+24 °С
Ямғыр
Баймаҡ районы Бөрйән-Йылға ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Йәлил Әхтәм улы Ҡаҙаҡбаевтың иҫтәлегенә турнир үтте. Был спорт сараһы ғына булманы. Унда һәр кем Йәлилде яҡты хәтирәләр менән телгә алды. Урындағы мәктәп уҡыусылары сараға килеүселәргә шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр бүләк итте. Һәр сығыш яһаусы күҙенә йәштәр алды. Яугирҙең ҡатыны Лилиә Фирғәт ҡыҙы мәктәп уҡыусыларына иҫтәлекле бүләк өләште һәм киләсәктә талантлы балаларға исемле премия булдырырға уйлауын белдерҙе.
Йәлил үҙе теләп махсус операцияға юлланған була...