуң бик күп спектаклдәрҙе сәхнәгә сығара: Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр», «Ай булмаһа, йондоҙ бар», Илшат Йомағоловтың «Буш сәңгелдәк», Әнғәм Атнабаевтың «Балаҡайҙарым», «Игеҙәктәр», Наил Ғәйетбаевтың «Яусы Йыһан, йәки нисек кейәүгә сығырға?», «Юлдар ярҙа өҙөлә», Рәшит Хөсәйеновтың «Изге ялған», Әминә Яхинаның «Йән һөйгәнем һин генә», Фәнил Әсәновтың «Яралы ыласын», Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар!», Флорид Бүләковтың «Таштуғай», Рәлиф Кинйәбаевтың «Ҡотлайбыҙ, атай булдың!» Гөлшат Зәйнәшеваның «Ғайфи бабай, өйлән давай!», Ибраһим Абдуллиндың «Таңһылыуҙың айлы кистәре», Радик Нурлығаяновтың «Аҡ сәскә һиңә бүләккә» һәм башҡалар. Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы рус классигы А.П.Чеховтың ижадына ла туҡтала, уның «Хөкөм» тип аталған проза әҫәрен сәхнәгә сығара. Ижади эҙләнеүҙәр, ныҡышмалы хеҙмәт, яңылыҡҡа ынтылыу һәм эксперимент, ҡыйыулыҡ, талант үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Режиссер алдына алған маҡсатына өлгәшә, ҡатмарлы әҫәрҙе сәхнәләштереүҙә яңы алымдар ҡуллана, артистарының—ижади командаһының сығыштарын, уйнауҙарын юғары кимәлгә күтәрә.
—Матрай халыҡ театры артистары А.Чеховтың хикәйәләре буйынса ҡуйылған «Хөкөм» спектакле менән сығыш яһаны. Театрҙың бына нисәнсе йыл инде үҙ статусын һаҡлап, йөкмәткеле, ҙур оҫталыҡ менән башҡарылған тамашалары халыҡ күңелен яулай, уңыштары менән ҡыуандыра. Коллектив башҡарыуында күп кенә башҡорт, татар яҙыусыларының байтаҡ драмалары ҡуйылды, ә бына рус әҙәбиәте классигы А. Чеховтың «Хөкөм»ө тамашасы хөкөмөнә ҡуйылыуы—ҙур ҡыйыулыҡ. Театр етәксеһе Мәүлиҙә Заманова бер ҙә ҡурҡып тормаған, XIX быуаттағы йәмғиәттең кире күренештәрен, әхлаҡи яҡтан тарҡалған кешеләр тереклеген гротеск алымдары менән оҫта итеп һынландырырға өлгәшкән. Былар режиссерҙың һәләте, үҙ эшен тәрәндән белеүе, яратыуы, ныҡышмалылыҡ, талант эйәһе булыуы тураһында һөйләй. Декорация, костюмдар, музыка—бөтәһе лә заман рухын сағылдыра. Ә артис-тар үҙ ролдәрен еренә еткереп башҡарҙы,—тип яҙа райондың «Ауыл уттары» гәзитендә Тәнзилә Иҫәндәүләтова.
Мәүлиҙә Заманова тарафынан 1992 йылда нигеҙ һалынған театр тамашасы һөйөүен яулай барып, 2009 йылда «халыҡ театры» исеменә лайыҡ була һәм шунан башлап «Илһам» халыҡ театры үҙ исеменә тап төшөрмәй, һаман алға һәм алға, яңы үрҙәргә ынтыла. «Театраль рампа» район бәйгеһе сиктәрендә «Илһам» театр коллективы күп тапҡырҙар Гран-при яулай. 2017 йылда Балтас районында республика күләмендәге «Тамаша» театры фестивалендә ҡатнашып, коллектив араһында II дәрәжә дипломанты булалар. 2018 йылда Башҡортостан Республикаһының һәүәҫкәр театрҙар марафон-фестивале лауреаты исемен яулайҙар. 2020 йылда «Илһам» тетрының ижади коллективы БТВ телевизион каналының «Алтын тирмә» интелектуаль программаһында еңеүсе булып ҡайта. Башҡортостандың башҡорт мәҙәниәте һәм мираҫы сиктәрендә Бөрйән районында уҙғарылған «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләренең «Ижади майҙан»ында майҙан тотҡан «Илһам» театры коллективы етәксеһе Мәүлиҙә Замановаға Бөтә
донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан Рәхмәт хаты тапшырыла.
«Илһам» халыҡ театры коллективы киң күләмле сараларҙа, юбилейҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Бөйөк ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтовтың 80, 90, 95 йыллыҡ юбилейҙары айҡанлы, шулай уҡ фольклор байрамдары уңайынан Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы ярҙамында ойошторолған башҡорт халыҡ уйын
ҡоралдарында юғары кимәлдә сығыш яһап, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.
Матрай ауыл хакимиәте биләмәһенең 1-се, 2-се округтарының Бөйөк Еңеүҙең юбилейҙарына бағышлап һуғыш һәм тыл ветерандарына арналған, ауыл советы депутаты, режиссер Мәүлиҙә Заманова ойошторған бик ҙур программалы концертта ҡатнашыусы халыҡ таланттарының сығыштары ысын мәғәнәһендә ижади дәрт, илһам биреүсе, ололарыбыҙға ихтирам билгеһе күрһәткән онотолмаҫлыҡ тамаша була.
Алдынғы хеҙмәт кешеләре, билдәле шәхестәр, Афған яуы ветерандары, МХО һалдаттары менән осрашыуҙар, ҡыҙыл даталарға ҡарата төҙөлгән сценарийҙар—барыһы ла тәрбиәүи, ғилми, әхлаҡи күҙлектән сығып төҙөлә. Заманованың ижади эшендә, байрамдарҙа ҡулланылған табышы, асышы булып СССР-ҙың халыҡ рәссамы, һүрәт эшләү сәнғәтенең классигы Әхмәт Лотфуллиндың «Өс ҡатын» картинаһына мөрәжәғәт итеүе тора. Уны «Әсәйҙәр көнө» менән бик уңышлы бәйләгән. Иҫке Яҡуп ауылындағы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуында яҡташ яҙыусы Мөслим Әбсәләмовтың «Йомағужа тирәктәре» хикәйәһен сәхнәләштереп, тамаша ҡуйыуы халыҡ күңелендә юйылмаҫлыҡ рухи эҙ ҡалдыра. Унда ерле мәғлүмәт ҡулланылыуы бик отошло килеп сыға.
Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы—хореограф та, заман башҡорт йырҙары студияһының репетиторы. Ул өлгәшелгәндәре менән хушһынып ҡалмайынса тормош менән бергә атлай, үҙ белемен даими камиллаштыра. Пермь дәүләт мәҙәниәт институтында «Үҙешмәкәр театр» бүлегендә өҫтәлмә белем ала (2024). Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының «Театр сәнғәте» программаһы буйынса һөнәри белемен арттыра (2019 йылда). «Башҡортостанда электрон белем биреү» Ассоциацияһында квалифакацияһын күтәрә (2020 йыл). Мәҙәниәт министрлығында драматик спектаклдәрҙең режиссура нигеҙҙәре буйынса курстар үтеү, театрлаштырылған күренештәрҙе, эстрада концерттарын әҙерләү, ойоштороу, ҡуйыу өлкәһендә белгес сертификаттары бихисап.
Мәүлиҙә Заманова—әүҙем шәхес, депутатлыҡ вазифаһынан башҡа «Ағинәй» ойошмаһы, «Түңгәүер» фольклор, «Серҙәштәр» вокаль ансамблдәре, Һайлау комиссияһының даими ағзаһы. Район һәм ауыл күләмендәге спорт сараларында ҡатнашыусы, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе.
Ижади эшмәкәрлеге Гран-при, I дәрәжә, II дәрәжә, лауреат дипломдары, сертификаттар, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған.
Мәүлиҙә Заманова һәм уның «Илһам» халыҡ театры тураһында матбуғат биттәрендә бик күп мәҡәләләр донъя күргән. Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманованың күп яҡлы, оҙаҡ йылдар Башҡортостандың, Рәсәйҙең мәҙәниәтен үҫтереү, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йола, традицияларын һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәте барыбыҙ өсөн дә өлгө һәм ул тейешле баһа алырға хаҡлы.
Хазина Исҡужина,
йәмәғәт хәбәрсеһе.