Замандаш
14 Декабрь 2024, 10:06

Александр башҡорт телен ярата

Йылайыр егете Александр Ивлев башҡорт телендә акцентһыҙ таҙа һөйләшә

Александр башҡорт телен яратаАлександр башҡорт телен ярата
Александр башҡорт телен ярата

РӘМИЛӘ ТУҒЫҘБАЕВА СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘ ЯҘА:

 

--14 декабрь - Башҡорт теле көнө... Журналист та, блогер ҙа түгелмен, әммә телебеҙҙе ихтирам иткән ир-уҙаманы тураһында яҙмайса булдыра алмайым...
Александр Викторович Ивлев Йылайыр районы, матур тәбиғәтле Юлдыбай ауылында тыуып, үҙ ерендә ныҡлы аяҡҡа баҫып йәшәй. Бер ҡунаҡта башҡорт һәм рус телендә бик яҡшы һөйләшкәнен ишетеп, таң ҡалдым... Ғөмүмән, ике телде лә "һыу кеүек" эсә ине... Шунан яҡындан танышыу теләге тыуҙы.. Өләсәһе яғынан туған да булып сыҡты. Телде яратырға, һөйләшергә, рухлы булып үҫергә өләсәһе Разия инәйҙең тәрбиәһе икән.. Александр юғары белемле, БДУ-ның физика һәм математика факультетын тамамлап, Себерҙә газпром берекмәһендә эшләй. Ғаилә хәле буйынса, әле дистационно эшләй... Шул уҡ ваҡытта колледжда информатика фәнен уҡыта... Тыуған ерҙән кем туйған, тигәндәй, тыуған еремде ташламайым, ауылымда йәшәүҙе хуп күрәм, ти... Яратҡан шөғөлө спектаклдә башҡорт телендә уйнай.. Ышанып,төп ролдәрҙе лә бирәләр... Спектаклде ҡарағас, һис шикһеҙ, оҫта актер тип әйтә алам... Башҡорт телендә бер ниндәй акцентһыҙ, саф башҡорт телендә һөйләй... Спектакль менән Башҡортостан буйлап йөрөнөк, һәр ерҙә лә ихлас, яратып ҡаранылар, ти....Уның шөғөлөн хуплап, яратып башҡарғанын, ҡоролтай тарафынан бирелгән грамота раҫлай....
Үҙ милләтенең телен ихтирам итмәгән милләттәштәремә өлгө булып тора...
Мең рәхмәт һиңә, Александр, башҡорт телен ихтирам, үҙ иткәнегеҙ өсөн... Уңыштар, ныҡлы һаулыҡ юлдаш булһын!!! Тағы ла матур - матур ролдәрҙә ҡатнашырға, тамашасыларҙы ҡыуандырырға яҙһын...

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас