Замандаш
9 Декабрь 2024, 11:55

Иптәштәрен ҡотҡарған

—«Һунарсы» («Охотник») позывнойлы бер егет минаға юлыҡты. "Исой" позывнойлы яуҙашым менән уны ҡотҡарырға йүгерҙек. Уға беренсе ярҙам күрһәткәндә, рация аша тағы ике яугирҙың ҡаты яраланғанын ишеттек. Беҙгә дошман миномет уты асыуын әйттеләр. Әммә беҙ иптәштәребеҙҙе ташлап китә алманыҡ. «Һунарсы»ны урман һыҙатында йәшерҙек тә икенсе яралылар артынан йүгерҙек. Беҙҙең өҫтән камикадзе-дрон оса ине. Уларға ата башланым, уңышлы аттым. Дрон шартлағандан контузия алдым, әммә дуҫтарыбыҙҙы сығара алдыҡ,—ти «Хәлид»

Иптәштәрен ҡотҡарғанИптәштәрен ҡотҡарған
Иптәштәрен ҡотҡарған

Яҡташыбыҙ һуғыш яланынан иптәштәрен алып сыҡты

Яугир бөгөн Смоленск госпиталендә реабилитация үтә. "Хәлид" позывнойлы яҡташыбыҙ Рәсәй ҡораллы көстәре сафында байтаҡ тәжрибә туплаған, ә махсус хәрби операцияға ҡустыһы артынан барырға ҡарар иткән.

—Ҡустымды яңғыҙын ебәрә алманым. Уның ҡарары тураһында ишеткәс, артынса хәрби комиссариатҡа барҙым. Минең ҙур булмаһа ла тәжрибәм бар. Инженер ғәскәрҙәрендә лә, «Петр Великий» атом крейсерында ла хеҙмәт иттем. Сомали пираттарын баҫып алыуҙа ҡатнаштым. Бөгөн ҡустым БПЛА операторы булып хеҙмәт итә, ә мин Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальондың эвакуация төркөмөндә, — ти яугир.

Октябрь аҙағында «Хәлид» хәрби йөкләмәне үтәгәндә дошман дронын юҡ итә һәм өс иптәшен ҡотҡара.

—23 октябрҙә эвакуация төркөмөн етәкләнем һәм алғы һыҙыҡҡа юлландым. Яу барышында «Охотник» позывнойлы бер егет минаға юлыҡты. "Исой" позывнойлы яуҙашым менән уны ҡотҡарырға йүгерҙек. Уға беренсе ярҙам күрһәткәндә, рация аша тағы ике яугирҙың ҡаты яраланғанын ишеттек. Беҙгә дошман миномет уты асыуын әйттеләр. Әммә беҙ иптәштәребеҙҙе ташлап китә алманыҡ. «Охотник»ты урман һыҙатында йәшерҙек тә икенсе яралылар артынан йүгерҙек. Беҙҙең өҫтән камикадзе-дрон оса ине. Уларға ата башланым, уңышлы аттым. Дрон шартлағандан контузия алдым, әммә дуҫтарыбыҙҙы сығара алдыҡ,—ти «Хәлид»


Яугир үҙе дүрт тапҡыр яралана һәм 2 контузия ала. Бөгөн ул Смоленск госпиталендә реабилитация үтә, уны оҙайлы реабилитация көтә. "Хәлид" үҙен герой тип һанамай, ул яу яланындағы иптәштәренә ярҙам күрһәтеүҙе һәр яугирҙың изге бурысы тип билдәләй.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас