—Владимир Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөй ине. Уйламағанда мобилизация булды. Көтөлмәгән хәлдән шаңҡып ҡалдыҡ. Тәүҙә билдәһеҙлектән бигерәк ауыр ине, аҙнаһына бер, ҡайһы саҡ айына бер генә шылтыратты. Әле лә алғы һыҙыҡҡа инеп китһә, йоҡо—йоҡо, аш—аш түгел. Бәйләнешкә инеүен, иҫәнлеген белдереүен түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ул штрум отрядында командир. Ике тапҡыр яраланды, тәненән ҡайһы бер ярсыҡтар алынмаған да. 2022 йылдың сентябренән әлегәсә 4 тапҡыр ялға ҡайтып китте. Ҡайтһа беҙҙән ул яҡтағы хәлдәрҙе бөтөнләй һорашмаҫҡа ҡуша,—тип һөйләй Зиниә Әхмәр ҡыҙы.—Улыбыҙ Хәсәнде үтә ныҡ һағына, әле уға 3 йәш. Атаһын онотмаһын өсөн йыш ҡына видеобәйләнешкә инәбеҙ, фотоларын күрһәтәм, атаһы хаҡында һөйләйем. Владимир ҡайтһа, улыбыҙ: «Атай ҡайтты, атай ҡайтты»,—тип ҡыуанып йүгереп йөрөй.
Владимир—Ульяновск өлкәһе егете. Баймаҡ ҡыҙы Зиниә менән Мәскәүҙә эшләгән саҡта танышалар. 2018 йылда никах уҡытһалар, 2019 йылда өйләнешәләр. Владимирҙы башҡорт ҡыҙы ғына түгел, рес-публикабыҙ ҙа үҙенә ғашиҡ итә. Шуға өйләнешкәс тә Башҡортостанда йәшәргә ҡарар итәләр һәм Баймаҡ ҡалаһында төпләнәләр. Әле Зиниә улы менән тыуған ауылында—ата-әсәһе янында. Ауырлыҡтарҙы бергә кисереү еңелерәк икәнен һәр кем яҡшы аңлай.
Махсус хәрби операцияла ҡат-нашыусы булараҡ Владимир хәрби хәрәкәттәр ветераны булып тора, түшен «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалы биҙәй. Әлбиттә, уға был исемдәр ҙә, миҙалдар ҙа мөһим түгел. Ул тиҙерәк еңеү яулап, ҡәҙерле кешеләре янына ҡайтырға теләй. Өйҙә уны кәләше, улы һәм башҡа яҡындары көтә.