Ҡ.Н.Илбулов 1935 йылдың 15 мартында Ирәндек тауҙарына һырынып ҡына ултырған Иҫәнбәт ауылында тыуған.
Ҡорбанғәленең үҫмер сағы ҡаты Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тап килә. Иҫәнбәт, Күсей башланғыс мәктәптәрендә уҡый һәм Ишбирҙе руднигының ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. Йәштән Иҫәнбәт һәм Басай
ауылдарын берләштергән «Көрәш» колхозында төрлө эштәр башҡара. 1950 йылдың аҙағында колхоздарын Күсей һәм Тоҡтағол ауылдарынан торған Ворошилов исемендәге колхозға ҡушалар. Унда йылҡыларҙы көтә, йәйҙәрен косилка менән бесән саба, ҡыштарын ат менән колхоз малына аҙыҡ ташый, бар эштә лә әүҙемлек күрһәтә.
1956 йылда КПСС Үҙәк Комитетының Май Пленумы илдәге түбән рентабелле йә үҙен-үҙе аҡлай алмаған ваҡ-ваҡ колхоздарҙы эре дәүләт ҡарамағында-ғы хужалыҡтарға берләштереү тура-һында ҡарар ҡабул итә. Шуны тормош-ҡа ашырыу нигеҙендә 1957 йылдың 12 апрелендә Ворошилов исемендәге колхоздың үҙәге Күсей ауылы клубында колхозсылар дөйөм йыйылышҡа йыйыла. Көн тәртибендә бер мәсьәлә тора: райондың Ирәндек аръяғындағы, күпселек осраҡта зыянлы эшләгән 8 колхоз нигеҙендә бер совхоз булдырыу. Буласаҡ хужалыҡтың үҙәге итеп Сибай МТС-ы урынлашҡан Иҫке Сибай ауылы тәғәйенләнә, колхоздар совхоздың бүлексәләренә әйләндерелә.
Совхоздың директоры итеп Калинин исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Надькин Павел Николаевич ҡуйыла. Ворошилов исемендәге колхоз Ворошилов (һуңынан Күсей) бүлексәһенә әйләнә. Колхоз рәйесе Ҡыуатов Шәһәрғәзе Моталлап улы бүлексә идарасыһы итеп тәғәйенләнә.
Шулай итеп, 8 колхоз һигеҙ бүлексә булып Сибай совхозын барлыҡҡа килтерә. Хужалыҡтың төньяҡ осонан көньяҡ осона тиклем 130 саҡрым юл үтергә кәрәк була. Заманына күрә йүнле юлдар, тейешле телефон бәйләнеше булмаған саҡта, бындай үтә лә эре хужалыҡ менән идара итеүе ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырған, әлбиттә. Һөҙөмтәлә, ете генә йыл эшләгәндән һуң был хужалыҡ 1964 йылда «Сибай» һәм «Ирәндек» совхоздарына бүленә.
Һуғыштан һуң халыҡты икмәк менән тәьмин итеү өсөн СССР-ҙа сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү эше киң йәйелдерелә. Илдең көнсығышында буш ятҡан далаға миллиондан ашыу йәштәр күсерелә. Трактор, комбайн, ер эшкәртеү ҡулайламалары һәм автомашиналар шунда йүнәлтелә, юлдар һалына, электр һәм телефон сымдары һуҙыла, бар инфраструктура менән
ауылдар, ырҙын табаҡтары төҙөлә.
1955 йылда ҙур ҡалаларға эшелон-эшелон иген ебәрелә башлай ҙа инде. 3-4 йылда 48 миллион гектар ер файҙаланыуға тапшырыла (сағыштырыу өсөн: хәҙер Рәсәйҙә 128 миллион гектар самаһы һөрөнтө ер иҫәпләнә).
Илдә сираттағы килеп тыуған мәсьәлә—халыҡты кейем менән тәьмин итеү була. Шуға ла Урта Азия республикаларында мамыҡсылыҡты үҫтереү менән бер рәттән нәҙек йөнлө (меринос) һарыҡтарын үрсетеү бурысы ҡалҡып сыға. Ни тигәндә, хәҙерге һымаҡ кешене синтетик менән кейендермәнеләр, совет халҡын текстиль сәнәғәте һәм тегеү фабрикалары тәбиғи туҡыманан торған кейем менән тәьмин иттеләр. Шуға күрә лә яңы ғына барлыҡҡа килгән «Сибай» совхозы етәкселеге лә ошо тармаҡты үҫтереүгә тотона. Директор П.Н.Надькин иң һәләтле, тырыш малсыларҙы һарыҡсылыҡҡа күсеүгә өндәй. Иҫәнбәткә килеп Илбулов Ҡорбанғәлене лә йылҡысылыҡтан бушатып шул эшкә күсерә.
Шул ваҡыттан алып тейешле ялға сыҡҡансы Ҡорбанғәле Ниғәмәт улы
«Ирәндек» совхозының Үҙәк бүлек-сәһендә өлкән чабан булып эшләй. Ул бригадалағы ике-өс чабан менән бер рәттән һарыҡтарҙы йәйҙәрен көтә, ҡыштарын малдарға аҙыҡ тарата. Шул уҡ ваҡытта ай һайын бухгалтерияға отчет бирә: күпме мал башы аҫрала, күпме аҙыҡ тотонолған, күпме бәрәс тыуған, йөн ҡырҡып алынған, табель тултыра. Өҫтәүенә, булған ветеринария, зоотехния талаптарын үтәүҙе лә унан һорайҙар. Ҡышҡы осор тамамланғас та катондарҙы (һарыҡтар аҫралған һарайҙар) тиҙәктән таҙартыуға, йәйләүҙә карда ҡуйыуға ла ул яуаплы. Тәүҙә ололарҙан эшкә өйрәнә, аҙаҡтан үҙе лә йәштәр менән тәжрибәһе менән уртаҡлаша башлай.
Оҙаҡ йылдар «Ирәндек» совхозында баш ветеринария табибы булып уңышлы эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда булған Мөҙәрис Әғзәм улы Ғайсин һөйләй: «1981 йылдың башында район ауыл хужалығы идаралығы тарафынан мине Карл Маркс колхозынан «Ирәндек» сов-хозына эшкә күсерҙеләр. Совхоз директоры Кирәев Марат Сөләймән улы мине хужалыҡ менән үҙе таныштырып йөрөнө. Иң алдынғы Ҡорбанғәле Илбуловтың отараһына барҙыҡ. Унда 880 баш инә һарыҡ аҫрала, улар көр һәм башҡа көтөүселәрҙекенә ҡарағанда кәүҙәгә лә ҙурыраҡ һымаҡ тойолдо. Шуғалыр ҙа бәрәс алыу һәм йөн ҡырҡыу буйынса ул һәр саҡ совхоз һәм район буйынса алдынғы рәттә барҙы. Ә бының сере уның эшлеклелегенә, яуаплылығына һәм бай тәжрибәһенә бәйле ине. Мәҫәлән, 6 йыл рәттән бәрәс алғас, инә һарыҡтарҙы ит комбинатына иткә тапшыралар. Шунан өлкән чабан бер мең баш орғасы бәрәс алып инә һарыҡҡа еткәнсе үҫтерә башлай. Ҡорбанғәле ағай йыбанмай, уларҙы алғас та ҡышҡы осор тамамланғансы төркөм-төркөмгә бүлеп айырым аҫрай. Эрерәктәренә аҙыҡты ла мулыраҡ бирә. Йәйге мәлдә малдарын көтөүгә таң һыҙылыу менән сығара һәм ҡараңғы еткәнсе япмай. Ураҡ башланғас та һарыҡтарын комбайндар үткән баҫыуҙарға төшөрә. Уларҙы һуғарыр өсөн баҫыу ситенә оҙон тимер улаҡтарға һыу ташыттырып ҡойҙорта. Йәшерен-батырын юҡ, техника артынан иген бөртөктәре лә, хатта теүәл башаҡтар ҙа ерҙә ятып ҡала. Шуларҙы ашап, малҡайҙар ҡышҡылыҡҡа һимеҙ рәүештә инәләр һәм төҫ ташламайҙар. Ҡышҡыһын, хатта ыжғырып торған бурандар ваҡытында ла, рационда ҡаралған аҙыҡты малдарына теүәл бирергә тырыша. Малдарға бар ветеринар вакциналарҙы ҡаҙауҙы, ҡорттарға ҡаршы төтәтеү һәм башҡа алымдарҙы үҙ ваҡытында һәм теүәл башҡарттырҙы».
Ҡорбанғәле ағайҙан мин үҙем дә тәфсирләп һораштым, нисек инде бер үк хужалыҡта, бер үк рацион менән малдарҙы ашатып, юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәште икән? Ул былай тип аңлатты: «Мин малдарҙы бер көндә лә ашатмай ҡалдырманым. Сөнки, өҙөклөк булһа, беренсенән, йөндөң сифаты насарая, икенсенән, улар ябыға башлай. Мөмкин ҡәҙәре арыуыраҡ көтөүлектә көттөм, башҡалар ҡурҡһалар ҙа, урман араһында ла йөрөттөм һарыҡтарҙы. Йыл да совхозда һыйыр-ҙар өсөн сөгөлдөр үҫтерәләр ине, уны йыйып алғас, ҡырҡылғандары, ыуаҡ-тары ятып ҡала. Мин һарыҡтарҙы шул баҫыуға төшөрәм, тәмен белеп ҡалғас, туйғанса шуны ашайҙар һәм көрө-гәләр. Ҡышҡы осорҙа ярҙамсыларым менән көн дә иртәнге биштә һы-йыр һарайҙарының атлыҡсаларынан төндә ашап бөтөлмәгән силос, һалам ҡалдыҡтарын йыйып ала торғайныҡ. Малҡайҙарҙың алдынан һыу, тоҙ, башҡа өҫтәлмә аҙыҡтар ҙа өҙөлмәне. Ҡышын тыуған бәрәстәрҙе яҙын иртәрәк айырабыҙ, инә һарыҡтар йәйләүҙә тиҙ күтәреләләр һәм иртә ҡасалар. Шуға күрә лә бәрәсләү ҙә ҡыш башына тура килә. Бар шул эштәрҙең һөҙөмтәһендә беҙҙең малдарыбыҙ ҙа башҡаларҙыҡынан кәүҙәлерәк була торғайны, игеҙ бәрәстәр ишлерәк тыуа торғайны, һарыҡтарҙың йөнө лә күберәк булды».
«Ирәндек» совхозы районда, хатта Башҡортостанда ла иң эре һарыҡсылыҡ хужалығы булды. 29 мең һарыҡ, шуларҙың 12 мең башы инә һарыҡ, яҙғы бәрәс алып бөтөүгә һарыҡ һаны 38-40 мең башҡа барып етә ине. Унан тыш, 5 мең эре мөгөҙлө мал, шуларҙың 1300 башы һауын һыйыры, бер мең баш йылҡы аҫралды. Хөкүмәт һарыҡтарҙың сифатлы меринос йөнөн бик юғары хаҡ менән алды. Йыл да Ҡаҙан йөн эшкәртеү фабрикаһына совхоздан тюктарға прессланған биш вагонда 100-110 тоннанан ашыу йөн оҙатылды. Совхозда һәр ваҡыт аҡсалата табышты ҡырсылыҡҡа ҡарағанда малсылыҡтан күберәк алдылар, ә һарыҡсылыҡ иң юғары рентабелле йүнәлеш булды. Ошо уңыштар чабандар Арслан Атанғолов, Фитрат Яхин, Муса Әхмәтов, Рамаҙан Байбулов, Ҡорбанғәле Илбулов һәм башҡаларҙың тырышлығы арҡаһында мөмкин булған.
Ҡ.Н.Илбулов бергә эшләгәндәренә ҡарата талапсан да, шул уҡ ваҡытта ярҙамсыл да була. Төрлө йылдарҙа Хөсәйенов Ғилмитдин, Ишморатов Шәйхислам, Сафин Айҙар һәм башҡалар менән һарыҡ көтә. Йыл да һәр һарыҡтан 4,1-4,3 килограмм йөн ҡырҡып, һәр 100 баш инә һарыҡтан 110, хатта 121 баш бәрәс алырға өлгәшәләр. Күрһәткестәр юғары булғас, эш хаҡы ла арыу була. Унан тыш, натурлата түләү ҙә булған. Йылына ҡарап бригадаға 90 башҡа тик-лем бушлай бәрәс бирелгән. Уларҙы эшселәренә ғәҙел бүлгән. Районда тәүгеләрҙән булып ғаилә подрядын индерә. Уның менән бергә биш улы—Әмир, Шамил, Камил, Рәмил, Рәил эшләп, бик юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәләр.
«Һарыҡтар бәрәсләгән мәлдә башҡа өлкән чабандар сакманщицаларҙы (бәрәс ҡараусылар) еткерә алмайҙар. Ә Ҡорбанғәле Ниғәмәт улының ярҙамсылары Асҡарова Сания, Тулыбаева Кинйәбикә, Илбулова Сания, Әхмәтшина Кәбирә, Ҡулбахтина Бибинур, Әминева Рәсимә, Ризванова Мәүлиҙә оҙаҡ йылдар бергә һәм уңышлы эшләнеләр»,—тип һөйләй совхоздың элекке баш зоотехнигы Әкрәм Сәмиғулла улы Әхмәтов.
Ҡ.Н.Илбуловтың яулаған үрҙәре районда ғына ла түгел, хатта бөтә республикаға маяк булды. Хөкүмәтебеҙ уның хеҙмәтен һәр ваҡыт күреп баһалап торҙо. 1957 йылда ул «Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн», 1975 йылда СССР ВДНХ-ның алтын, 1985 йылда «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары, 1973 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы, 1976 йылда Ленин ордендары, 1973-1975 йылдарҙа «Социалистик ярыш еңеүсеһе», 1980 йылда «10-сы биш йыллыҡ ударнигы», 1985 йылда «11-се биш йыллыҡ ударнигы», 1990 йылда «12-се биш йыллыҡ ударнигы» билдәләре, 1981 йылда БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 1976 йылда район чемпионы исемен яуланы, 1-се класлы малсы дәрәжәһенә лайыҡ булды. 1975-1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 9-сы саҡырылыш депутаты булды, унан тыш ауылдаштары уны
ауыл, район советтарына ла депутат итеп күрһәтеп килде.
Тормош иптәше Раҡыя Бәҙретдин ҡыҙы 50 йыл бик татыу йәшәйҙәр. Биш ул, өс ҡыҙ үҫтерәләр, уларға яҡшы тәрбиә биреп башлы-күҙле итәләр. 23 ейән-ейәнсәр, 10 бүлә-бүләсәр уларҙы ҡыуандыра. Үкенескә күрә, ҡатыны мәрхүмә булып ҡала. Хәҙер Ҡорбанғәле ағай кесе улы Рәилдең ғаиләһе менән бергә йәшәй. 90 йәше тулып килһә лә ҡул ҡаушырып ултырмай. Йәйҙәрен баҡсаһында мул уңыш үҫтерә, ҡырға сығып емеш-еләк йыя, күпләп мал-тыуар тота, ҡыштарын улына мал ҡараша. Гәзиттәр яҙҙырып уҡый, телевизорҙан яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Ауыл тормошонда ла әүҙем, халыҡҡа ярҙамын йәлләмәй.
Ирек Бикмәтов,
йәмәғәт хәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.