«Замана йәштәре ауылда ҡалмай»,—тигән фекер Сыңғыҙ ауылына әллә ни тап килмәй. Бында төпләнеп, матур, заманса өйҙәр һалып, күп балалар үҫтереп йәшәгән йәштәр бихисап. Шуларҙың береһе—Рәжәповтар.
Земфира Мәсғүт ҡыҙы һәм Биктимер Марат улы Рәжәповтар 8 бала тәрбиәләй. Барыһы ла спорт менән шөғөлләнә, яҡшы уҡый. Ғаилә башлығы—шәхси эшҡыуар, ағас эшкәртеү һәм пиломатериалдар әҙерләү менән булыша. Шулай уҡ хәйриәлек менән шөғөлләнә: махсус хәрби операциялағы яҡташтарына ярҙам итә, урындағы мәсетте, күперҙәрҙе ремонтлауға өлөшөн индерә. Ҡатыны Земфира һәр яҡлап уңған: бәйләй, тегә, төрлөләндереп аш-һыу бешерә, баҡса үҫтерә. Балалары иһә һәр саҡ ярҙамға ашыға. Хеҙмәт менән тәрбиәләнгән ул-ҡыҙҙарына йәштәр илһөйәрлек рухы һалырға ла тырыша. Һәр төрлө ярыш-конкурстарҙа ҡатнашалар. 2021 йылда улар Өфөлә уҙған «Ғаилә ҡиммәттәре» республика фестивалендә «Кадрҙағы ғаилә» конкурсында еңеү яуланы.
Рәжәповтар күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың «Дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында»ғы Указына ярашлы улар «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ! Афарин! Ғаиләгеҙгә күҙҙәр теймәһен. Артабан да именлектә, һаулыҡта ауыл йәме булып йәшәргә яҙһын!