Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Әмир Юлғотлин Һаҡмар йылғаһында биш килограмм ауырлыҡтағы суртан тотҡан. Был уның беренсе рекорды түгел — былтыр ул ете килограмлыҡ балыҡ тотҡан.
—Һаҡмар балығы тәмле. Ҡайһы берҙә Талкас күленә сығам,—ти ғаиләһен балыҡ менән һыйларға яратыусы Әмир ағай.
Әмир Юлғотлин әйтеүенсә, балыҡ тотоу уға күңел тыныслығы һәм бөтөнлөгө бирә. «Йәй көнө иртән һәм кис икешәр сәғәт балыҡ тотам, ә ҡыш көнө был ваҡыт миңә тағы ла нығыраҡ оҡшай. Был тынлыҡ һәм саф һауа осоро, тынлыҡтан ләззәт алырға мөмкин», — ти ул.