Әлиә Баһаутдинова, Вәсилә Вәлиева, Әлфиә Солтангәрәева, Гөлкәй Исхаҡова—бына улар белем усағының иң өлгөр, иң тырыш студенттары. Улар һәр яҡлап өлгө күрһәтә. Мәҫәлән, Әлиә Баһаутдинова журналистика йүнәлешендә уңыштар яулаһа, уҡытыусы булырға хыялланған Вәсилә әҙәбиәтте ныҡлап өйрәнә, фәнни эштәр яҙа. Әлфиәне Сибай институтында иң етеҙ ҡыҙ тип беләләр. Ул еңел атлетика буйынса ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәй. Әүҙем ҡыҙ ҡала башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр секторы ағзаһы ла. Сит телдәрҙе төптән өйрәнеүсе Гөлкәй Исхаҡова иһә рес-публика, Рәсәй кимәленән сығып Халыҡ-ара ғилми конференцияларҙа дипломдар алыуға өлгәшкән. Ул шулай уҡ йырларға ярата, Айнур Туҡтаев етәкләгән ансамблдең солисы ла булып тора.
Теҙеп яҙһаң был ҡыҙҙарҙың уңыштары шул тиклем күп. Юҡҡа ғына республика Башлығы стипендианттары түгел улар! Бына шундай сос, белемле, маҡсатлы, тырыш студенттары менән дан тота Сибай институты!