Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Ноябрь , 15:15

Беҙҙең психолог

Балаларҙы дауалау—яуаплы бурыстарҙың береһе. Табип балаларҙы укол, дарыуҙар ярҙамында дауалаһа, а психолог уларҙың күңелен имләй. Беҙҙең «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы психологы Аралбаева Эльвира Фәрит ҡыҙы—тап шундайҙарҙан. Ул балалар баҡсаһында биш йыл ғына эшләһә лә юғары квалификациялы психолог.

Беҙҙең психолог
Беҙҙең психолог

Йыл да психолог көнө айҡанлы балалар баҡсаһында «Психология аҙналығы» үткәрә. Быйыл да тәрбиәселәр һәм тәрбиәләнеүселәр өсөн «Хистәр калейдоскобы» тигән тулы һәм ҡыҙыҡлы аҙналыҡ ойошторҙо.
Аҙна башында Эльвира Фәрит ҡыҙы тарафынан «Психология илендә» тигән гәзит сығарылды. Шулай уҡ «Иртәнге түңәрәк—балалар һәм тәрбиәсенең бер үк эшләү формаһы» тигән семинар-практикум үтте. Иртәнге түңәрәк, тәрбиәсе һәм балалар араһында ыңғай йоғонто яһауын күрһәтте. Сара барашында төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ, кинетик ҡом менән һындар эшләнек, һүрәт тә төшөрҙөк.
Ата-әсәләр ҙә балаларҙан ситтә ҡалманы. Улар өсөн психологик акция ойошторолдо. Ҡатырғанан эшләнгән сәскә тажын өҙгән һайын балаға йылы, изге һүҙ әйтергә, ҡосаҡларға, уға ҡарап йылмайырға һәм башҡа йөкләмәләр ҡушылды. Был акция ата-әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәтте нығытыуға булышлыҡ итте. Тағы ла музыка залында «Серле ҡом» тренингы ойошторолдо.
Был аҙналыҡ барышында тәрбиәселәр өсөн «Психологик ял итеү» минуттары ла үтте. Улар бейеп, уйнап, көлөп артабан эштәрен дауам итеү өсөн көс тупланы.
Аҙналыҡ ахырында һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Шәхси эшҡыуар Раян Әхмәтйәновтың ярҙамы менән алынған диплом һәм бүләктәр тапшырылды.
Психологик аҙна яҡшы хис-тойғоларға бай булды, эшкә үҙенсәлек өҫтәне. Коллегабыҙ Эльвира Фәрит ҡыҙына рәхмәт белдерәбеҙ!

Гөллирә Мусина, Дилә Мәғәфүрова, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: