Замандаш
24 Декабря 2024, 09:40

Егеттәрҙең аҫылдары -Баймаҡта

«Ете егет» проектында Баймаҡ районы Таһир ауылы егете еңеү яулап, атлы булһа, Таулыҡай ауылы егете «Тамашасы һөйөүе» номинацияһына лайыҡ булды.

Егеттәрҙең аҫылдары -БаймаҡтаЕгеттәрҙең аҫылдары -Баймаҡта
Егеттәрҙең аҫылдары -Баймаҡта

Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәтенән хәбәр итәләр:


"7 егет" проекты 6-сы миҙгелен япты. Унда Башҡортостандың төрлө районынан иң отҡор, иң теүәккәл ете егет үҙен һынап ҡараны. Беренселек өсөн ярыш бик сәмле барҙы. Егеттәр бесән дә сапты, атта ла һыбай йөрөнө, ҡайыштан төрлө нәмәләр үрҙе, ҡыҫҡаһы төрлө яҡтан үҙ һәләттәрен күрһәтте. Күптәрегеҙ был проектты зәңгәр экрандар аша күҙәтеп тә барғандыр. Бәйгелә Баймаҡ районынан ике егет ҡатнашты һәм һынатманы. Таһир ауылынан Флорид Әлибаев еңеүсе булып, төп приз- башҡорт тоҡомло атҡа эйә булһа, Таулыҡай ауылынан Илназ Исхаҡов - "Тамашасы һөйөүе" номинацияһы еңеүсеһе булды. Уның өсөн 10 меңдән ашыу үҙ тауышын бирҙе.
Афарин! Ҡотлайбыҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас