Өфөлә "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләһенең II Асыҡ республика патриотик фестивале уҙҙы.
Сарала "Дан" позывнойлы яугирҙең атаһына "Ватан һаҡсыһы атаһы" миҙалы тапшырылды.
84 йәшлек Фазлетдин Ғөбәйет улы ғүмер буйы Темәс урмансылығында эшләгән. 41 йыл ғүмерен урман ҡырҡыуға арнаған. Ҡыҙғанысҡа күрә, 33 йыл бергә йәшәгәндән һуң, ҡатыны мәрхүмә була. Улар биш бала тәрбиәләгән.
Кесе улдары "Дан" ҡушаматы менән билдәле. Ике улы атаһы юлынан киткән, ауылда урмансылыҡта эшләй. Бер туған ағаһы мәрхүм булғас, Фазлетдин Ғөбәйет улы уның улдарын да үҙе үҫтергән. Әле олатайҙың бер ейәне лә махсус операцияла.
СССР-ҙың хеҙмәт ветераны булған Ф.Ғ.Аслаев - һуғыш осоро балаһы.
Әле улы менән ейәненең имен-һау ҡайтыуын көтә.