АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Декабрь 2024, 14:40

Иҫәнбәттәр дөрөҫ эшләне!

Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауыл клубында Ленин ордены кавалеры Илбулов Ҡорбанғәле Ниғәмәт улына арнап сығарылған китаптың исем туйы үтте.Килгән ҡунаҡтар араһында Ҡорбанғәле ағайҙың класташы ла, хеҙмәт юлын бергә башлаған йәшлек дуҫтары ла, оҙаҡ йылдар бергә Ирәндек совхозының малсылыҡ тармағында бергә эшләгән иптәштәре лә бар ине.Ауылдаштары ла сараның матур үтеүе өсөн ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәнеләр. Һөҙөмтәлә күмәк көс менән бик матур, мәртәбәле сара килеп сыҡты.Быны нимәгә яҙаммы...Әйтер һүҙем шул ине: Кешеләрҙе ошолайтып ТЕРЕ САҒЫНДА ҡәҙер итеп хөрмәтләүгә ни етә!!!Әхирәткә күскәс әйттең ни ҙә әйтмәнең ни яҡшы һүҙеңде, шулай бит.

Иҫәнбәттәр дөрөҫ эшләне!Иҫәнбәттәр дөрөҫ эшләне!
Иҫәнбәттәр дөрөҫ эшләне!

89 йәшлек аҡһаҡалдың ҡыуанып, әллә нисә ҡат аяғөҫтө тороп рәхмәт әйтеүе ошоға дәлил.
Бер - беребеҙҙе ҡәҙерләп өйрәнәйек.

Гөлзифа Исрафилова.

Автор:
Читайте нас