Ир - егеттәр китте илде һаҡлап
Һуғышҡа тип илдәр ситенә.
Туҙә алмаҫлыҡ һалҡын окоптарҙа
Ямғыр яуа улар битенә.
Ваҡытын да ярҙам килеп етмәй
Ҡаршылыҡтар тора гел осрап.
Һалдат хәлен , һалдат ҡына аңлай
Сараһыҙлыҡ йышайған осраҡ.
Алда һынау бик аяуһыҙ һынау...
Дошмандарға ҡаршы барырға.
Ил алдын да булған антыбыҙға
Һәр ваҡытта тоғро ҡалырға.
Куҙ алдын да шартлау
Тигеҙләнә йорттар ҡала ла.
Сәселеп ята унда иптәштәрем
Туҙан, тупраҡ ҡанлы ерҙәр ҙә.
Зәңгәр күкте, аҡ томанға кумеп,
Янда ғына ниҙер шартланы...
Шунда ятҡан һалдаттарҙың
Тик күбеһе битен япманы...
Беҙҙең заман геройҙары булып
Китеп барҙы купме йәш йөрәк...
Йәндәребеҙ тынысланһын өсөн
Әсәйҙәргә булһын -ил терәк!!!
Ошо ауыр, аяныслы ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡолсора ауыл биләмәһе халҡына, Ришат Садиҡ улына, Баймаҡ администрацияһына,"Боевое братство" егеттәренә,мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтарына,доға ҡылыусы муллаларыбыҙға,
Рәсимә Әнүәр ҡыҙына, ул етәкләгән "Зарифа " коллективына, Айгөл, Гузәл, Дилбәр еңгәйҙәргә, барлыҡ ауыл халҡына, классташтарына,хеҙмәттәштәренә, туғандарға ҙур рәхмәт һуҙҙәре әйтәбеҙ!!!
Курһәткән изгелектәрегеҙ уҙегеҙгә икелә тә әйләнеп ҡайтһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ , оҙон ғүмер теләйбеҙ! Кугебеҙ аяҙ, киләсәгебеҙ яҡты, тормошобоҙ тыныс булһын!
Ағайымдың әсәйенә, ғаиләһенә, туғандарына Хоҙай йәшәү көсө, сабырлыҡ бирһен!