Замандаш
22 Ноябрь 2024, 06:10

Тик әсәйҙәр һин тип йән ата...

Мин әсәйемде яратам!

Тик әсәйҙәр һин тип йән ата...Тик әсәйҙәр һин тип йән ата...
Тик әсәйҙәр һин тип йән ата...

Мин Ишембай ҡалаһының 2-се башҡорт гимнази-интернатының 9 "в" класы уҡыусыһы Ғөбәйҙуллин Илнур Бильяр улы булам. Миңә15 йәш. «Ул минең әсәйем» конкурсында ҡатнашҡым килә.

Минең әсәйем Ғөбәйҙуллина Гөлмира Хәсән ҡыҙы 1972 йылдың 20 февралендә күп балалалы ғаиләлә донъяға килә. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында бухгалтер һөнәренә уҡый һәм уны уңышлы тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта.
Бухгалтерияны мәғариф бүлегенә ҡушыу сәбәпле, әлеге ваҡытта Ишембай ҡалаһында яратҡан һөнәре буйынса ал-ял белмәй эшен дауам итә.
Мин әсәйемде бик яратам һәм уға эшендә уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

❤Был донъяла бары тик бер кеше ❤
Хыянатһыҙ һине ярата:
️Ул да булһа – тик әсәйең генә
Сын күңелдән һин тип йән ата.

Тик әсәйең генә һинең өсөн
Утҡа ла, һыуға керә ала.
Һиңә килгән бөтә ауырлыҡты
Үҙенеке итеп алала.

Әсәй – һинең өсөн ҡорос ҡалҡан:
Һине яҡлай, һаҡлай, һатылмай.
Ниндәй генә хәлдә ҡалғанда ла
Бер ҡасан да һине ташламай.

Тик ул ғына һинең шатлыҡтарҙы
Сын күңелдән бүлә һөйөнөп,
Хәбәрҙәрең булмай торған саҡта
Көндәр буйы йөрөй көйөнөп.

Тик әсәйең генә ғүмер буйы
Һинең өсөн йәшәй ут йотоп,
Үҙе өсөн түгел, күбрәк һинең өсөн
Һаулыҡ һорай көн дә уҡынып.

Ер йөҙөндә барыһын табып була —
Әсәйҙәрҙән башҡа hәммәһен.
Әсәй тик бер генә — Ҡояш, Айҙай...
Шулар кеүек һүнмәй йәшәһен!
Әлфиә Йосопова

Автор:
Читайте нас